Теүәл 55 йыл элек, 1966 йылда, Еҙем-Ҡаранда Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейы асыу тураһында БАССР-ҙың Министрҙар Советының ҡарары ҡабул ителә. Шуның нигеҙендә ул төҙөлә һәм үҙ ишектәрен 1970 йылда аса.
Әлеге көндә музей гөрләп эшләп тора. Унда төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар килә. «Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ» халыҡ-ара әҙәби-нәфис конкурсы, «Ғафури уҡыуҙары» республика бәйгеһе халыҡ шағирының исемен үлемһеҙ итә.
Ҡыҫҡаса мәғлүмәт: Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури 1880 йылдың 20 июлендә (1 авгусында) Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенең (хәҙерге Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында тыуа.
Беҙ Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»," Шағирҙың алтын приискыһында", "Тормош баҫҡыстары" повестары, «Фәҡирлек менән үткән тереклек», «Аслыҡ йыл йәки һатлыҡ ҡыҙ», «Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын», «Үгәй балалар», «Онотолған енәйәт», «Һалдат ҡатыны Хәмиҙә» хикәйәләре, «Эшсе» поэмаһы, «Һарыҡты кем ашаған» мәҫәле, «Ҡыҙыл байраҡ», «Бир ҡулыңды», «Гөлдәр баҡсаһында» һәм башҡа бик күп шиғырҙары менән танышбыҙ.
Кил әле һин, иптәш! Бир һин миңә
Һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулыңды:
Янған йөрәк менән ысын, ихлас
Бир һин миңә, туған, көн-төн эшләп,
Таш пулаттар һалған ҡулыңды,
Бир һин миңә уттар тирәһендә
Эшләп, ҡыҙарып янған ҡулыңды...
...Бир һин миңә хәләл көсөң менән
Эшләп тиргә батҡан ҡулыңды,
Эштән арып, тағы көс йыйырға
Аҫҡа һалып ятҡан ҡулыңды...