Офицерҙың ҡулынан автомат алғанда уларҙың һәр береһе:
– Был автоматтан герой-пионер Вася Курка кеүек мәргән атырға һүҙ бирәм, – тип ант итә.
Кем ул Вася Курка, ни өсөн һалдаттар уға тиңләшергә теләй?
1941 йылдың авгусында дошман менән көслө алыштан һуң Винница өлкәһенең Любомирка ауылына майор Андреевтың икенсе уҡсылар батальоны урынлаша. Улар ошонда оборона тоторға тейеш. Яралыларҙы тылға оҙатҡас, отделениеларҙа икешәр-өсәр генә һалдат ҡалып, батальон тулы булмаған рота хәлендә генә була. Өҫтәмә көс тә килмәй, ә немецтар утлы ямғыр яуҙырыуын дауам итә.
Иртәгеһен иртә менән батальонға алыуҙарын һорап, майор Андреевҡа һәм өлкән политрук Шурфинскийға ауылдың һигеҙ колхозсыһы килә. Улар араһында 13 йәшлек пионер Вася Курка ла була. Бәләкәй буйлы малайға бер аҙ шикләнеберәк ҡараһалар ҙа, уның бөтә һорауҙарға ла шартлатып яуап биреүе оҡшап ҡала һәм ауылдаштарҙың барыһын да ҡабул итәләр.
Төндә бойороҡ бирелгәс, батальон Любомирканы ҡалдыра. Яугирҙар менән бергә Вася ла китә. Шулай башлана үҫмерҙең һалдат тормошо. Тәүге тапҡыр разведкаға Стёпа исемле йәш кенә сержант менән ебәрелә. Чистяковкаға бара торған юл буйында элек уларҙың батальоны торған бәләкәй утар була. Шунда еткәс, Стёпа:
– Бында бер һәйбәт инәй йәшәй, әйҙә, инеп һыу эсеп, хәлен белеп сығабыҙ, – ти.
Вася ризалаша. Улар килеп инеү менән әбей Стёпаны таный һәм:
– Большевик! – тип ҡысҡыра башлай. Ҡайҙандыр тиҙ арала немецтар килеп тула. Уларҙың икеһен дә мөгәрәпкә ырғыталар.
– Әбей һатлыҡ йән икән. Теге ваҡыт шундай һәйбәт кеше булып күренгәйне. Хәҙер немецтарға минең турала барыһын да һөйләйәсәк. Һин: «Беҙ осраҡлы ғына таныштарбыҙ», – тип әйтерһең. Мине барыбер үлтерәсәктәр. Ә һин разведканы аҙағынаса еткерергә тейешһең, – ти Стёпа. – Чистяковкала танкылар бармы, күпме, шуны бел.
Стёпаны Васяның күҙ алдында язалайҙар, аҙаҡ атып үлтерәләр. Шунда егет дуҫы өсөн үс алырға һүҙ бирә. Уның ҡурҡыныс үлемен күреп, фәҡәт снайпер булырға ҡарар итә. Фашистар Васяға теймәй. Стёпа менән осраҡлы ғына танышбыҙ, тигәненә ышаналар.
Ҡыйыу пионер иптәше әйткәндәрҙең барыһын да еренә еткереп үтәй. Ҡайҙа шыуышып, ҡайҙа йылға аша йөҙөп, ҡалаға барып һәм дошман танкыларының теүәл иҫәбен белеп, иҫән-һау батальонға ҡайтып етә. Командирға был турала хәбәр иткәс, бер сәғәттән беҙҙең осоусылар Чистяковка янындағы дошман танкылары колоннаһын күккә осора. Вася Курка «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Был уның тәүге хәрби наградаһы була.
Беҙҙең ғәскәрҙәр Украинаны азат иткән ваҡытта үҫмер күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға ҡарар итә. Максим Брыскин тигән мәргәндең исеме ул ваҡытта бөтә фронт буйынса билдәле була. Васяға уның өйрәнсеге булыу бәхете тейә.
Бына ул беренсе тапҡыр үҙ аллы снайперҙар посында. Күп нәмә хәҙер Васяның үҙенән тора. Егет ҡарасҡы эшләп, уға маскировка халаты кейҙерә лә алыҫ булмаған ергә урынлаштыра. Атыу урынына барып еткәс, уға беркетелгән епте тартҡылай башлай. Шунда уҡ траншея өҫтөндә шартлау тауышы яңғырай, ҡарасҡы ҡолай. Оҙаҡламай «ҡорбан»ын ҡарарға тип йәшеренгән урынынан гитлерсының башы күренә. Курка автоматының көбәген төбәп, тәтегә баҫа. Тулҡынланыуҙан үҫмер атыу тауышын да ишетмәй. Уның ҡарауы, дошманының нисек итеп траншеяға ҡолауын бик асыҡ күрә.
Полк командиры саф алдында Васяға рәхмәт белдерә, ә Максим Брыскин йәш мәргәндең тәүге етди уңыштары хаҡында дивизия гәзитенә ҙур мәҡәлә яҙа. Радомышел эргәһендә барған һуғыштарҙың береһендә Вася егермеләп немецтың ғүмерен өҙә. Ошонан һуң бер нисә көн үткәс, уҡсылар ротаһы терәк пункты өсөн һуғыш алып бара. Ҡурҡыу белмәҫ мәргән-разведкасы немецтарҙың тылына шыуышып үтеп, бер нисә утлы нөктәне юҡ итә һәм ротаға дошмандың терәк пунктын яулап алырға ярҙам итә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Уның исеме хатта дошмандарға ла билдәле була. Шулай булмайынса, Вася бит йөҙәрләгән немец һалдатының, һикһәнләп офицерҙың башына еткән кеше. Шулай итеп, Стёпа дуҫы өсөн үсен артығы менән ала.
– Иртәгә һөжүмгә күсәбеҙ. Күҙәтеү пунктын һәйбәт итеп әҙерлә.
– Мин анау торған бейек торбаға урынлашам.
– Һәйбәт идея, ләкин ҡурҡыныс. Унда менә алыуың да икеле.
– Мин ул урында булдым инде. Үҙемә аҫылмалы эскәмйә лә яһап ҡуйҙым...
Һуңғы алыш алдынан командир менән Вася Курка араһында шундай һөйләшеү була.
Кирбес торба өҫтөнән ел һыҙғыра. Вася тыныс ҡына дошман торған яҡты күҙәтә һәм, ғәҙәттәгесә, фашист офицерҙарына һәм күҙәтеүселәренә үлемесле утын тоҫҡаған. Бына бер гитлерсы ҡоланы, икенсеһенең бинокленә эләкте, өсөнсөһө күкрәгенә пуля тейеп йығылды. Торбала телефон да бар. Вася артиллеристар менән даими бәйләнеш тота. Уларға ҡайҙа тоҫҡарға, атырға кәрәклеген еткерә. Ике яҡтан да атыш тынмай. Көтмәгәндә торбаның нәҡ Вася ултырған өҫкө өлөшөндә ут сыға. Төтөн ҡаплап ала. Артиллерия командиры тиҙерәк телефонға йүгерә. Шылтырата, ләкин яуап биреүсе булмай. Торбаның уртаһында снарядтан ҡалған тишекте күреп, командирҙың ҡото оса. Васянан ҡанға буялған ҡағыҙ киҫәге генә ҡала. Унда дошман миномёт батареяларының координаттары яҙылған була.
– Алға, иптәштәр, Васябыҙ өсөн фашистарҙың кәрәген бирәйек! – тигән хәрби оран яңғырай.
Бына ни өсөн йәш һалдаттар ҡулына тәүге тапҡыр автомат алғанда Вася Курка һымаҡ мәргән атырға ант итә икән.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.