0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Герой-пионерҙар
1 Июль 2021, 10:29

Лёня Анкинович

Танылған подпольщик Константин Заслонов бригадаһы разведчигы, ун йәшлек Лёня Анкинович бер үҙе сәғәттән артыҡ гитлерсылар менән һуғыш алып бара.

Нисекме? Бер ваҡыт ул сираттағы заданиенан ҡайтып килгәндә Кашино ауылы (Белоруссия) эргәһендә ун ике партизанды осрата. Дошман эшелонын юҡ итеп, улар ауыл эргәһенә ял алырға туҡталған була. Ағайҙары малайҙы үҙҙәре янында ҡалырға саҡырһа ла, ул үҙ юлын дауам итә. Ашыға, сөнки өс көн буйына йыйған мәғлүмәттәрҙе тиҙерәк отрядҡа алып барып еткерергә кәрәк.

Бер саҡрым да китеп өлгөрмәй, Лёня мотор геүләгән тауыш ишетеп, туҡтап ҡала. Ағас артына йәшенеп, ботаҡ­тар араһынан ҡараһа, ни күр­һен, немецтар тейәлгән йөк машиналары килә. Башҡа ва­ҡыт булһа, ул тынын да сығар­май боҫоп ятыр ине, хә­ҙер иһә кире Кашиноға йүгерергә кәрәк. Партизандар­ҙы иҫкәртеп өлгөрмәһәң, ҡамауға эләгеүҙәре бар.

Малай ауылға ҡайынлыҡ аша тураға йүгерә, ләкин немецтар күреп ҡалып, уға автоматтан ут яуҙыра башлай. Лёняның аяғы, ҡулы яралана. Ауылға аҙ ғына ҡалған да бит... Бына тирмән янына ла етте. Тик малай яралы аяғы менән артабан йүгерә алмаҫын аңлай. Өлгөрмәйәсәк тә. Ул партизандарҙан ҡал­ған землянкаға ташлана. Тирмән янында йәшереп ҡалдырылған пулемёт та булырға тейеш.

Оҙаҡламай «максимка» ты­ҡылдай ҙа башлай. Бына беренсе килгән машина туҡтап ҡала һәм уны ут ялмап ала. Эштең ниҙә икәнен аңлап алған фашистар землянкаға табан йүгерә. Ләкин ҡыйыу пионер уларҙы шунда уҡ ергә түшәп һала. Атыу тынып тор­ған арала: «Бирел, партизан!» – тип ҡысҡыралар. «Пионерҙар бирелмәй», – тип шыбырлап, йәш батыр пулемёттың тотҡаһын ны­ғыраҡ ҡыҫа. Ләкин көтмәгәндә «максимка» туҡтап ҡа­ла. Патрондар бөтә. Немецтар яҡынлашҡандан-яҡынлаша. «Барыбер үтә ал­маясаҡ­һығыҙ», – тип Лёня бер-бер артлы гранаталар ташлай. Бына һуң­ғыһы ҡалды. Ни эшләргә? Малай гранатаһын ҡулына йәшереп тотоп, өҫкә сыға. Фашистар ҡаршы йүгерә. Улар Лёняны бирелергә килә тип уйлай. Шул ваҡыт йәш партизан ҡулын һелтәүе бу­ла, ҡолаҡ тондорғос шартлау яңғырай. Ниндәйҙер мөғжизә менән үҙе иҫән ҡала.

Иртәгеһен Константин Заслонов бригадаһының пар­тизандары ауыр яралан­ған малайҙы табып, госпиталгә оҙата. Батырҙың ғүмере өсөн табиптар дүрт ай көрәшә.

Ошо батырлығы өсөн Лёня Анкинович Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Сәләмәтлеге нығынғас та үҙенең отрядына әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуң осоусылар училищеһын тамамлай. Ул хәрби осоусы булып китә. 1956 йылда, демобилизациянан һуң, тыуған ҡалаһы Оршаға ҡайта.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
Читайте нас: