Балалар баҡсаһы менән хушлашып, уҡыусы булдылар бит, ҙурайҙылар. Ата-әсәләре өсөн дә яңы осор башлана. Кескәйҙәр мәктәпкә нисек өйрәнеп китер? Әлбиттә, балалар баҡсаһына, әҙерлек төркөмөнә йөрөгән балалар коллективҡа өйрәнгән инде. Әммә белем усағының үҙ ҡағиҙәләре. Ата-әсәләр, педагогтар кескәйҙәргә яңы урынға өйрәнеп китергә ярҙам итергә бурыслы.
Мәктәптә һорауҙары килеп тыуһа, беренселәр уҡытыусыһына йә башҡа берәй педагогҡа мөрәжәғәт итеп, үҙен борсоған мәсьәләне хәл итеүҙәрен һорарға оялмаһын. Өлкәндәр уға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер икәнен аңлатығыҙ.
Хәҙер кейеменең төймәләрен эләктереү-ысҡындырыу, кедаһының бауын бәйләү кеүек ваҡ-төйәк эштәрҙе тик үҙенә башҡарырға тура килә. Быларҙы алданыраҡ өйрәтеү кәрәк.
Тәүге көндәрҙә мәктәп эсендә аҙашып та китеүе бар. Был осраҡта беренселәр кемдән дә булһа ярҙам һорарға тартынмаһын.
Йыш ҡына ата-әсәләр икенсе берәүҙе балаһына өлгө итеп ҡуя, маҡтай. Психологтар бүтән тиҫтерҙәре менән сағыштырмаҫҡа кәңәш итә. Уңышына ҡыуаныуығыҙҙы белдереү бер ҙә ҡамасауламаҫ. Ғөмүмән, башҡарған эше өсөн маҡтап тороу һәйбәт. Уҡыуға, белем алыуға ынтылышы һүнмәһен, мәктәп тураһында яҡшы тәьҫораттар ғына булһын өсөн.
Бала тормошонда тағы бер абруйлы кеше – уҡытыусы барлыҡҡа килә. Уның менән һәр ваҡыт бәйләнештә булып, кәңәшләшеп тороғоҙ.
Фото: "Йәншишмә" архивынан(2018 йыл).