+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Герой-пионерҙар
23 Июнь 2021, 10:50

Тихон Баран

Тихон таҡта янында яуап бирә. Синыф бүлмәһе тып-тын.

Ул бирелеп яратҡан геройы Александр Невский тураһында һөйләй. Һуңғы һорауға яуап биргәс, уҡытыусы:

– Маладис, «бишле» ҡуям. Шулай ҙа Александр Невскийҙың хол­ҡондағы иң оҡшаған һы­ҙатты әйт әле? – ти.

– Ул бер ваҡытта ла ярты юлда туҡталып ҡалмаған, аҙаҡҡаса барған. Тыуған илен ныҡ ярат­ҡан, – тип яуап бирә малай.

Шунан һуң күп тә үтмәй, илебеҙгә фашист илбаҫар­ҙары һуғыш аса. Белоруссияның улар йәшәгән Байки ауылы баҫып алынғас, ғаиләләре партизандарға китә. Әсәһе, Тихон һәм уның ике һеңлеһе отрядта элемтәсе вазифаһын баш­ҡара. Улар ауыл­ға ҡайтып, фашистар­ҙың көсө, иҫәбе, күпме техникалары булыуы тураһында мәғлүмәт алып, партизандарға еткерә. Ауыл халҡы аҙыҡ-түлек, ҡорал менән ярҙам итә. Сөнки отрядта һәр береһенең яҡын кешеһе, туғандары була.

Ауылға сираттағы ҡайт­ҡандарында бер һатлыҡ йән Тихондың әсәһен тоттора. Уның партизандар отрядының ҡайҙалығын белеүе тураһында әйтә. Бер ай буйы төрмәлә тотоп та, бер нәмә лә әйттерә алмағас, әсәйҙәрен Германияға концлагерға оҙаталар. Балаларҙы ҡайтарып ебәрәләр. Уларҙы күршеләре үҙҙәренә һыйындыра. Бер аҙҙан Тихон йәнә үҙенең отрядына китә.

Партизандар фашистар­ҙы туҡтауһыҙ утҡа тота. Улар урынлашҡан өйҙәр яндырыла, ҡорал складтары шартлатыла. Дошман ҙур юғалтыуҙар кисерә. Әммә бер ни ҙә эшләй алмайҙар. Партизандарға ауыл халҡының ярҙам иткәнен яҡшы аңлаған фашистар уларҙан үс алырға була.

1944 йылдың 21 ғин­уарында Тихон отрядтың ҡушыуы буйынса тағы ла тыу­ған еренә ҡайта. Ә немецтар был ваҡытта партизандарҙың терәк базаһы һаналған был ауылды хал­ҡы менән бергә ер йөҙөнән юҡ итергә йыйынған була. Үҙәккә үтерлек һалҡында уларҙы урамға ҡыуып сығарып, ҙур соҡор ҡаҙырға ҡушалар. Өйҙәрҙе яндырып, кешеләрҙе үлтерәләр. Тихон тиҙерәк һеңлеләре янына ашыға. Уларҙы тынысландырырға тырыша. Атырға команда биреүсе гестаповсы малайҙы танып ҡала. Тихондың элемтәсе икәнлеген аңлай һәм уны ҡулға алырға ҡуша. Бер сәғәттән ауылдың бөтә 957 кешеһе һәм уның һеңлеләре – барыһы ла атып үлтерелә. Бөтә был ҡурҡынысты үҙ күҙҙәре менән күреп шаңҡыған Тихонға:

– Һин беҙҙе партизан­дарға алып барасаҡһың. Уларҙың ҡайҙа икәнен беләһең бит, – тиҙәр.

– Мин унда булғаным юҡ, юлды белмәйем, – тип ҡаршы килеп ҡарай малай.

– Әйтмәһәң, атып үлтерәбеҙ. Атайың һәм ағайҙарыңдың партизан икәнлеген беҙ беләбеҙ, – тип гес­таповсы тоҫҡамай ғына атып ебәрә.

Ҡурҡыуҙан Тихон бер аҙ сайҡалып ҡуя.

– Шаярттым, – ти немец хахылдап көлөп. – Әгәр алып бармаһаң, ысынлап атасаҡмын.

Малай өндәшмәй. Ә отрядта йөҙәрләгән партизандар менән атаһы, ағай­ҙары. Нисек итеп ул ҡәҙерле кешеләренә хыянат итә алһын? Был бер ҡасан да улай булмаясаҡ. «Мин икенсе төрлө юл табасаҡмын», – тип уйлай ул.

– Партизандарҙан ҡур­ҡаһыңмы ни? Ҡурҡма. Беҙ һине Германияға ебәрәсәкбеҙ. Унда һин ысын ке­ше булып үҫәсәкһең, – тип немец офицеры уға шоколад һуҙа.

Уны дошманының йөҙөнә атып бәреүҙән саҡ тыйылып ҡала. Шунан тынысланып, рәхмәт әйтә лә:

– Яҡшы, әйҙәгеҙ минең арттан, – тип уларҙы эйәртеп алып китә.

Үлгән туғандарын уйлап, малай юл буйына һыҡтап бара. Үҙе генә белгән һуҡмаҡ менән ҡәбәхәттәрҙе кире сыға алмаҫлыҡ урынға алып китә. Ул йоҙроҡтарын йомарлап, аҙымдарын ҡы­ҙыулата. Урман барған һайын ҡараңғыраҡ, ҡуйыраҡ була бара. Немецтар борсола башлай.

– Йыраҡмы әле? – тип һорай офицер малайҙың күҙҙәренә туп-тура ҡарап.

– Әҙ генә ҡалды.

Тихон немец һалдаттарын ҡыш көнө лә туңмай торған һаҙлыҡ янына алып килә.

– Ҡайҙа партизандар? Кире алып сыҡ бынан. Ҡай­ҙа килтерҙең һин беҙҙе? – тип нимәлер һиҙенгән офицер аҡыра башлай.

– Мин һеҙҙе бер ҡасан да сыға алмаҫлыҡ урынға алып килдем. Был һеҙгә әсәйем, туғандарым һәм тыуған ауылым өсөн, – тип ғорур яуап бирә ҡыйыу пионер.

Атыу тауышы яңғырай. Тихон ҡарға ҡолай. Паникаға бирелеп, нимә эшләргә белмәй тегеләй-былай йүгерешкән 200-ҙән артыҡ немец һалдатын һаҙлыҡ үҙенә тартып ала.

Ун ике йәшлек ҡыйыу малай тураһында шул ваҡытта осраҡлы ғына иҫән ҡалған немец һалдатының көндәлеген уҡып беләләр. Тихондың батырлығына иҫе китеп ул: «Беҙ урыҫтарҙы бер ваҡытта ла еңә алмаясаҡбыҙ. Сөнки уларҙың балалары ла ысын геройҙар һымаҡ һуғыша», – тип яҙып ҡалдырған икән.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
Читайте нас: