Ҡулсаны ҡаты тотһалар ҙа, гитлерсылар һөжүм башларға ашыҡмай. Сөнки Мәскәү янында совет ғәскәрҙәре тарафынан яһалған һөжүм ваҡытында көстәре ныҡ ҡына ҡаҡшаған була. Етмәһә, партизандар тураһында теүәл генә мәғлүмәт тә юҡ. Бәлки, уларҙың әҙерлеге бик яҡшылыр. Шуға өҫтәмә ярҙам килгәнен көтәләр.
Ә партизандарҙың хәле бик шәптән булмай. Аҙыҡ-түлек запастары ла бөткән. Улар нисек тә ҡамауҙан сығыу тураһында баш вата. Отряд командиры ярҙам һорап, Ҡыҙыл Армия командованиеһына мөрәжәғәт итә. Рация аша улар тәжрибәле разведчик ебәрәсәктәре хаҡында хәбәр ала. Ысынлап та, билдәләнгән ваҡытта урман өҫтөндә самолёт моторының тауышы ишетелә. Бер нисә минуттан парашютсы ла килеп төшә. Партизандар бәләкәй генә малайҙы күреп, аптырап ҡала.
– Тәжрибәле разведчик һин булаһыңмы инде? – тип һорай командир.
– Мин. Әллә оҡшамағанмынмы? – Малай һалдат бушлатында, ҡалын һырмалы салбарҙа һәм йондоҙ тағылған ҡолаҡсынлы бүректә була. Ысын ҡыҙылармеец.
– Нисә йәш һуң һиңә?
– Оҙаҡламай ун бер тула.
Малай үҙен, Юра Жданко, тип таныштыра. Сығышы менән Витебск ҡалаһынан. 1941 йылдың июлендә был шуҡ, шаян, урындағы биләмәләрҙе биш бармағы кеүек белгән малай сигенә башлаған совет һалдаттарына Двина аша кисеүҙе күрһәтергә бара. Ләкин тыуған йортона кире әйләнеп ҡайта алмай. Ул юл күрһәтеүсе булып йөрөгән арала ҡалаға немецтарҙың бронетехникаһы инә. Оҙатып барған разведчиктар уны үҙҙәре менән алырға мәжбүр була. Шулай ул Фрунзе исемендәге 332-се Иванов уҡсылар дивизияһының тәрбиәләнеүсеһе булып китә. Тәбиғәте менән күҙәтеүсән, хәтере шәп малай һәр нәмәне тиҙ арала үҙләштереп, өлкәндәргә үҙенең кәңәштәрен бирергә лә һорап тормай. Юраның һәләтен баһаламай ҡалмайҙар. Уны разведкаға үҙҙәре менән бергә ала башлайҙар. Хатта күперҙе миналауҙа ла ҡатнаша. Шартлау ваҡытында иптәше яраланғас, Юра тәүге ярҙам күрһәтеп, уны часҡа алып ҡайта һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалын ала.
Ысынлап та, партизандарға ҡамауҙан сығырға ярҙам итер өсөн унан да шәберәк разведчикты тапмайҙар.
– Парашюттан һикергәнең бармы? – тип һорайҙар.
Бер тапҡыр ҙа үҙен һынамаһа ла, ул: «Эйе», – тип яуап бирә.
Самолёт осоп киткәс кенә Юра дөрөҫөн әйтә. Быға инструктор бик ныҡ асыулана. Ләкин һуң була. Уға юлда ғына нимәләр эшләргә кәрәклеген өйрәтәләр. Ҡыйыу, отҡор егет бөтәһен дә дөрөҫ үтәп, отрядҡа имен-аман барып етә.
Бер заман уны иҫке кейем кейҙереп, ауылға ебәрәләр. Бында Влас исемле ҡарттың өйөндә бер немец офицеры йәшәгән була. Ул үҙен был ҡарттың район үҙәгендә йәшәгән ейәне тип таныштыра. Бурысы ауыр: Юра немецтарҙың ҡамауҙа ҡалған отрядты юҡҡа сығарыу планын ҡулына төшөрөргә тейеш. Уңайлы мәлде уға бер нисә көн көтөргә тура килә. Бер көндө фриц урамға шинелен кеймәйенсә сыға. Ә уның кеҫәһендә – сейф асҡысы. Тиҙ арала ул Юраның ҡулына күсә һәм оҙаҡламай документтар отрядҡа килеп тә етә.
1943 йылда ҡыйыу пионер ҡамауҙан Ҡыҙыл Армияның регуляр батальонын сығара. Юра Жданко ошо батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
«Мин ысын һуғышты уйнаным, өлкәндәр үтәй алмаҫлыҡ эштәрҙе башҡарҙым һәм бындай осраҡтар бик күп булды», – ти үҙенең хәтерләүҙәрендә Юрий Иванович Жданко.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.