Тормош юлы
1930 йылда «Йәш төҙөүсе» исеме менән сыға башлаған балалар матбуғаты һуғыш йылдарында баҫылыуҙан туҡтап тора. Һуңынан, илдә именлек урынлашҡас, донъялар әҙерәк рәтләнгәс, «Пионер» (хәҙерге «Аманат») журналын етәкләгән Шәриф Бикҡолға «Башҡортостан пионеры»н да уҡыусыларға еткереү бурысы йөкмәтелә.
әриф Бикҡол 1924 йылдың 28 майында Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыман ауылында тыуа. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә. Тап ошонда улар, буласаҡ шағирҙар, Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазановтар, бер-береһе менән таныша, һәм был дуҫлыҡ ғүмерҙәре буйына дауам итә. Өсөһө лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Уларҙы, шаяртып, өс танкист тип йөрөтәләр.
Һуғыш башланғас, Шәриф Бикҡол Севастополдең Өфөгә күсеп килгән зенит артиллерияһы хәрби училищеһын тамамлап, лейтенант дәрәжәһендә яуға китә. 3-сө Белоруссия фронты составында Смоленск ерҙәрен, Белоруссия менән Литва ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша.
1944 йылда Көнсығыш Пруссия биләмәһендәге ҡаты алыштарҙа ауыр контузия ала. Был хаҡта аҙаҡ тормош иптәше Рәйсә апай былай тип яҙа: «Ҡар аҫтынан салғыйы ғына күренеп ятҡан Шәрифте Шолохов фамилиялы өлкән яуҙашы ҡаҙып ала. Ярҙам килгәнсе ҡар өҫтөндә оҙаҡ ятҡан була, ныҡ һалҡын тейҙерә, ғүмер буйы быуындары һыҙлап интекте, төндәр буйы йоҡлай алмай яфаланып сыға ине. Тағы ла ауыр яраланып, өс ай госпиталдә ята. Әсәһенә үле хәбәре килә». Аҙаҡ ошолар хаҡында ул үҙенең «Әле йәшәйбеҙ икән» романында тасуир итә.
Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Шәриф Бикҡол I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.
Һуғыштан ҡайтҡас, Шәриф Бикҡол артабан юғары белем ала, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Өфө театр техникумында буласаҡ актёрҙарға белем бирә. 1952 йылда «Пионер» журналының мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Аҙаҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы сәркәтибе итеп һайлана. Һуңынан яратҡан баҫмаһы «Пионер»ға кире ҡайта.
Ижады
Яуаплы вазифаларҙа эшләү менән бер рәттән шағир Шәриф Бикҡол әҙәби ижадта ла янып эшләй. Ул – утыҙлап китап авторы. 1969 йылда шағир республикабыҙҙың Ғәлимов Сәләм исемендәге комсомол премияһына лайыҡ була. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ.
Балалар матбуғатында эшләү Шәриф Бикҡолға бәләкәстәргә ниндәй әҫәрҙәр кәрәклеген белергә ярҙам итә. Мәктәп сәхнәләре өсөн кескәйҙәргә яҙылған пьесалар юҡлығы сәбәпле ошо жанрҙа ең һыҙғанып ижадҡа тотона. Һөҙөмтәлә, «Айрат айға оса» тигән китабы уҡыусылар өсөн бик кәрәкле баҫмаға әйләнә. Мәктәп сәхнәләрендә пьесалары ҡуйыла. Шулай уҡ шағирҙың балаларға тәғәйенләнгән тағы ла үҙенсәлекле йыйынтығы донъя күрә. Ул «Яҙылышыбыҙ бер үк, бутай күрмәгеҙ берүк» тип атала. Бында башҡорт теленең байлығы, һүҙҙәрҙең яҙылышы бер үк булһа ла, төрлө мәғәнәне аңлатыуы күрһәтелә. Балаларға тәғәйенләнгән башҡа бик күп китаптары ла шул йылдарҙа баҫылып сыға.
Һуғыш быуыны әҙиптәренең һәр әҫәре илһөйәрлек рухы менән һуғарылған. Шәриф Бикҡолдоң да «Ынтылыу», «Замандашыма», «Һөйөүем һулыу белмәҫ» кеүек китаптары, бик күп поэмалары патриотик тойғолар менән яҙылған.
Шәриф Бикҡолдоң йырҙары – үҙе бер донъя. Лирик шағирҙың һәр шиғыры йырлап тора. Шуға бик күп композиторҙар моңло көйҙәр ижад иткән. Был йырҙар бөгөн дә халыҡ араһында киң танылыу яулаған һәм бик күп быуын башҡарыусылары тарафынан яратып йырлана. Мәҫәлән, «Башҡортостан» шиғыры республикабыҙға гимн булып яңғырай. Уға күренекле композитор Нур Дауытов ғәжәп дәртле бөйөк көй яҙған. Ҡырмыҫҡалы төбәгендә тыуған талантлы йырсы Йәмил Әбделмәнов уны тантаналы сараларҙа үткәрелгән концерттарҙа һәр ваҡыт башҡара. Шәриф Бикҡолдоң тағы ла бик популяр йырҙарының береһе – «Әлдә һин бар әле донъяла». Уны әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Радик Динәхмәтов флейтала уйнап, моңло тауышы менән яу тынған мәлдәрҙә һалдаттарҙың күңелен күтәрә. «Оҙата кил», «Баш эйәм алдарыңда», «Ҡарлыманым», «Яҙҙар еткәс, ҡайтырмын», «Әгәр белгән булһам», «Бер минут», «Ниңә гелән иркәм» кеүек үлемһеҙ йырҙары бөгөн дә эстрада сәхнәләрендә йыш яңғырай. Ул ысын мәғәнәһендә мөхәббәт йырсыһы ла ине.
Шәриф Бикҡол тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләне. Александр Пушкин, Николай Некрасов, Семён Бабаевский, Тоҡтағол кеүек әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен башҡортсаға ауҙарҙы. Үҙенең яҙғандары ла урыҫ, татар, ҡаҙаҡ, үзбәк телдәренә тәржемә ителде.
Шәриф Бикҡол фатихаһы
Әҙип ҙур күләмле әҫәрҙәрен яҙыр өсөн беҙҙең Күмертау ҡалаһына килергә яратҡан. Башҡа шағирҙар Мәскәү янындағы Малеевка, Переделкино, Ҡырымдағы Күктүбә, Ялта, Абхазиялағы Пицунда кеүек танылған ижад йорттарына барһа, Шәриф Бикҡол Башҡортостандағы бәләкәй генә тыныс ҡаланың ҡунаҡханаһын үҙ иткән. «Әле йәшәйбеҙ икән» атамалы автобиографик романы ла, бик күп поэмалары ла ошонда ижад ителгән.
1968 йыл мин, урта мәктәпте тамамлап, үҙебеҙҙең Көйөргәҙе районының Шишмә башланғыс мәктәбенә эшкә килдем. (Ул ауылды халыҡ араһында Бабич тип йөрөттөләр, күрәһең, бөйөк шәхесебеҙ менән ниндәйҙер бәйләнеше булғандыр, бәлки, Ырымбурға барышлай туҡтап киткәндер...) Бөгөн күренекле прозаик Ғәлим Хисамов ул саҡта райондың «Ильич юлы» гәзитендә эшләп, әҙәби ижад түңәрәген етәкләй ине. Шәриф ағай редакцияға килеп, йәштәр ижады менән танышҡан. Шунда минең шиғырҙарымды ла уҡыған һәм оҡшатҡан. Бер мәл Шәриф ағайҙан хат килеп төштө. Яңы шиғырҙарымды һәм фотомды ебәреүемде һораған. Тиҙҙән «Совет Башҡортостаны» гәзитенең 8 март һанында Шәриф Бикҡолдоң баш һүҙе менән «Таныш булығыҙ: Зөһрә Ҡотлогилдина» тип шиғырҙарым фото менән сыҡты.
Шулай итеп, күренекле әҙиптең иғтибары һәм фатихаһы менән мин оло әҙәбиәт донъяһына килеп индем һәм һәр ваҡыт уның алдында үҙемде яуаплы тойҙом. Йәштәргә ҡарата шундай ярҙамсыл булғаны өсөн, моғайын, бер мин генә уға рәхмәтле түгелмендер. Ул бик күптәргә иғтибарлы булды, «Пионер» журналында эшләгәндә һәләтле йәштәрҙе үҫтереүгә ҙур тырышлыҡ һалды.
