0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Герой-пионерҙар
30 Июнь 2021, 09:47

Аркадий Каманин

Бәй, ул Советтар Союзы Геройы, осоусы Николай Петрович Каманиндың улы икән дә!

Бәләкәйҙән спорт менән шө­ғөлләнеп, үткер, ныҡышмал, көслө ихтыярлы булып үҫә. Аркаша аккордеонда, баянда уйнай. Шөғөлдәре күп була, әммә һәр ваҡыт атаһы һымаҡ осоусы булырға хыяллана. Каникул көндәрен тулыһынса аэродромда үткәрә, механик һөнәрен үҙләштерергә тырыша. Өйрәнеп алғас, атаһынан үҙен Мәскәү авиация заводына эшкә урынлаштырыуын һорай. Ун өс йәшлек кенә малай үҙ һүҙен барыбер һүҙ итә. Бер ниндәй ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса өлкәндәр менән бергә тулы сменала эшләй.

Һуғыш башланғас, Николай Петровичты ғаиләһе менән Ташкентҡа ебәрәләр. Был ва­ҡытта байтаҡ тәжрибә тупла­ған Аркаша үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Ул Калинин фронтының 423-сө элемтә авиаэскадрильяһында механик була. Үҫмер йыш ҡына хәрби осоштар хаҡында ла хыяллана. Был турала атаһы менән кәңәшләшкәс, ул ризалығын бирә. Өлкән дуҫтары самолёт менән идара итергә өйрәтә, практик һәм теоретик дәрестәр ҙә үткәрә.

Беренсе тапҡыр Аркаша ике урынлыҡ У-2 элемтә самолётына ултыра. Өйрәнеү өсөн генә ҡулланыла ул. Был самолётта малайға үҙен бортмеханик итеп тә, штурман булараҡ та күрһәтеү мөмкинлеге тыуа. Ә бер ваҡыт осош ваҡытында көтмәгәндә кабинаның тәҙрәһенә пуля тейеп ватыла һәм осоусының күҙе һуҡырая. Иҫе юғала барыуын һиҙеп, өйрәтеүсеһе рацияны Аркашаға бирә һәм артабан «тимер ҡош» менән идара итеү­ҙе лә уға тапшыра. Малай шунда уҡ үҙен ҡулға алып, самолётты дөрөҫ итеп аэродромға йүнәлтә лә имен-аман уны ергә ултырта.

1943 йылда бәләкәй Каманин осоуға рөхсәт алыу өсөн генерал атаһына имтихан тапшыра. Һынауҙарҙы һәйбәт үтә. Юғиһә, бер курсант имтихан биреү өсөн һигеҙ тапҡыр бар­ған икән, тип тә һөйләйҙәр. Атаһы бик талапсан кеше шул.

Ниһайәт, ул – осоусы! Оҙаҡламай үҙенең У-2 самолётында разведкаларға ла йөрөй башлай. Башта аэродромдар араһында ғына оса. Ләкин көтмәгәндә йәш осоусының оҫталығын тормош үҙе иҫбат итә. Бер мәл уның самолётына бер «мессер» һөжүм яһай. Ни эшләргә? Беҙҙең осоусылар аҫтан барыһын да күреп тора. Инде ярҙамға сығабыҙ тигәндә генә эҙәрләүҙән үҙ аллы ҡотола ала бит. Ошонан һуң үҙен яуаплы заданиеларға ла ҡурҡмайынса ебәрә башлай­ҙар.

Бер ваҡыт хәрби бурысын үтәп ҡайтып килгәндә ул штаб урынлашҡан нейтраль һыҙыҡта бәреп төшөрөлгән Ил-2 самолётын күреп ҡала. Кабинаһы ябыҡ. Тимәк, осоусы үлгән йә­ки ҡаты йәрәхәтләнеп, йөрөрлөк хәлдә түгел. Аркаша само­лётын ултыртып, тиҙ арала яралыны һәм ундағы бөтә фототехниканы сығарып, үҙенең машинаһына алып бара һәм осоп та китә. Фашистар күреп ҡалып, шунда уҡ миномёттан ут аса, ләкин беҙҙең көслө артиллерия ярҙамға килә. Аркаша ҡотҡарған осоу­сы разведканан ҡайтып килгән Бердников тигән лейтенант була. Был батырлығы өсөн егет Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Икенсе тапҡыр ошондай уҡ орденды уға 1944 йылда тапшыралар. Был ваҡытта егет 2-се Украина фронтында һу­ғышҡан була. Фронт штабына бандеровсылар отряды һөжүм итә. Утлы ямғыр аҫтында үҙенең У-2-һенә ултырып, егет дошман өҫтөнә гранаталар ташлай, хатта өҫтәмә көс саҡырырға ла өлгөрә. Шулай бандеровсыларҙың һөжүме кире ҡағыла.

Каманин 600-ҙән артыҡ хәрби осош яһай. Алты хөкүмәт наградаһы, йәнә бик күп миҙалдар менән бүләкләнә.

Еңеүҙән һуң, 1946 йылда, Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһына уҡырға инә. Ҡасандыр атаһы ла нәҡ ошо белем усағын тамамлай. Юғары белем алып, матур хыялдар менән йәшәргә ынтыл­ған егет 18 йәшендә генә,1947 йылдың 13 апрелендә, үлеп ҡала. Ул менингит менән сирләгән була. Ауыр һуғыш йылдарын үтеп, аҙ ғына ла тыныс тормошта йәшәй алмауы, әлбиттә, үкенесле.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
Читайте нас: