Калуга өлкәһендәге Боров районының Яңы Михайловка ауылында ла немец илбаҫарҙарының нисек баҫып инеүен һәм Ҡыҙыл Армия частарының уларҙы азат иткәнен хәтерләүселәр бар. Бында шулай уҡ үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ҡыҙылармеецтарҙы үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған Иван Фёдорович Андрианов тигән кеше лә йәшәй.
1941 йылдың октябрендә фашистар Яңы Михайловкаға баҫып инә. Улар мәктәпкә, кешеләрҙең өйҙәренә урынлаша. Был ваҡытта Ваняға 14 йәш кенә тула.
Декабрь аҙаҡтарында була был хәл. Немецтар ауыл ситенә нығына. Тағы ла Протва йылғаһының бейек ярындағы һарайҙарҙы ҡоралдар менән тултыралар. Тегендә-бында һуғылып йөрөгән Ваня ишек ярығынан унда пулемёттар торғанын күреп ҡала. Аҫта – туғай, йылға аша – Лапшинка. Ә был ауылда беҙҙекеләр урынлашҡан. 28 декабрҙә уны 33-сө армия һалдаттары немецтарҙан азат итә. Артабан ҡыҙылармеецтар юлын Яңы Михайловка аша Ермолинға, Боровҡа табан дауам итергә тейеш була.
Бер ваҡыт йылға янындағы ҡар ҡаплаған яланда аҡ маскировка халаты кейгән беҙҙең һалдаттарҙы күреп ҡала. Һарайҙа йәшенеп ятҡан фашистарға улар ус төбөндәге кеүек кенә күренә. Ике лә уйламай, ҡурҡыныс барлығын хәбәр итеү өсөн ҡыйыу пионер ҡыҙылармеецтарға ҡаршы йүгерә. Арттан пулемёттан ата башлайҙар. Йүгереп барған егет эргәһендә ҡар фонтаны барлыҡҡа килә.
Ваня иҫән-имен барып етә. Ул һалдаттарҙы үлемдән иҫкәртеп кенә ҡалмай, дошман тылына ла алып сыға. Ҡыҙылармеецтар бер ниндәй юғалтыуһыҙ тиерлек Яңы Михайловканы ла дошмандан азат итә.
Был батырлығы өсөн Ваня Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Награданы 33-сө армияның командующийы, генерал-лейтенант Михаил Ефремов тапшыра.
Ҡыйыу пионерҙы 33-сө армияның ваҡытлыса штабынан Бунин тигән полковник Мәскәүгә алып китә. Ваня Андрианов радионан сығыш яһай. Ә фатирҙа билдәле опера йырсыһы Антонина Неждановала йәшәй. Ауыл малайы өсөн уның менән танышыу ғүмере буйына яҡты иҫтәлек булып ҡала. Бәләкәй геройҙың фотоһүрәттәре ул ваҡытта гәзиттәрҙә баҫыла. Батырлығы тураһында мәктәп уҡыусылары «Туған тел» дәреслеге аша таныша.
Артабан Ваня Андриановты 33-сө армияның бер часына алалар. Ул һуғыштың бөтә ауырлығын үҙ елкәһендә татый. Мәскәү, Смоленск өлкәләрен азат итеүҙә ҡатнаша. 17 йәшендә хәрби диңгеҙ училищеһына уҡырға ебәрелә. Аҙаҡ 50 йыл Мәскәүҙә «Коммунар» оборона предприятиеһында инженер-һынаусы булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған Яңы Михайловкаһына ҡайта.
Боров районы уҡыусылары герой-пионерҙы онотмай. «Балабанов ҡалаһының почётлы гражданины» тигән исем дә бирелә. Уның тураһында документаль фильмдар төшөрөлә.
Иван Фёдорович Андрианов әле лә иҫән. Киләһе йыл 90 йәшен билдәләйәсәк.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.