-1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Герой-пионерҙар
18 Июнь 2021, 09:21

Муся Пинкензон

Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә ул бер немец һалдатын да үлтермәй, листовкалар ҙа таратмай, поездар ҙа шартлатмай.

Ун бер йәшлек ҡурҡыу белмәҫ йәһүд малайының ҡоралы скрипка була.

Йәш музыкант Абрамды бер кем дә исеме менән йөрөтмәй. Бөтәһе лә иркәләп «Муся» тип өндәшә. Әсәһе яратып: «Абрамуся», – тип әйткән була, аҙаҡ ҡыҫҡартып, Мусяһы ғына тороп ҡала.

Муся Пинкензон 1930 йылда Молдавиялағы (ул ваҡытта Румыниялағы) Бельцы ҡалаһында донъяға килә. Уларҙың ғаиләһе әллә нисә быуынды берләштергән табиптар нәҫеленән. Мусяның атаһы, Владимир Пинкензон, уны дауам итеүселәрҙең береһе була. Урындағы халыҡ алтын ҡуллы табипҡа оло хөрмәт менән ҡарай.

Ә Муся бәләкәй генә сағынан музыкаға тартыла. Биш йәшендә ул ҙур оҫталыҡ менән скрипкала уйнай. Йәш талант тураһында бөтә ҡала гәзиттәрендә яҙалар.

1940 йылда Бессарабия, уның менән бергә Бельцы ҡалаһы ла СССР составына инә. Муся пионерға алына. Музыка менән шөғөлләнеүен дауам итә. Атаһы ауырыуҙарҙы дауалай. 1941 йылда малай Молдавияның 1-се республика үҙешмәкәр һынлы сәнғәт олимпиадаһында ҡатнашырға тейеш була. Ләкин һуғыш башланып, бөтә пландары селпәрәмә килә.

Уларҙың ғаиләһе Кубангә, Усть-Лабинск станицаһына, эвакуациялана. Владимир Пинкензон хәрби госпиталдә эшләй башлай, Муся ундағы мәктәпкә уҡырға бара. Кистәрен атаһы янына госпиталгә килеп, яралылар өсөн скрипкала уйнай.

1942 йылда немецтар Кубанде лә баҫып инә. Госпиталдән табиптарҙы ла, яралыларҙы ла алып китеп өлгөрмәйҙәр. Аҙаҡ­ҡыға хәтле ауырыуҙары янында ҡалған Владимир Пинкензонды гитлерсылар ҡулға ала һәм яралы немец һалдаттарын дауалар­ға ҡуша. Табип ризалашмай, уны төрмәгә ябып ҡуялар. Оҙаҡламай янына ҡатыны менән улын да килтереп ырғыталар. Нацис­тар бөтә булған йәһүдтәрҙе юҡҡа сығарып ҡына ҡалмайынса, башҡалар өсөн ҡурҡытыу акцияһы ла уҙғарырға була.

Язалау урынына халыҡ­ты йыялар. Хөкөм ителеүсе­ләр араһында күкрәгенә скрипкаһын ҡыҫҡан 11 йәшлек Мусяның да булыуын күреп, бөтәһе лә «аһ!» итә.

Балаһына теймәүҙәрен үтенгән өлкән Пинкензонды шунда уҡ атып үлтерәләр. Артынса иренә ярҙамға ташланған ҡатынын да.

Муся бер үҙе тороп ҡала. Ҡур­ҡыуҙан нимә эшләргә белмәйенсә ҡатып ҡалған халыҡ уға бер нисек тә ярҙам итә алмай.

Шул ваҡыт Муся:

– Офицер әфәнде, үлер алдынан миңә скрипкамда уйнарға рөхсәт итегеҙ әле, – тип мөрәжәғәт итә.

Немец ҡәнәғәт йылмайып, ризалыҡ бирә. Ул, моғайын, малай ярамһаҡланып, иҫән ҡалдырыуын үтенер, тип уйлағандыр.

Көслө музыка яңғырай. 11 йәш­лек кенә бала гитлерсылар алдында ул ваҡытта Советтар Союзы гимны булған «Интернационал»ды уйнай. Халыҡ араһынан кемдер яй ғына итеп йыр башлай. Уны башҡалар эләктереп ала. Иҫенә килгән офицер:

– Сусҡа, туҡтат хәҙер үк! – тип ҡысҡыра.

Атыу тауышы яңғырай. Тәүге пуля скрипкасыны яралай. Ул уйнауын дауам итергә тырыша. Яңы залп Мусяның ғүмерен өҙә.

Шулай итеп, халыҡты ҡурҡытыу акцияһы фашистарҙың үҙҙәренең кәмһетелеүе менән тамамлана. Был көндө станица хал­ҡында Еңеүгә яңынан өмөт уяна. Был ышанысты уларға бәләкәй генә скрипкасы малай ҡайтара.

Һуғыштан һуң Муся Пинкензонды атып үлтергән урынға һәйкәл ҡуйыла.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
Читайте нас: