1941 йылдың 13 ноябрендә Сталин егерме милли атлылар дивизияһы төҙөү тураһында ҡарар сығара. Башҡортостанға 112-се һәм 113-сө дивизиялар төҙөү бурысы ҡуйыла. Улар Дим биҫтәһендә һәм Благовещенск ҡалаһында туплана. 113-сө диви-зияны йыйырға халыҡтың көсө етмәй. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ул 1942 йылдың мартында тарҡатыла. Димдәге 112-се дивизия ауыл эшсәндәре иҫәбенә тулыландырыла. Кешеләр үҙ кейемдәре, аттары, сбруйҙары менән йыйыла торған урынға ағыла.
Полковник Миңлеғәле Мин-һаж улы Шайморатов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына 1941 йылдың 25 декабрендә килә. Һалдаттар уны шатланып ҡаршы ала. Күбеһе ауылса кейемдә йөрөгән кешеләрҙе күреп, офицерҙарға: «Дошман көслө һәм мәкерле. Уларҙы еңеүгә күп көс талап ителәсәк. Һалдаттарҙы өйрәтеү өсөн үҙегеҙ тиҙерәк өйрәнегеҙ», – ти. Офицерҙарға ҡарата ныҡ талапсан булып, һалдаттар тураһында атайҙарса хәстәрлек күрһәтә. Шуғалыр ҙа өс ай тигәндә сержанттар уҡытыла, һалдаттарға һуғыш алымдары өйрәтелә, кавалерия уставына ярашлы, ат ҡарау тәртибе индерелә.
1942 йылдың мартында Көньяҡ Урал хәрби округы комиссияһы дивизияның һуғышҡа әҙерлеген ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай. Апрель урталарына полктар Дим станцияһынан китеп бөтә һәм 1 Май байрамын Тула өлкәһендәге Ефремов ҡалаһы янында ҡаршылай.
1942 йылдың июль башында беҙҙең дивизия 8 атлы дивизия менән бергә Брянск фронтында һуғышҡа инә. Һөжүм итеп килеүсе немец полктарын туҡтатып, Мәскәүгә юлдарын быуа. Йәй айҙарында ла фашистар-ҙың алға табан хәрәкәтен тот-ҡарлап, уңыштар ҡаҙана.
19 ноябрҙә Сталинград янында немец ғәскәрҙәрен ҡамау операцияһы башланғас, кавалерия корпусы Лихая – Сталинград тимер юлында немецтарға ярҙам килә торған юл-ды өҙә һәм алға бара-бара әллә күпме ҡаланан фашистарҙы ҡыҫырыҡлап сығара. Ошо айҙа дивизия командиры Шайморатовҡа генерал-майор дәрәжәһе бирелә.
Башҡорт дивизияһының үткән юлы иҫ китмәле! Ҡайҙа ғына булмаһындар, дошманына ҡурҡыу белмәй ташлана, аяу-һыҙ көрәшә. Шулай, 1943 йылдың февралендә, Ворошиловград стратегик операцияһы башланғанда атлы корпус немецтар тылына рейдҡа индерелә. Маҡсаттары – немец эшелондарының хәрәкәт итеүен туҡтатыу. Ғәскәр 70 саҡрым ара уҙып, немец генералдарының ҡотон ала. 1943 йылдың 14 февралендә, Совет Армияһы Ворошиловград һәм Краснодон ҡалаларын дошмандан азат иткән көндө, атлы ғәскәр гвардия тип үҙгәртелә, «7-се гвардия корпусы, 16-сы гвардия дивизияһы» тигән яңы исем ала.
Башҡорт атлы дивизияһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 4 мең саҡрым юл үтә. 78 кеше Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ була, бишәү – Дан орденының тулы кавалеры.
Фото: gorobzor.ru