+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Герой-пионерҙар
28 Июнь 2021, 09:03

Женя Попов

Женя Попов Майкоп ҡалаһында тыуа. Атаһы улының тыуған көнө уңайынан Ҡыҙыл Октябрь урамындағы өйҙәре эргәһенә бер нисә тирәк ултырта.

Хәҙер Поповтар йәшәгән йорт юҡ инде. Унда «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт йорто урынлашҡан. Ә Женяның тирәктәре һаман ултыра әле.

Бөйөк Ватан һуғышы башлан­ғанда малайға ун өсөнсө йәш киткән була. 1941 йылдың июнендә ул бишенсе синыфты тамамлап, алтынсыға күсә. Ике йылдан һуң ете йыллыҡ мәктәпте бөтөрөп, механика техникумына инергә хыяллана. Әммә һуғыш бөтә уйҙа­рын селпәрәмә килтерә. Ял көнө, 12 августа, немецтар Майкоп ҡалаһына баҫып инә. Тәүге көндән үк фашистар урындағы халыҡты талай һәм төрлөсә интектерә башлай. Бигерәк тә ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала-сағалар йонсой. Туған мәктәбен немецтар ниндәй хәлгә килтергәнен Женя үҙ күҙҙәре менән күрә. Улар кәртәләрен, ишекте емерә, китапхананы пыран-заран килтерә, уҡыу бүлмәләрен ат аҙбарына әйләндерә. Женя дуҫтары менән листовкалар яҙып, йорт, ҡоймаларға йәбештерергә тотона. Малай яҙмаһында фашистарға ҡаршылыҡ күрһәтергә өндәй.

Ғинуар айының һыуыҡ бер көнөндә ике автоматсы Женяны тотоп алып, бер нисә көн буйына язалай. 1943 йылдың ғинуарында, нәҡ тыуған көнөндә, уны атып үлтерәләр. Малай геройҙарса һәләк була.

Майкоп немецтарҙан азат ителгәс, 8-се мәктәптең пионер вожатыйы Валентина Григорьевна Дробогова белем усағына уның исемен биреүҙе юллай. 1943 йылдың 26 майында «Комсомольская правда» гәзитендә Женяның батырлығы тураһында мәҡәлә баҫылып сыға. 1945 йылдан алып йыл һайын 17 ғинуарҙа ул уҡыған белем уса­ғында тантаналы рәүештә Мәктәп намыҫы көнө билдәләнә.

8-се мәктәп уҡытыусыһы Николай Александрович Кравчен­ко ике йыл эсендә герой-пио­нер­ҙың скульптураһын эшләй. Ә 1989 йылда белем усағы эргәһенә һәйкәле ҡуйыла. Һуғыштан һуң Майкоп ҡалаһында Женяны «Майкоптың бөркөт балаһы» тип атайҙар. 1970 йылда «Огонёк» журналында «Ге­рой­ҙың тыуған көнө» тигән мәҡәлә баҫылып сы­ға. Ул донъя күргәндән һуң Советтар Союзының төрлө яҡтарынан хаттар килә. 1973 йылда Женя Поповтың батырлығына 30 йыл тулыуға арнап, Ростов кинохроника студияһы 8-се мәктәп тураһында сюжет төшөрә.

Үҙе үлһә лә, геройҙың исеме әле лә онотолмай.

Г. РАМАҘАНОВА әҙерләне.
Читайте нас: