-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Герой-пионерҙар
6 Июль 2021, 09:23

Нина Сагайдаҡ

Артыҡ ҙур булмаған Щорс ҡалаһына немецтар баҫып ингәс, халыҡты күпләп ҡулға алыуҙар, язалауҙар башлана.

Пионер Нина Сагайдак был ваҡытта бер нисек тә өйҙә ҡул ҡаушырып ултыра алмай. Төндә листовкалар яҙып, улар­ҙы кеше күберәк йөрөй торған майҙандарға алып барып йәбештерә. Йәшерен генә осрашып, ҡалалағы яңылыҡтар менән партизандарҙы таныштырып то­ра. Аҙаҡ ҡалала тороп ҡалған синыфташтары менән һөйләшеп, эшкә бергәләп тотоналар. Нина үҙенең отряды өсөн партизандарҙан төрлө заданиелар ала.7 ноябрь көндө ҡыҙ бик ҡур­ҡыныс аҙымға бара: иптәштәре менән радиоузелға килеп, ул үҙенең яңғырауыҡлы тауышы менән бөтә ҡала хал­ҡын Октябрь байрамы менән ҡотлай. Ләкин ҡасып өлгөрмәй, гестаповсылар ҡулға ала. Ныҡ итеп туҡмайҙар, язалай­ҙар. Бер һүҙ ҙә әйттерә алмағас, конвой оҙатыуында өйҙәренә килтерәләр. «Ана, ҡустыңды, өләсәйеңде күрәһеңме? Иптәштәреңдең ҡай­ҙа икәнен әйт­һәң, улар янында ҡалаһың», – тиҙәр. Ҡыҙ өндәшмәй. Уны 1943 йыл­дың 19 майында атып үлтерәләр.Украиналағы Щорс ҡалаһы немец илбаҫарҙарынан азат ителгәс, совет һалдаттары Нина һуңғы көндәрен үткәргән төрмәнең ишегендә ниндәй­ҙер осло әйбер менән сыйып яҙылған ошондай һүҙҙәрҙе күрә: «Ми­ңә 16 йәш. Шул тиклем йәшәгем килә. Кемдәр бын­да була, кемдәр иҫән ҡалып, иреккә сыға – минең ту­рала онотмаһындар. Нина Сагайдак. 19.V – 1943».Украин яҙыусыһы Дмитрий Мищенко документаль материалдарға таянып, ҡыйыу пионер Нина Сагайдак тураһында повесть яҙа, китап сығара.Ысынлап та, күпме үҫмер бәләкәй генә көйөнсә иҫ китмәле батырлыҡтар күрһәткән. Күбеһенә наградалары ла үҙҙәре үлгәндән һуң ғына тапшырыла. Ләкин уларҙың береһе лә был ваҡытта миҙал, орден тураһында уйламай. Тиҙерәк илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан таҙартып, Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн көрәшәләр.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.

Читайте нас: