+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Герой-пионерҙар
22 Июнь 2021, 10:02

Алёша Голосевич

Август айының эҫе көндәренең береһе. Ауыл халҡы барыһы ла – иген яланында. Алёша ла уларға ярҙам итешә.

Ныҡ эҫе булғанда Берёза йылғаһы буйына төшөп, балыҡ ҡармаҡлай. Ә бер көндө көтөлмәгән хәлгә тап була. Уларҙың йылғаһында, Алёша балыҡ тотҡан ерҙән саҡ ҡына өҫтәрәк, немец һалдаттары һыу инеп йөрөй. Малайҙың иҫенә шунда уҡ Василий Иванович биреп ҡалдырған автомат килеп төшә. Һуғыш башланған ғына көндәрҙә уларҙа яраланған командир ике көн хәл алып киткәйне. Ана шул китер алдынан, кәрәге тейер, тип биргәйне ҡоралды.

Иртәгеһенә ул шул автоматты тотоп, яр буйына тағы килә. Ләкин күпме генә ҡарауыллаһа ла, тегеләр күренмәй ҙә ҡуя. Ә өсөнсө көндө... Өмөтө өҙөлгән малай ҡайтырға йыйынғанда ғына ҡаршы яҡта машина тауышын ишетеп ҡала һәм саҡ йәшенеп өлгөрә. Эҫенән талсыҡҡан дошман һалдаттары йүгереп килгән ыңғайға сисенеп ташлап, аҡырышып, берәм-һәрәм һыуға һикерә башлай. Алёша уларҙың бер урынғараҡ туп­ланғанын көтә. Ләкин шул ваҡыт ул немецтар ултырып килгән йөк машиналарының һәр береһенән пулемёт көбәктәре сығып торғанын күрә. Тимәк, ашығырға ярамай. Уның бер автоматы менән әллә ни ҡыйратып булмаясаҡ. Һалдаттар һыуҙан сығып, тейәлеп китеүгә ярҙа еңел автомобиль күренә. Унан өс немец офицеры сыға.

– Әһә, быларҙы дөмөктөрөргә мөмкин. – Бер нәмә һиҙмәгән офицерҙар йылғаның уртаһына табан йөҙөп, уға яҡынлашҡандан-яҡынлаша. Йөҙҙәре Алёшаға ап-асыҡ булып күренә. Бына ул алданыраҡ йөҙөп килгән берәүһенә автоматын тоҫ­ҡай ҙа тәтегә баҫа.

– Берәү булды! – тип шатлығынан үрә һикерә.

Икенсеһе, ерәнерәге, кире ярға табан йөҙә башлай. Йыраҡ китә алмаҫһың, тип ҡыйыу пионер тағы автоматтан тыҡылдата. Оҙаҡламай уныһы ла сәсәп, һыу төбөнә китә. Йәнә берәүһе ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пулялар бөткән була.

Алёша һаҡ ҡына урман юлы менән өйөнә ҡайта. Үҙенең мажаралары тураһында бер кем менән дә уртаҡлашмай.

Ваҡыт алға бара. Көҙ ҙә етә. Йылғанан күтәрелгән томан яр буйындағы ҡыуаҡлыҡтарҙы күр­һәтмәй ҡаплап алған. Тал ара­һына инеп ултырған Алёша шым ғына йылғаны күҙәтә. Был ваҡытта Бобруйскиҙан Елизоваға табан немецтар менән тулы катер үтеп барған була. Алёшаның йөрәге шашып тибә башлай. Килеп сығырмы икән? Был һиңә һыуҙа ярҙамһыҙ ҡалған офицер­ҙар түгел...

Катер яҡыная. Алёша палубала ун бишләгән немецты иҫәпләй. Уның автоматы йәнә телгә килә. Сабылған үлән һымаҡ немецтар бер-береһенең өҫтөнә йығыла. Иҫән ҡалғандары катер артына йәшенеп ҡалырға өмөтләнеп, һыуға һикерә.

Иртәгеһен бөтәһе лә партизандарҙың катерҙағы немец һалдаттарын үлтереүе тураһында һөйләй. Үҫмер баланың эшелер, тип береһенең дә башына килмәй, әлбиттә. Ә немецтәр иһә: «Бер генә һалдатыбыҙҙы юғалтып, партизандар ротаһын юҡ иттек»,– тип маҡтанышып йөрөй.

Партизандар отрядында дөрөҫөн Алёша төндә үҙенең айырылмаҫ дуҫы – автоматын тотоп килгәс кенә беләләр.

– Һинең менән ни эшләмәк кәрәк инде, – тип ҡоласын йәйеп ҡаршылай уны командир, шатлығын йәшерә алмайынса. – Нисек шул кешене отрядҡа алмайһың инде. Һин бит күптән урман һалдаты...

Шулай Кличев районының Лютин ауылы пионеры Алексей Голосевич партизан булып китә. Шәп разведчик та. Полицайҙар­ҙың гарнизоны урынлашҡан ергә йылға аша барып, кәрәкле мәғлүмәттәр килтерә. Шулай уҡ отрядҡа әллә ҡайҙан винтовкалар, патрон, гранаталар табып алып ҡайта. Ҡыйыу пионер-разведчик ха­ҡында дан бөтә ауылға тарала.

1943 йылдың август айында төнөн Лютин ауылына карателдәр отряды баҫып инә. Улар кешеләр йәшәгән өйҙәрҙе уратып ала. Алёша ла был көндә заданиенан ҡайтышлай ҡустыһы Коляны күреп сығыу ниәтенән бабайҙарына ингән була.

– Алёша, тиҙерәк ҡас, ауылда немецтар, – тип хәле бөтөп урамдан инәһе йүгереп килеп инеүгә, үҫмер автоматын эләктереп, тәҙрә аша сығып та ҡаса. Полицайҙар уны күреп ҡалып, артынан төшә. Үлтермәҫкә, тереләй тотоп алып килергә, тигән бойороҡ була. Шуға башта атмайҙар. Алёша бәләкәйерәк һаҙлыҡ аша йүгереп сыға. Шул ваҡыт атыу тауышы яңғырай. Ул сайҡалып ергә йығыла. Тоноҡланған күҙҙәре менән малай дошмандың үҙенә табан яҡынлашҡанын күрә. Килеп еткәс, улар малайҙы типкеләп, мылтыҡ төйҙәһе менән туҡмай. Аҙаҡтан береһе ике аҙым артҡа китеп, башына төбәп ата.

Шул ваҡыт ҡапыл зыярат артынан атыу тауышы ишетелә. Карателдәр ҡурҡышып ҡаса башлай. Партизандар батҡаҡҡа ҡуша тапалған Алёшаны саҡ табып ала. Ауылға алып ҡайтып, яраһын бәйләйҙәр. Ул иҫән ҡала. Йәш герой ике ай дауалана. Оҙаҡламай Коляны ла отрядҡа алып килергә рөхсәт алына. Аҙаҡ яралы партизандар артынан килгән самолётҡа ултыртып, ҡустыһын Оло ергә ебәрәләр. Шунан һуң улар башҡаса күрешмәй. Һуғыш тамамлан­ғас, күпме эҙләһә лә, Коляны таба алмай. Иң үкенеслеһе: күпме үлемесле хәлдән иҫән ҡалған Алёша Еңеүҙән һуң, 1945 йылдың ноябрендә, уйламағанда һәләк була.

Был хәл дуҫ егете Мирон менән балыҡҡа барғанда була. Алёша ҡармаҡта­рын алып, ҡайтырға йыйына. Ә дуҫы таш аҫтынан һаман да селәү эҙләүен дауам итә.

– Ҡара, мин нимә таптым, – тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһа, дуҫының ҡулында – ҙур снаряд.

– Нимәгә ул һиңә?

– Йыраҡҡараҡ олаҡтырырға кәрәк. Берәйһенең бәләгә тарыуы бар...

Шулай тип әйтеп, бер нисә аҙым эшләүе була, Мирон абынып йығыла. Снаряд таш­ҡа бәрелә. Алёша йәһәт кенә дуҫы янына ташланып, снарядты йыл­ғаға һелтәй. Ләкин ул һыуға барып етмәйенсә шартлай. Ауыр яраланған Алёша аңына килә алмай һәм оҙаҡламай мәңгелеккә күҙҙәрен йома...

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
Читайте нас: