Күргәҙмә дүрт бүлектән тора. Миңлеғәли Шайморатовтың Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт иткән осоро һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының шанлы хәрби юлы хаҡында һөйләгән ҡомартҡылар һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ. Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре һәм танылған урыҫ шағиры Константин Симоновтың башҡорт кавалеристары менән фронтта осрашыуын тарихта ҡалдырған фотоһүрәттәр – ҡанлы һуғыштың яҡты биттәре.
Данлыҡлы дивизияның батыр командиры иҫтәлеген мәңгеләштереү тарихы ла күргәҙмәлә шаҡтай сағылыш тапҡан. 1958 йылдың 18 июнендә Башҡорт АССР-ның Өлкә Комитеты һәм Министрҙар Советы генерал Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен һәм уға Өфө ҡалаһында монументаль һәйкәл ҡуйыу хаҡында үтенес менән Мәскәүгә мөрәжәғәт итә. Башҡортостан етәкселәренең уй-ниәтен хуплап, Советтар Союзы Маршалы Семен Буденный ҙа КПСС Үҙәк Комитетына хат ебәрә. Көнүҙәклеген бөгөн дә юғалтмаған ошо һәм башҡа мөһим документтар менән Милли архив күргәҙмәһендә танышырға мөмкин.
Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса идаралығы сайтында урынлаштырылған виртуаль күргәҙмә менән дә танышырға теләүселәр күп булыр, тип уйлайым.