Исеме – халыҡ күңелендә
Ҡырмыҫҡалылар үҙҙәренең бөтә билдәле шәхестәренең исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай. Ҡарлымандар ҙа яҡташтары Шәриф Бикҡолдо хөрмәтләп, ауылында музейын булдырған. Уға һуңғы ун йылда Фәйрүзә Ҡотлобаева етәкселек итә. Шағирға арналған саралар ошонда үтә. Шулай уҡ тыуған ауылында, Ҡырмыҫҡалыла, Өфөнөң Калинин районындағы урамдарға Шәриф Бикҡол исеме бирелгән. Ҡарлыман йылғаһы аша һалынған күпер ҙә шағир исемен йөрөтә. Ауыл хакимиәте башлығы Айрат Хоҙайҙатов, оҙаҡ йылдар район хакимиәтендә эшләгән Фәрғәт Ҡотлобаевтарҙың башланғысы менән шағир музейында йыл һайын район шахматсылары араһында турнир үткәрелә. Шағир спорт көйәрмәне ине. Хаҡлы ялға сыҡҡас та Матбуғат йортона «Пионер» журналы ветерандарын йыйып, редакцияла шахмат уйнай торғайны. «Салауат Юлаев» хоккей командаһының уйындарын бер туған ҡустыһы – «Совет Башҡортостаны» гәзитенең спорт бүлегендә эшләгән Әниф Бикҡолов менән ҡалдырмай ҡарап баралар ине.
Яугир шағирҙың 100 йыллыҡ юбилейы уңайы менән ҡарлымандар хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙғарҙы. Сара Шәриф Бикҡолдоң музейы биләмәһендә үтте. Бында райондың Иҫке Бәпес, Алайғыр, Бишауыл-Уңғар һәм башҡа ауылдарҙан китапханасылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре килгәйне. Өфөнән хөрмәтле ҡунаҡтар, күренекле шәхестәр – йырсы, шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Ҡәҙим Аралбаев, Йәмил Әбделмәнов, Фәнзил Санъяров, Дилә Булгакова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Ниязбай Сәлимов, Фәнил Ҡоҙаҡаев, Венер Исхаҡов, Фирүзә Абдуллина, Рәмил Сурағол, «Йәншишмә» гәзитенән Мирсәйет Юнысов, «Аманат» журналынан Зөбәржәт Яҡуповалар ҡатнашты. Һәр береһе Шәриф Бикҡол хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, музейға ҡәҙерле ҡомартҡылар тапшырҙы.
Сара башланыр алдынан барыһы ла Ҡарлыман ауылы зыяратында булып, Шәриф Бикҡолдоң яҡты рухына баш эйҙе, сәскәләр һалды, уға бағышлап хәҙрәт Айҙар Ҡолғонин доғалар уҡыны. Унан ҡайтҡас, Венер Исхаҡовтың әйткәне хәтерҙә ҡалды: «Ҡарлымандарҙың зыяраты ла парк кеүек». Эйе, бында «Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел!» тигән юлдарҙың мәғәнәһен аңлаған халыҡ йәшәй.
Әлбиттә, оло шәхестең хәтер һәм ҡәҙер кисәһен уның туғандары һәм балаларынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Шәриф ағайҙың туғандары музейға шағирҙың ҙур итеп эшләнгән шәжәрәһен бүләк итте. Килгән ҡунаҡтар иң тәүҙә ошонда инеп ижадсының тормош юлы менән таныша. Ҡарлыман мәктәбе уҡыусылары шағирҙың шиғырҙарын һөйләп ишеттерә. Музей хужаһы Фәйрүзә Ҡадир ҡыҙы мауыҡтырғыс экскурсия үткәрә.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә ҡатнашыусылар араһында иң хөрмәтле ҡунаҡтар, әлбиттә, Шәриф Бикҡолдоң ҡыҙы, Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, медицина фәндәре кандидаты Ләйсән менән уның тормош иптәше, Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, техник фәндәр кандидаты Шамил Сафиновтар булғандыр. Ләйсән Шәриф ҡыҙының һөйләгәндәре барыһының да күңеленә үтеп инде.
– Мин атайымды бер минутҡа ла онотҡаным юҡ. Ул әле лә мине тынысландыра, кәңәш бирә, шатлыҡтарыма ҡыуана. Беҙҙең рухи бәйләнешебеҙ бик көслө. Әгәр миндә ниндәйҙер яҡшы сифаттар бар икән, барыһы ла – атайым менән әсәйемдән. Ҡәҙерлеләрем 45 йыл дауамында бер-береһен шул тиклем аңлап йәшәнеләр. Беҙҙең ғаиләлә бер ҡасан да эшһеҙлек, сәбәпһеҙгә байрам кәйефе булманы. Һәр кем үҙ эшенә мөкиббән киткәйне. Атайым менән әсәйем араһындағы һөйөү миңә әле лә тормошта көс, ышаныс бирә, шуға үҙемде һаҡлаулы һәм яҡлаулы тоям, – тине ул һәм яҡты хәтирәләр менән уртаҡлашыусы ҡунаҡтарҙың һәр береһенә, ошо сараны ойоштороусы яҡташтарына ихлас рәхмәттәрен еткерҙе.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Мәҡсүт ҡыҙы Иҫәнбаева ла хөрмәтле ҡунаҡтарға һәм шағир исемен мәңгеләштереү буйынса әүҙем эшләүселәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Кисәнең башынан аҙағына тиклем Шәриф Бикҡолдоң йырҙары яңғыраны. Уларҙы Йәмил Әбделмәнов, Фәйрүзә менән Фәрғәт Ҡотлобаевтар, Гөлсиә Бикҡужина һәм башҡалар башҡарҙы.
Шәхестәр онотолмаһын
Ҡырмыҫҡалы районы – ысын мәғәнәһендә шәхестәр төбәге. Кемдәр генә сыҡмаған унан: Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Миңлеғәле Шайморатов, Фәрит Иҫәнғолов, Роберт Байымов, Ғайса Хөсәйенов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Фәнил Әсәнов, Ирек Кинйәбулатов, Рәшит Низамов, Дилә Булгакова, Фәнис Исхаҡов, Барый Ноғоманов, Рәсих Ханнанов, Флүрә Ноғоманова, Йәмил Әбделмәнов, Рәлис Ураҙғолов, Рәмзәнә Әбүталипова, Рәмил Сурағол һәм башҡа бик күптәр. Улар башҡорт әҙәбиәтенә һәм мәҙәниәтенә тос өлөш индергән. Шәриф Бикҡол исеме лә ошо йондоҙлоҡта сағыу булып балҡый.
Хәтер һәм ҡәҙер кисәһендә шағир хаҡында иҫтәлектәр менән уртаҡлашыусыларҙың һөйләгәндәре шул килеш онотолоп ҡалмаһын ине. Бының өсөн иҫтәлектәр китабын туплап сығарыу мөһим. Был эште яҡташтары – ошо өлкәлә байтаҡ тәжрибә туплаған журналист Фәнил Ҡоҙаҡаев менән китап сығарыу буйынса билдәле шағир Рәмил Сурағол да атҡарып сыға алыр ине. Унан һуң районда Шәриф Бикҡол йырҙарын башҡарыусылар бәйгеһен үткәреүҙе лә ойошторорға кәрәктер. Күмертау ҡалаһындағы яңы урамдарҙың береһенә яугир шағирҙың исемен биреүҙе лә юллау Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан изге ғәмәл булыр ине.
Хәтер йәшәгәндә генә шәхес йәшәйәсәк. Яугир шағирҙың бар ғүмере халыҡҡа хеҙмәт итеү өлгөһө булды.
Яҙмамды Шәриф Бикҡолдоң бер шиғыры менән тамамлағым килә.
Кешеләргә барам
Ҡыуаныстан йән йылынһа,
Яҡты һуҡмаҡ ярам.
Шатлығымды өләшергә
Кешеләргә барам.
Күңелемде йыуатырға
Бөтһә һуңғы сарам,
Хәсрәттәрҙән арынырға
Кешеләргә барам!
Сыҙамымды һындырғанда
Яуҙа алған ярам,
Һыҙлауҙарын баҫырға тип,
Кешеләргә барам!
Кемлегемде һынар булһам,
Кешеләргә барам.
...Эй, кешеләр. һеҙҙең менән
Өҙөлмәһен арам!
Изге хәтер йәшәһә, аралар ҙа өҙөлмәйәсәк, шәхестәр ҙә мәңге йәшәйәсәк! Шәхестәрен онотмаған халыҡтың да киләсәге яҡты булыр.
З. АЗАМАТОВА.