Ҡыҙыҡһынаусан Боря күберәк улар янында бутала: төрлө йомоштарын үтәй, ҡорал менән эш итергә, мина ҡуйырға ла өйрәнә.
Бер көндө биленә пулемёт таҫмаһын урап, винтовкаһын ҡулына алып, Боряның атаһы алғы позицияға китә. Оҙаҡламай уның үлеме тураһында хәбәр килә. Боря бер кемгә әйтмәйенсә, атаһының кәүҙәһен булһа ла эҙләп табам, тип өйҙән сығып китә. Нәҡ шул ваҡытта ҡалаға фашист оккупанттары килеп тула. Малайҙың ҡайтыуына өй буп-буш була. Әсәһен дә, ҡустыһы Толяны ла таба алмай.
Боря ҡурҡыныс барлығын һиҙенеп, тиҙерәк ауылда йәшәгән олатаһына ҡаса. Тимерлектә уға ярҙам итешә. Тик бында ла тыныс көндәр оҙаҡҡа бармай. Бер ваҡыт көтмәгәндә ишек шар асылып китә лә тупһала немец һалдаты күренә. Ул үҙ телендә нимәлер һораша башлай. Бер ни ҙә аңламаған олатаһы яурынын ғына һикертә. Ярһыған фашист автоматын уның күкрәгенә терәй ҙә атып та ебәрә. Аҙаҡтан шул уҡ вайымһыҙлыҡ менән боролоп, ишеккә табан атлай.
Боря эргәһендә ятҡан ауыр сүкеште һәрмәп таба. Ул йәшен тиҙлегендә немецты ҡыуып етеп, бөтә көсөнә тегенең башына тондора. Дошмандың автоматын ҡулына төшөргәс, йүгереп урамға сыға. Шау-ғауғаны ишеткән гитлерсылар тимерлеккә табан йүгерә. Был ваҡытта малай ҡасып, йәшеренеп өлгөргән була.
Ике тәүлек урман ҡыҙыра ул. Бәхетенә, исеме билдәле булған Батя отрядының партизан төркөмөн осрата. Уны командирға алып баралар. 1941 йылдың декабрендә Боря Цариков разведчик булып китә.
Яуаплы заданиеларға йөрөп, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе күп алып ҡайта ул. Бер мәл немецтарҙың ҙур карателдәр отряды штабына үтеп инә. Ләкин егетте бер һатлыҡ йән таный. Туҡмауҙар, ҡот осмалы язалауҙар ун ике йәшлек үҫмерҙең ихтыяр көсөн һындыра алмай. Фашистар партизандар разведчигын атырға хөкөм сығара.
Әсирҙәр тейәлгән йөк машинаһын биш һаҡсы оҙатып бара. Ул башта ялан буйлап елдерә, шунан киң таш юлға сығып, немецтар ғәскәре барған ағымға ҡушыла.
Көтмәгәндә һауала самолёттар геүләүе ишетелә. Тауыш көсәйгәндән-көсәйә. Баш осонда ҡыҙыл йондоҙло «Ил-2» штурмовиктары күренә. Гитлерсылар өҫтөнә бомба, пулялар яуа башлай. Боря ултырған машинаның моторына ла снаряд эләгә. Ике һаҡсы һәм шофёр шунда уҡ йән бирә. Ҡалғандары ҡурҡыштарынан батыр разведчик хаҡында онотоп, урман яғына табан йүгерә. Ә Боряға ҡасыу өсөн ошонан да уңайлыраҡ мәл булыуы мөмкин дә түгел. Шау-шыуҙан файҙаланып ҡалырға тырышҡан үҫмер бөтә көсөн йыйып, машинаның борты аша ергә һикерә. Ныҡ туҡмалғанлыҡтан һәр хәрәкәт ауыр бирелә. Шыуышып урман ситенә барып етә. Бында инде ҡурҡмаҫҡа ла мөмкин. Ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар уны йәшерәсәк. Ҡурҡыу белмәҫ пионер ярым үлек хәлендә отрядҡа саҡ ҡайтып йығыла.
1942 йылдың башында Мәскәү эргәһендә немец ғәскәрҙәре тар-мар ителгәндән һуң, дошман үҙенең дивизияһын, хәрби техникаһын, боепристарын ашығыс рәүештә көнсығышҡа табан оҙата башлай. Ләкин уларҙың күбеһе фронт һыҙығына барып етә алмай. Партизандар юлдарын быуа. Үҙҙәренең хәүефһеҙлеге өсөн фашистар тимер юл буйындағы ағастарҙы киҫә, пулемёттар һәм көслө прожекторҙар менән вышкалар ҡуя. Тимер юлына һәм күперҙәргә табан илткән юлдарҙы миналайҙар. Һәр дүрт телеграф бағанаһы һайын һаҡсылар баҫа.
Төн… Боря аҡ маскировка халатында тимер юлы янындағы тупраҡ өйөмөнә шыуыша. Һыуыҡ һөйәктәргә үтеп инә. Ләкин түҙергә, һаҡ булырға кәрәк. Унан бер нисә генә аҙым ситтәрәк немецтар тапана. Бына рельс геүләгән тауыш ишетелә. Оҙаҡламай дығырлап автодрезина үтеп китә. «Әһә, хәҙер поезд күренәсәк», – тигән уй үтә үҫмерҙең башынан. Ысынлап та, бер аҙҙан паровоз гудогы ишетелә. Боря яҡыныраҡ шыуышып, ырғырға әҙер генә ята, әммә ҡапыл нимәлер тотҡарлай. Тәгәрмәстәрҙең ҡыҫҡаҡ ҡына туҡылдауына ҡарағанда, тегеләрҙең мутлашҡаны һиҙелгән кеүек. Ауыр эшелон улай килмәй ул. Бына боролоштан паровоз күренә. Алдынан буш платформаны этәреп бара шул. Дөрөҫ һиҙенгән икән.
«Ярар, беҙ һине үткәреп ебәрәбеҙ. Артабан юлыңды дауам ит. Ә бына артыңдан килгән поезд бик мөһимдер, ахырыһы. Уны инде беҙ тейешенсә, музыка менән, ҡаршы аласаҡбыҙ», – ти Боря, ғәйрәтләнеп. Ауыр итеп килгән паровоздың тауышын ишетеү менән малай тимер юлына табан яҡынлаша. Рельс аҫтына мина һалғас, кире урманға табан шыуыша. Унда ҡыйыу разведчикты иптәштәре көтә.
Артта көслө шартлау тауышы яңғырай. Һуңынан, разведка асыҡлауынса, дошмандың 71 ауыр танкыһы күккә осҡаны билдәле була. Боря Цариков күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Фронт линияһы аша уны самолёт менән Мәскәүгә килтерәләр. 13 йәшлек пионерға Кремлдә Михаил Иванович Калинин үҙе хөкүмәт наградаһы тапшыра. Командование уны Мәскәүҙә ҡалдырырға теләһә лә, ҡыйыу пионер ризалашмай.
Боря Цариков хәрби часть разведчигы булып китә. Десна йылғаһын аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн 1942 йылдың 7 авгусында икенсе тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1943 йылдың 14 октябрендә уларҙың часы Днепрға етә. Төндә Боря боҙло һыу аша дошман урынлашҡан ҡаршы яҡ ярға сыға. Таң атыуға ул үтә лә ҡиммәтле мәғлүмәттәр алып ҡайта. 15 октябрҙә йәш разведчикка дошмандың көслө утлы ямғыры аҫтында йылғаны тағы ла 9 тапҡыр йөҙөп сығырға тура килә. Ни өсөн тигәндә, командованиеға мөһим мәғлүмәттәрҙе ваҡытында еткерергә кәрәк.
1943 йылдың 30 октябрендә Боря Цариковҡа Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем бирелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был шатлыҡлы хәбәр часҡа килеп еткәндә ул үлгән була. 13 ноябрҙә немец снайперының пуляһы һәләк итә.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.