Йәшлегем дә һиндә ҡанат йәйҙе,
Ҡот-йәм алып изге ереңдән.
Йәшәй һаман йөрәк түремдә.
Сәмләнеп тә тауҙарыңа бағам:
– Мәңге йәшәһен, – тип ил-төйәк!
Таянысың булып китә алһаҡ,
Рәхмәт әйтер бары йәнтөйәк.
Йәшә, илем – гүзәл Башҡортостан,
Тауҙар иле, ғәзиз Ватаным!
Батыр илһөйәрҙәр йәшәгәнгә,
Йәнтөйәк тип һине атаным.
Әбйәлил районы, Асҡар ауылы.