1989 йылдың 20 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан «Бала хоҡуҡтары тураһында конвенция» ҡабул ителә. Беҙҙең илдә ул 1990 йылда үҙ көсөнә инә. Һәр баланы һаҡлау, яҡлау һәм балиғ булмағандар өсөн һәйбәт йәшәү шарттары булдырыу төп мәсьәлә булып тора. Өлкәндәрҙең бурысы – балаларҙың әхлаҡи торошон, белем алыуын, һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеген хәстәрләү, йәмғиәттең насар йоғонтоһонан һаҡлау, шулай уҡ йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарын тәьмин итеү.
Һәр кемдең белем алыуға, дауаланыуға, социаль ярҙам алыуға, ғаиләлә тәрбиәләнергә һәм башҡа күп хоҡуҡтары бар. Әлбиттә, бурыстар ҙа барлығын оноторға ярамай. Ҡанундарҙы үтәргә, башҡаларҙы ла ихтирам итергә, хоҡуҡтарын һәм иректәрен боҙмаҫҡа тейешбеҙ.
Йыш ҡына өлкәндәр үҙҙәре лә һиҫмәҫтән бала хоҡуҡтарын боҙа. Мәҫәлән, улдарын йә ҡыҙҙарын шелтәләйем тип, кәмһетәләр, хатта ҡул күтәреүгә барып етәләр. Социаль етемдәр күпме? Йәғни эсеп йөрөп, балаларын тейешенсә ҡарамай, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителәләр, ә улдары, ҡыҙҙары балалар йортонда, социаль приютта тәрбиәләнергә мәжбүр...
Бөгөн, Халыҡ-ара бала хоҡуҡтарын яҡлау көнө айҡанлы, бик күп саралар ойоштороласаҡ. Беҙ ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың тотош бала сағы бәхетле мәлдәрҙән генә торһон ине, тип теләйбеҙ.