Был көн атай-әсәйҙәребеҙ күңелендә яҡты бер бала саҡ хәтирәһе булып ҡалған. Борғолар ҡысҡыртып, барабандар ҡағып, пионер йыйындарын үткәреүҙәрен, октябрят, пионер сафтарына ҡабул ителеүҙәрен, Пионерия көнөндә урман-ҡырҙарға сығып, усаҡ яғыуҙарын, төрлө йырҙар йырлап ултырыуҙарын әле лә һағынып иҫкә алалар. Ул саҡтағы пионерҙар тимер-томор, иҫке ҡағыҙ йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша, тимурсылар отрядтары ойоштороп, өлкәндәргә ярҙам итергә лә йөрөй. Бына шулай Бөтә Союз пионер ойошмаһы балаларҙы бәләкәйҙән хеҙмәт һөйөргә лә, ололарҙы, кеселәрҙе ихтирам итергә лә өйрәтә.
Бөгөн дә республикабыҙҙың күп мәктәптәрендә дуҫлыҡ, берҙәмлек тойғолары тәрбиәләүсе ойошмалар, тимурсылар хәрәкәте бар. Уларҙың бер аҙ үҙгәртелеп булһа ла һаҡланып ҡалыуы ҡыуаныслы. Мәҫәлән, баш ҡаланың 102-се башҡорт гимназияһында күптән инде «Нур» өлкән уҡыусылар советы эшләп килә. Элекке пионерҙар ваҡытындағы кеүек, үҙҙәре ойошма рәйесен, урынбаҫарын, мәғариф, мәҙәниәт, спорт, социаль мәсьәләләр буйынса министрҙарын да һайлап ҡуйған. Улар башлыса өлкән синыф уҡыусыларынан. Һәр береһенә айырым бурыс йөкмәтелгән.
– Рәйесебеҙ – Диана Шиһапова. Ул советтың башлығы булып тора, ойошма эшен уңышлы ғына алып бара. Үҙебеҙҙең һәр синыфта ярҙамсыларыбыҙ ҙа булдырылған. Улар – синыфтың старосталары. Ниндәйҙер сара үткәрергә уйлаһаҡ, тиҙ генә йыйылышып алабыҙ ҙа кәңәшләшәбеҙ, ҡыҙыҡлыраҡ булһын өсөн бергәләшеп уйлайбыҙ, – ти өлкән вожатый Айгөл Сәлимйән ҡыҙы Хәмитова.
Уҡыусылар советы башланғыс синыфтар менән дә эшләй. Уларҙы пионер сафына ҡабул итеү, гимназиялағы бөтә кисә-байрамдарҙы ойоштороу ҙа – ойошма ағзалары иңендә. Күптән түгел Һаулыҡ аҙналығын матур итеп уҙғарып ебәргәндәр, көн һайын шул темаға саралар үткәрелгән. Беренсе көн «Спортсылар зарядкаһы» тип аталып, тәнәфес ваҡытында ҡыҙҙар, малайҙар флешмобҡа сыҡҡан. Һәр синыф сәләмәтлек мөйөшө лә булдырған, тамаша залына йыйылып, һаулыҡ тураһында ла һөйләшкәндәр. Был аҙналыҡта балалар бик күп файҙалы мәғлүмәт алған.
Өлкән пионервожатый һүҙҙәренсә, бер ниндәй саранан да ситтә ҡалмайҙар. Уҡыусылар советы районда ғына түгел, ҡала кимәлендә ойошторолған конкурстарҙа, акцияларҙа әүҙем ҡатнашып тора.
Гимназияла тимурсылар булыуы ла бик һөйөндөрҙө. Һәр синыфҡа өлкән инәй-олатайҙар беркетелгән. Уларға барып, йорт эштәрендә ярҙам итәләр, ҡышын ҡарҙарын көрәйҙәр. Быйылғы йыл, Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы, тип иғлан ителгәс, ҡыҙҙар, малайҙарҙы икенсе төрлө ирекмәндәр тип тә атай башлағандар. Яңыраҡ белем усағында уҡыусылар советы ҡарамағында үҙҙәренең төркөмө лә барлыҡҡа килгән. Апрель айында «Балаларға ҡыуаныс бүләк ит!» акцияһын иғлан итеп, атай-әсәйһеҙ ҡалған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡтар, китаптар йыйып, ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға ярҙам күрһәтеүсе «Ғаилә» республика балалар ресурс үҙәгенә алып барып тапшырғандар. Гимназияның йәш ирекмәндәре төрлө йәштәге балалар менән тиҙ генә уртаҡ тел табып, төрлө уйындар уйнатып, бейетеп тә ҡыуандырған.
– Был минуттарҙа үҙебеҙҙе әллә ниндәй ҙур эш башҡарған һымаҡ тойҙоҡ. Ошо ваҡытта мин ирекмән булыу шәп икәнен аңланым. Беҙ кешеләрҙе изге эштәребеҙ менән ҡыуандырыуҙы артабан дауам итәсәкбеҙ, – ти уҡыусылар советы рәйесе Диана Шиһапова.
Бына шулай уҡыусылар ойошмаһы һәр береһен изгелекле, ярҙамсыл, иғтибарлы булырға ла өйрәтә. Афарин! Ә башҡа яҡтарҙа пионер ойошмалары нисегерәк эшләй икән? Район, ҡалаларҙа йәшәүсе уҡыусыларҙан ошо хаҡта хаттар көтөп ҡалабыҙ.