-12 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
27 Сентябрь 2019, 15:17

Тормош юлдары – үҙе бер китап

1 октябрь – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө 62 йыл бергә иңгә-иң терәшеп, ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер юлдарын үтеүсе Фира өләсәй һәм Абдулхай олатай Билаловтар тураһында яҙмаҡсымын.

Фира өләсәйем менән Абдулхай олатайым.
Фира өләсәйем менән Абдулхай олатайым.
Олатайым 1927 йылда Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында Абдрахман һәм Фәхрикамалдың ғаиләһендә баш бала булып тыуа. Уның бала сағы ауыр йылдарға тура килә. Ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм һуңынан Темәс педагогия училищеһында белем ала. Ҡыр­ҙас, Ҡолғана ауылдарында математиканан уҡыта. Ул үҙен гел генә әүҙем яҡтан күрһәтә. 1944 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына. Абдулхай олатай Алыҫ Көнсығышта 7 йыл хеҙмәт итә, моряк була. Шунлыҡтан Япон һуғышында ҡатнаша. Карапта 6 йыл моторист булып йөрөй. 1951 йылда ғына тыуған яғына ҡайтып төшә. Ил алдындағы хәрби бурысын үтәгәндән һуң олатайым Магнитогорск ҡалаһының Тау институтында белем ала. Шул саҡта өләсәйем менән танышалар ҙа инде. Сәстәре тулҡынланып торған, һылыу, аҡыллы Учалы ҡыҙы Фираны тәү ҡараштан оҡшата һәм 1956 йылда бергәләп ғүмер итә башлайҙар. Өләсәйем Учалы районының Иман­ғол ауылында ғаиләлә иң өлкәне була. Бала сағы әлеге лә баяғы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Ул да Магнитогорск ҡалаһының педагогия институтын тамамлай. Икеһе лә шунда уҡ эш башлай. Мөхәббәт емештәре булып, ике ҡыҙҙары донъяға килә.

1963 йылда Учалы ҡалаһына күсеп китәләр. Абдулхай олатай көндөҙгө һәм киске мәктәптә – математиканан, Фира өләсәй урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, хаҡлы ялға сыҡҡансы директор урынбаҫары була. Улар икеһе лә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Уҡыусылар алдында йыш ҡына сығыш яһайҙар. Бар ғүмерҙәрен балалар уҡытыуға бағышлап, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн төрлө наградаларға лайыҡ булалар. Өләсәйемә Учалы ҡалаһының почётлы гражданины исеме бирелгән.

Олатайым матур итеп фотолар төшөргән һәм улар һаман да шул килеш һаҡлана. Шулай уҡ ул шәп саңғысы ла булған. Фира өләсәй матур итеп бәйләмдәр бәйләргә, тегенергә лә өлгөргән, тәмле итеп бәлештәр бешергән. Улар үҙ баҡсаларында емеш-еләк үҫтергән. Сәскәләр һәм емеш ағастары күҙҙең яуын алып ултырған. Ҡаҙмашҡа килгәндә лә алма, груша, һырғанаҡ алып килә торғайнылар.

Ҡыҙҙары ла юғары белем алған. Лилә инәй ғүмер буйы химиянан уҡытты. Ә Лена инәй инженер булып эшләне.

Өләсәйҙәрҙең бер генә ейәне бар. Лена инәйемдең улы Дмитрий Мәскәү ҡалаһының техник институтында белем алған саҡта бер конкурста үҙен һынап ҡарай һәм еңә. Артабан уҡыуын Канадала дауам итә. Әле лә шунда йәшәй. Тормош иптәше менән бергә бер ҡыҙ, ике малай тәрбиәләй­ҙәр.

Хәҙер инде олатайым менән өләсәйем олоғайҙы, ауылға килә алмайҙар. Шу­ға күрә беҙ үҙебеҙ күмәкләшеп барып, хәлдәрен белеп торабыҙ. Улар оло ҡыҙҙары Лилә инәй ҡарамағында. Өләсәйемә – 86, олатайыма – 91 йәш. Бергә осрашҡан ваҡытта һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, элеккеләрҙе хәтерләп, йәшлектәрен иҫләйҙәр. Фира өләсәйем һаман да йәштәрсә өтәләнеп, беҙҙе йылы аштары һәм тәмле сәйҙәре менән һыйлай. Һәр осрашыуҙан һуң ҡыуанып тороп ҡалалар, ә беҙ, тағы ла күрешергә насип булһын, тип ҡайтып китәбеҙ.

62 йыл бергә пар күгәрсендәй гөрләшеп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап йәшәгән өләсәйем һәм олатайымдың тормош юлы – үҙе бер китап. Һәр бер битендә тарих яҙылған. Киләсәктә лә ауырымай, һыҙланмай донъя йөгөн бергә тартырға яҙһын. Ошондай яҡындарым булғанға шатмын һәм улар менән ғорурланам.


Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.

Читайте нас: