+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле көндәр
31 Октябрь 2020, 09:46

Башҡорт дәүләт университетында билдәле мәғрифәтсе, халҡыбыҙ, телебеҙ өсөн йәнен фиҙа ҡылған милләттәшебеҙ Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшиндың яҡты иҫтәлегенә арнап саралар уҙҙы

Бөйөк илебеҙҙең ҡыҙыл менән яҙылған тарихи даталарынан тыш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайғылы Хәтер көндәре лә бар. Советтар Союзында 1937-1938 йылдарҙа 1 миллион 700 мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә, 725 меңе атып үлтерелә. Башҡортостанда 50 меңдән ашыу кешегә халыҡ дошманы тигән мөһөр һуғыла, тиҫтәләрсә мең кеше кулаклыҡта ғәйепләнеп, ситкә һөрөлә. Нахаҡҡа хөкөм ителгәндәр 1994 йылдан һуң ғына федераль ҡанунға ярашлы аҡланды. 2000 йылда республикала сәйәси золом ҡорбандарына һәйкәл ҡуйылды. Улар хаҡында мәғлүмәттәр тупланған «Хәтер китабы» баҫылды.

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы урынлашҡан бинала күренекле мәғрифәтсе, педагог һәм телсе ғалим, сәйәси золом ҡорбаны Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшиндың яҡты иҫтәлегенә арнап таҡтаташ асты.

Тантаналы сарала Бөтә донъя башҡорттары президиумы рәйесе, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова сығыш яһаны:

–Хөрмәтле милләттәштәр, Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшиндың туғандары! Беҙҙең илдең календарында шундай дата бар – золом ҡорбандарҙы иҫкә алыу көнө, шуға был аяныслы көн, – тине ул. – Тап ошо көндә таҡтаташты асабыҙ, бының өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, ғалимдың туғандары менән берлектә күп кенә эш башҡарылды. Республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре – ир-уҙамандарыбыҙ, милләттәштәребеҙ мәғрифәтселеккә, туған телебеҙҙе үҫтереүгә күп көс һалған. Ғәббәс Йәғәфәр улы – туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итеүсе, телде өйрәнеү өсөн нигеҙ һалыусы, әсбаптар, төрлө методик китаптар сығарған кеше. Тап шуның өсөн дә беҙ уны бөгөн хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, исемен мәңгеләштереү маҡсатында ошо таҡтаташты асабыҙ. Бында, Коммунистик урамында, ул бөтәһенә лә күренеп торор. Йәнә шуны әйткем килә – бөгөн беҙҙең бурыс – туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, балаларыбыҙҙы башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтеү, милләтте артабан да үҫтереү. Бөгөнгө көндө байрам тип атарға ла мөмкиндер, моғайын. Сөнки көтөп алынған тарихи ваҡиға был.

Сараға Ғәббәс Йәғәфәр улының туғандары һәм яҡташтары ла килгәйне. Һамар өлкәһенең Оло Глушица районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Самат Әхәт улы Дәүләтшин күренекле яҡташы, телсе-ғалим Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшинды онотмағандары өсөн, уның исемен мәңгеләштереү эшен ойошторған кешеләргә оло рәхмәтен белдерҙе.

Сара таҡтаташҡа сәскәләр һалыу, күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Күренекле башҡорт телсеһе, мәғрифәтсе, педагог, сәйәси репрессия ҡорбаны Ғәббәс Дәүләтшин тураһында нимә беләбеҙ һуң?

Ғәббәс Йәғәфәр улы ДӘҮЛӘТШИНдың фәнни хеҙмәттәре башҡорт теленең орфографияһы, диалектологияһы проблемаларына арналған. Башҡорт әҙәби телен практик ғәмәлгә ашырыу өлкәһендә оло хеҙмәт күрһәткән билдәле ғалимды башҡорт теленең әйҙәүсе диалектын һайлауҙа, беренсе башҡорт әлифбаһын сығарыуҙа ҡатнашыусы, беренсе дәреслектәрҙең, беренсе орфографик һүҙлектең, юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр авторы итеп тә беләбеҙ.

Ғәббәс Дәүләтшин 1892 йылдың 24 сентябрендә Һамар губернаһы Ташбулат-Күстән ауылында (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Глушица районы Таш-Күстән ауылы) Йәғәфәр Дәүләтша улы Насировтың һәм Мөхәмәтъямал Сәғәҙәтдин ҡыҙы Ниязованың ғаиләһендә тыуған. 1910 йылда тыуған ауылындағы мәҙрәсәне тамамлай. 1935 йылда автобиографияһында ул: “Ата-әсәм милләте буйынса – башҡорттар, социаль сығышы буйынса – крәҫтиәндәр. 1913 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә алындым, империалистик һуғышта рядовой һалдат булдым. Дауаханаға эләгеп, Февраль революцияһында ҡатнаша алманым. 1917 йылдың көҙөндә демобилизацияланып, тыуған яғыма ҡайттым”, – тип яҙған.

1918 йылдың башынан Ғәббәс Дәүләтшин Ташбулат-Күстән ауыл советына рәйес итеп һайлана, 1920 йылдан – инспектор, 1921-22 йылдарҙа Туҡ-Соран кантонының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.

1925 йылда Ғәббәс Йәғәфәр улы Өфөгә күсеп килә, 1925-29 йылдарҙа Өфөлә 2‑се баҫҡыс В.И.Ленин исемендәге мәктәп-интернатта, политтехникумда уҡытыусы булып эшләй. Башнаркомпроста уҡытыу-методик комиссияһы ағзаһы булып тора.

Ғилми эшкә һәләтлеген һәм тырыш хеҙмәтен күреп, Ғәббәс Йәғәфәр улын Ленинградтағы А.С.Енукидзе исемендәге Көнсығыш телдәре институтына уҡырға ебәрәләр. Унда ул ғәрәп, төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһын, төрки халыҡтарының әҙәби телдәренең тарихи үҫешен, фольклорын да өйрәнә. Өфөгә әйләнеп ҡайтҡас, тәүҙә – ассистент, һуңынан – доцент, 1934 йылдан К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтында башҡорт теле кафедраһы мөдире булып эшләй. 1929 йылдан – Башҡортостан Үҙ әк Башҡарма Комитеты ағзаһы.

Әйтергә кәрәк, 1928-1929 йылдарҙа Ғәббәс Дәүләтшин күренекле телсе, төркиәтсе Николай Дмитриев етәкселегендә ойошторолған лингвистик-фольклор кесе отряды экспедицияһында ҡатнаша. Был экспедиция республиканың Тамъян-Ҡатай кантонында һәм төньяҡ-көнсығыш төбәгендә йәнле халыҡ теленән материалдар йыйыу эше менән шөғөлләнә.

Рәшит Шәкүрҙең “Башҡорт диалектологияһы” китабында ошондай юлдар бар: “Революциянан һуң башҡорт телен һәм диалекттарҙы өйрәнеү эше 20-се йылдарҙың башында уҡ юлға һалына. 1922 йылда Башҡортостанда Академүҙәк ойошторола, был Үҙәк башҡорт телен өйрәнеү өлкәһендәге мөһим темаларҙы ла көн тәртибенә ҡуя. 1928-1929 йылдарҙа башҡорт диалекттарын өйрәнеүҙә өр-яңы осор башлана. Был иһә СССР Фәндәр академияһының комплекслы Башҡортостан экспедицияһын ойоштороуы менән бәйле”.

Ғ.Й.Дәүләтшиндың тел ғилеме өлкәһендәге беренсе эштәре Башҡортостанды өйрәнеү Йәмғиәтенең «Башҡорт Аймағы» («Башкирский край») йыйынтыҡтарында һәм «Белем» («Знание») журналында донъя күрә. 1929 йылда З.Н.Айыуханов менән берлектә “Йәш быуын. Бөтөн һүҙҙәр менән яҙылған башҡортса әлепбей” тип аталған латиницаға нигеҙләнгән башҡорт телендәге тәүге әлифба донъя күрә, 1930 йылда Ғәббәс Дәүләтшиндың “Башҡорт теленең имлә һүҙлеге” сыға. “Башҡорт дәүләт пединститутының ситтән тороп уҡыусылары өсөн башҡорт теленән дәреслек” (1935) исемле вуздар өсөн тәүге башҡорт теле дәреслегенең авторы ла ул.


1927 йылдың декабрендә Ғәббәс Дәүләтшин I Башҡорт конференцияһында “Башҡорт әҙәби телендә төп һөйләштәр” тигән доклад менән сығыш яһай. Ул ҡыуаҡан диалектын башҡорт әҙәби теленең нигеҙе итеп алырға тәҡдим итә. Ул быны ҡыуаҡан һөйләшенең “таҙа” булыуы менән аңлата. Дауыт Юлтый менән Төхвәт Кәлимуллин (Йәнәби) уның фекерен яҡлап сығалар. Ошо уҡ йылда Ғ.Дәүләтшин Дауыт Юлтый, Вәли Ханкилдин (Хангильдин) менән Башгиздә 500 битле II дәрәжә мәктәптәренең 5-се, 6-сы класс уҡыусылары һәм педтехникумдарҙың әҙерлек бүлексәләре өсөн “Башҡорт әҙәбиәте буйынса хрестоматия”һын сығаралар.

Әйткәндәй, “Йәш быуын. Бөтөн һүҙҙәр менән яҙылған башҡортса әлепбей” – башҡорт теленең беренсе әлифба китабы 1940 йылға тиклем “Әлифба” исеме аҫтында бер нисә тапҡыр үҙгәртелеп нәшриәт ителһә лә, ул башланғыс белем биреүҙә норматив дәреслек булып ҡала. Шул уҡ йылда Ғ.Дәүләтшиндың башланғыс һәм урта мәктәптәрҙең башҡорт теле уҡытыусылары өсөн “Башҡорт теле һәм уның орфографияһы” исемле дәреслеге сыға. Х.Ғәбитов менән авторҙаш булып Ғ.Дәүләтшин башҡорт телен мәктәптә һәм педтехникумдарҙа өйрәнеүселәр өсөн “Әҙәби хрестоматия” сығара.

1930 йылда Ғәббәс Дәүләтшиндың шул заманда башҡорт әҙәби телендә киң ҡулланылған 11 мең тирәһе һүҙҙән торған “Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге” донъя күрә.

Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшиндың яҙмышы бик аяныслы була. 1937 йылдың 10 октябрендә ҡулға алынған ҙур төркөм “халыҡ дошмандары” – совет һәм партия етәкселәре араһында Дәүләтшин да була. РСФСР-ҙың Енәйәт Кодексының 58-се статьяһының алты пункты буйынса ғәйепләү ҡарары сығарыла. Тикшереү алып барышында ул үҙенең “ғәйебен” танымай.

1937 йылдың 27 ноябрендә сыҡҡан 40-сы приказ буйынса, ул – “буржуаз милли ойошманың әүҙем ағзаһы булараҡ Башҡорт педагогия институтында агитация алып барған, студенттар һәм уҡытыусылар араһында милләтселек рухын йәйелдергән”. Ғәббәс Дәүләтшинды атырға, шәхси мөлкәтен тартып алырға, тигән ҡарар сығарылған. 1937 йылдың 7 декабрендә ҡарар тормошҡа ашырыла...

1956 йылда Ғәббәс Дәүләтшинды тулыһынса аҡлайҙар.


Ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып, юғары дәрәжәләргә өлгәшкән шәхес

Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшиндың яҡты иҫтәлегенә, уның эшмәкәрлегенә арналған сараларҙа филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы доценты Рәмилә Янсаф ҡыҙы Хөснөтдиноваға мөрәжәғәт иттек.


- Билдәле булыуынса, Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин күренекле мәғрифәтсе, педагог һәм телсе ғалим булған. Мәктәп укытыусылары әҙерләүгә, халыҡ мәғарифын үҫтереүгә күп көс һалған. Шулай уҡ башҡорт тел белеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе һәм башҡорт теле буйынса тәүге дәреслектәрҙең авторы. Шул тиклем бай, сағыу биографиялы, ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып, юғары дәрәжәләргә өлгәшкән шәхес. Уҡытыусы вазифаһынан алып, мәктәп инспекторы, халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, мәктәп директоры, Ленин исемендәге мәктәпкә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шул уҡ ваҡытта рабфакта ла, педагогия техникумында ла уҡыта, юғары уҡыу йортонда доцент, кафедра мөдире... «Белем» журналының редколлегия ағзаһы. Башҡортостан халыҡ мәғарифы комиссариаты һәм китап нәшриәте эргәһендә төҙөлгән комиссияларҙа эшләй. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, бер ваҡытта ла ул үҙе барып эшкә урынлашып йөрөмәгән, һәр саҡ уны юғарынан саҡыртып алып, яуаплы вазифаларҙы йөкмәткәндәр.

Һорауығыҙға килгәндә, шуны әйтергә мөмкин. Ғалимдың бар тормошо, эшмәкәрлеге башҡорт телен үҫтереүгә бағышланған. Ул дәреслектәр төҙөй, этнография, халыҡ ижады буйынса ғилми мәҡәләләр яҙа. Уның өсөн тел ғилеменең төрлө өлкәләрен өйрәнә. Башҡорт әҙәби яҙма теленең орфография ҡағиҙәләрен эшләй, башҡорт теленең диалекттарын ентекләп өйрәнә. Башҡортостан райондары буйлап ойошторолған экспедицияларҙа ҡатнаша.


Ғәббәс Йәғәфәр улының Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙерге БДУ) эшләгән йылдары хаҡында һеҙгә нимә билдәле?


Көнсығыш телдәре институтын тамамлағас, Ғәббәс Дәүләтшин Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына (хәҙерге БДУ) эшкә ҡайта һәм башҡорт теле кафедраһында уҡытыусы булып эшләй. Бында ул бик емешле ғилми-педагогик эш алып бара. Үҙенең ғилми хеҙмәттәре һәм практик эшмәкәрлеге менән башҡорт мәктәптәрендә һәм юғары уҡыу йортонда башҡорт телен уҡытыуҙы яҡшыртыуға күп көс һала, юғары белемле кадрҙар әҙерләү эшендә арымай-талмай эшләй. Артабан ул кафедра мөдире дәрәжәһенә күтәрелә. 1932 йылда доцент дәрәжәһенә лайыҡ була.

XX быуаттың егерменсе-утыҙынсы йылдарында башҡорт теле буйынса дәреслектәр төҙөү, башлыса, ошо уҡыу йортоноң өҫтөнә төшә. Шуға ла был эште тормошҡа ашырыу маҡсатында институтта өс бригада төҙөлә. Ғаббас Дәүләтшин икенсе бригаданы етәкләй. Улар I һәм II баҫҡыс мәктәптәре, техникумдар, институттар өсөн дәреслектәр төҙөү менән шөғөлләнә. Ғаббас Дәүләтшин бер нисә коллегаһы менән 1932 йылда БАССР-ҙың лингвистик картаһын төҙөй башлай. 1933 йылда Ғ.Й. Дәүләтшин етәкселегендә башҡорт теленең орфографияһын эшләү буйынса айырым төркөм ойошторола.

Ғалим Ғәббәс Йәғәфәр улы юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теленең беренсе дәреслеген яҙа. Үҙенең «Башҡорт дәүләт педагогия институтының ситтән тороп уҡыусылары өсөн башҡорт теленән дәреслек» китабында башҡорт теленең фонетикаһын ентекләп сағылдыра, төплө күҙәтеүҙәр яһай. Ул шул уҡ ваҡытта бер төркөм авторҙар менән икенсе баҫҡыс мәктәптәр өсөн «Башҡорт теленең синтаксисы»н эшләй.

Бына шундай тырыш һәм һөҙөмтәле хеҙмәт Ғәббәс Йәғәфәр улын республикала халыҡ мәғарифын үҫтереүгә, башҡорт тел ғилемен өйрәнеүгә үҙ өлөшөн индергән педагог һәм ғалим итеп таныта. Әммә ул институтта биш йыл ғына эшләп өлгөрә. Ғалим, нахаҡҡа ғәйепләнеп, 1937 йылдың 10 октябрендә ҡулға алына һәм шул уҡ йылдың 27 декабрендә киске 20 сәғәт 24 минутта атып үлтерелә. Уға тағылған “ғәйептәр” алты пункттан тора, уларҙы уҡыһаң, сәстәрең үрә тора: бар ғүмерен, үрҙә әйткәнемсә, халыҡ мәғарифын үҫтереүгә, башҡорт тел ғилемен өйрәнеүгә бағышлаған педагог һәм ғалим нисек итеп үҙенең иленә ҡарата шундай аҫтыртын эшмәкәрлек алып барһын? Әйтергә кәрәк, һорау алыуҙар барышында ул “ғәйебен” танымай. 1956 йылда шәхес культы фашланғас, Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин тулыһынса аҡлана.


Ғәббәс Дәүләтшин мөдир булып эшләгән кафедра әлеге көндә бармы?


– Эйе, бар. Ул хәҙер Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы тип атала. 2012 йылда университетта ғалимдың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрелде. Конференцияның мәҡәләләр йыйынтығы баҫылып сыҡты. Ошо уҡ йыйынтыҡта Ғәббәс Дәүләтшиндың һайланма хеҙмәттәре лә донъя күрҙе. Уларҙы латин графикаһынан хәҙерге башҡорт графикаһына ауҙарып, доцент Рәмилә Рәмил ҡыҙы Йәнмырҙина әҙерләне. Йыйынтыҡҡа Ғәббәс Дәүләтшиндың архивынан бығаса йәмәғәтселеккә билдәле булмаған мәғлүмәттәр ҙә индерелде. Уларҙы ғалимдың архив документтарын ентекле өйрәнгән БДУ доценты Ю.В.Ергин әҙерләп бирҙе. Ғалимдың туғаны Мәрғүбә Абдулла ҡыҙы Дәүләтшина-Сынбулатованың үтенесе буйынса, конференция ваҡытында факультетта Ғәббәс Дәүләтшинға таҡтаташ асылды.

Читайте нас: