Уның күргәндәре, кисергәндәре хаҡында һөйләүе һеҙгә, уҡыусылар, шул осорҙо күҙалларға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.– 1984 йылдың 17 апрелендә мине армияға алдылар. Йыйылма пунктта 3 көн торғас, поезд менән Пензаға юлландыҡ. Унда ике аҙна буйына «Йәш хәрби» курсын үттек. Һалдат кейемдәрен кейеп алғас, дуҫ егеттәрҙе лә танымай торабыҙ. Шунан һуң инде Төркмәнстанға Ёлётен ҡалаһына ебәрҙеләр. Беҙҙә был ваҡытта һалҡынса, яңы ҡар ирей башлаған ғына ине. Ә тегендә килеп төшкәйнек, йәп-йәшел үлән, сәскәләр атып ултыра. Бында ярты көн булғандан һуң машиналарға ултыртып, полигонға алып киттеләр. Унда өс ай тау автодромында йөрөргә, атырға өйрәндек.
Оҙаҡламай беҙҙе Афғанстанға ебәрәләр икәнен белдек. Сиккә тиклем машина менән барҙыҡ, шунан йөк вертолётына ултыртып, сит-ят ерҙәргә алып сығып киттеләр. Барып еткәс, барыбыҙҙы ла төрлө взводтарға тараттылар. Палаткаларҙа 30-лап кеше йәшәй башланыҡ. Үҙебеҙҙең часта, һуғыштағы кеүек, автоматтар менән йөрөмәнек. Атырға өйрәнергә тирға алып баралар ине. Олораҡ ағайҙар, ҡайтып китер алдынан, беҙҙе йөк менән нисек рейсҡа сығырға өйрәтә башланы. Иртәнге алтыла торабыҙ ҙа үҙ машинабыҙҙы ҡарап, тикшереп, ике сәғәт тирәһе юлға әҙерләнәбеҙ. Тәүҙә рейсҡа яҡын араға һаҡланған урындарға ғына йөрөнөк. Шулай ҙа атыу тауыштары яңғырап тора ине. Әле был тау башынан, әле тегенеһенән пулялар һыҙғырып үткәне ишетелә. Бер барғанда снарядтар тейәп алып барабыҙ, икенсе сыҡҡанда – дарыуҙар, өсөнсөһөндә аҙыҡ-түлектәр ташыйбыҙ. 70 – 80 машина теҙелешеп китәбеҙ. Ҡурҡыныс, тип тормайбыҙ, йөктө тәғәйенләнгән ергә алып барып бушатабыҙ. Рейсыбыҙ бер аҙнаға һуҙыла, ҡайтыуға ла шул сама ваҡыт китә.
Юлда булғанда ата башлаһалар, кабинанан тиҙ генә төшөү яғын ҡарайһың. Шулай һөжүмдән һаҡланаһың инде. Улар белеп ата, иң беренсе барған машина шартлаһа, беҙгә юл ҡаплана. Шул мәлдәрҙә ҡыйынға тура килә ине. Тыныс йәшәүсе халыҡ түгел, тау башында йәшенеп, ысын дошмандар үс ала. Йөк машинаһы менән китеп барғанды ҡарап ҡына торалар. Был дошмандарҙы моджахеттар тип йөрөттөләр. Ә үҙебеҙ улар өсөн шурави инек. Ҙурыраҡ атыш башланһа, вертолёттарыбыҙ килеп, тегеләргә бомба ташлап китә. Беҙ аҙыҡ-түлек, бүтән кәрәк-яраҡ ташыйбыҙ, шуға ла һөжүмдән һаҡланыу еңелерәк. Бензин, солярка тейәлгән машиналарҙа йөрөү үтә ҡурҡыныс…
Беҙҙең бригада хеҙмәтләндереүсе генә булып торҙо. Эргәбеҙҙә генә мотоуҡсылар полкы урынлашҡайны. Саҡ ҡына атыу тауышы сыҡтымы, улар эргәләге взводтарҙы, сикте һаҡлай ине. Бронежилеттар, противогаздар кейеп, һөжүм итеүселәргә бергәләп ҡаршы торорға өйрәнә торғайныҡ.
1985 йылда һалдаттар өсөн ҡаты тәртип индерелде. Афғандарҙы йәберләмәҫкә, үҙеңде өлгөлө, тәртипле итеп тоторға, тигән ҡәтғи талаптар ҡуйылды. Хеҙмәт иткән ерҙә тыныс кешеләр ҙә булды. Үтеп киткәндә улар менән аралашаһың, яйыраҡ һөйләшһәләр, хатта үҙҙәрен аңлайһың да. Ҡайһы берҙәре әҙерәк урыҫса ла белә ине.
Мин хеҙмәт иткән урын Үлем үҙәне тип аталды. Ошо хаҡта китапта ла яҙылған. Уның үҙенең бер тарихы бар. Бында әллә күпме кеше мәйеттәре күмелгән…
Әҙ генә ел башланһа, томан кеүек саң күтәрелә, вертолёттар осмай башлай, бәйләнеш бөтә. Машиналар ҙа бигүк сығып йөрөмәй. Шулай 10 – 15 көнгә һуҙыла. Сир ҡотора. Тиф, һары, малярия менән ауырып үлгәндәр ҙә булды.
Бер аҙ хеҙмәт иткәс, Афғанстандағы 45 – 50 градус эҫелеккә лә өйрәнеп киттек. Ут эсендә йөрөп, бөтәһенә лә күнегеп китәһең икән. Йәш саҡ бит һаҡланыуҙы ла онотаһың. Әммә ҡайтыр ваҡыт яҡынлашҡас, бөтөнләй үҙгәрәһең. Иҫән-һау ҡайтып китергә, тип аяҡ аҫтыбыҙға ла ҡарабыраҡ баҫа башланыҡ.
Карантинда булғанда Башҡортостандан Яңауыл, Бөрө, Борай егеттәре бар ине. Тыуған илгә ҡайтҡас, бер нисәүһе менән аралашып йөрөнөк. Ғаиләле булғас, һәр кемдең үҙ мәшәҡәте, барыһы ла онотолдо.
Мәктәпте уҡып бөтөргәнсе малайҙар атай-әсәй ҡулы аҫтында бит, ә бында – офицерҙарҙың. «Мин – һеҙҙең атайығыҙ, әсәйегеҙ ҙә», – тип үҙҙәренә төртөп күрһәтәләр ине. Уларға барып эләккәс, үҙеңде ҙурыраҡ, олораҡ итеп тоя башлайһың. Ауырлыҡтар бөтә ерҙә лә була. Шуға ҡарамаҫтан, егеттәр армияға барһындар, хәрби сынығыу үтһендәр, тиер инем. Ул бит йәш кешене сыныҡтыра ла, аҡылға ла ултырта, – тип тамамланы һүҙен беҙҙең Илмир ағайыбыҙ.
Ҡасандыр ҡайтҡас та, их шул яҡтарҙы тағы бер барып күрәһе ине, тип хыялланып йөрөһә, хәҙер инде был уйы бер аҙ һүрелә төшкән.
Афған юлын үткән яугир бөтәбеҙгә лә тыныс тормош теләй. Амин, шулай булһын!
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА яҙып алды.