+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
10 Март 2018, 14:52

Һин яңғыҙ түгел!

Ҡәҙерле уҡыусылар, Бөтә Рәсәй берҙәм балалар ышаныс телефоны тураһында гәзитебеҙ биттәрендә әленән-әле яҙып торабыҙ. Уның һандары – 8 800 2000 122. Ә һеҙҙең телефонығыҙға яҙылғанмы? Юҡ икән, хәҙер үк теркәп ҡуйығыҙ.

Ҡәҙерле уҡыусылар, Бөтә Рәсәй берҙәм балалар ышаныс телефоны тураһында гәзитебеҙ биттәрендә әленән-әле яҙып торабыҙ. Уның һандары – 8 800 2000 122. Ә һеҙҙең телефонығыҙға яҙылғанмы? Юҡ икән, хәҙер үк теркәп ҡуйығыҙ. Балалар ышаныс телефоны 2010 йылда «Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам итеү» фонды тарафынан булдырылған һәм ошоғаса уңышлы эшләп килә. Сөнки йылдан-йыл ярҙам һорап шылтыратыусылар күбәйә, тимәк, улар үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап ала, хатта ниндәйҙер бәләнән ҡотолоп ҡала, тиһәк тә һис тә хата булмаҫ. Һеҙ беләһегеҙ инде: 8 800 2000 122 һандары буйынса шылтыратыу бөтә телефондарҙан да бушлай һәм аноним. Йәғни кем икәнеңде белмәйәсәктәр, һинең телефон һандары яҙып алынмай, ә бына яҡшы консультация аласаҡһың, ышаныс телефонында махсус әҙерлек үткән психолог-консультанттар ултыра.
Һәр берегеҙҙең үҙен ныҡ борсоған, әммә иң яҡын кешеләренә лә һөйләргә тартынған, оялған йәки ҡурҡ­ҡан эс серҙәре, һорауҙары булырға мөмкин. Бына шундай мәлдә Балалар ышаныс телефонына шылтыратығыҙ. Унда ла мөрәжәғәт итергә оялаһығыҙмы? Cерегеҙҙе икенсе кеше исеменән, йәғни берәй танышығыҙ менән булған хәл, тип тә әйтергә мөмкин. «Уға нимә эшләргә икән?» – тип һорағыҙ. Мотлаҡ дөрөҫ кәңәш аласаҡһығыҙ. Шуныһын да белеп ҡуйығыҙ, конфиден­циаллек һаҡлана: йәғни һеҙҙең серегеҙ тураһында ышаныс телефоны буйынса яуап биреүсе психологтан башҡа бер кем дә белмәйәсәк. Ышаныс телефонына республиканың теләһә ҡайһы ҡалаһынан, ауылынан да шылтыратырға мөмкин. Шулай булғас, тартынмағыҙ, дуҫтар. Һеҙ бер ҡасан да яңғыҙ түгел һәм тормошта хәл ителмәҫлек бер мәсьәлә лә юҡ ул.
Республикалағы «Зебра» балалар ышаныс телефоны етәксеһе Роза Мөхәмәҙиева әйтеүенсә, ауыл ерҙәренән шылтыратып, ярҙам, кәңәш һораусылар әҙерәк икән. Тартынмағыҙ, ҡәҙерле дуҫтар, мөрәжәғәт итегеҙ. 8 800 2000 122 һандары һеҙҙең өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләй, шылтыратығыҙ. Балалар ышаныс телефоны ғаиләләге һәм мәктәптәге конфликттарҙы, уҡыу һәм шәхси тормош буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, атай-әсәйҙәр һәм балалар араһында килеп тыуған аңлашмаусанлыҡтарҙы бөтөрөүҙә, тормоштағы ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу юлдарын һәм ысулдарын табыу, үҙеңдең хистәрең, кисерештәрең менән идара итеү, эске көсөргәнешлекте кәметеү, үҙ-үҙеңде аңлауҙа, һәләтеңде үҫтереүҙә ярҙам итә.
2017 йылда Балалар ышаныс телефонының «Зеб­ра» бәйләнешенә бөтәһе 7 мең 497 кеше мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 1 мең 468-е – балалар һәм үҫмерҙәр, 185-е – атай-әсәйҙәр, 1 мең 468-е – бүтән граждандар. Шылтыратыусы балалар һәм үҫмерҙәрҙең күбеһе – ҡыҙҙар. Уларҙы йышыраҡ һаулыҡ, тиҫтерҙәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр, социаль адаптация кеүек мәсьә­ләләр борсой. Ә атай-әсәйҙәрҙең һорауҙары күберәк балалар менән ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәр, уҡыу буйынса өлгәш менән бәйле. Шулай уҡ балиғ булмағандарға ҡарата ғаиләлә, урамда, үҫмерҙәрҙең үҙҙәре араһында ла ҡаты бәғерлелек, туҡмау осраҡтары буйынса мөрәжәғәттәр бар.
* Бер кемде лә күргең, бер кем менән дә һөйләшкең килмәйме?

* Cетерекле хәлгә юлыҡтыңмы?

* Өйҙә, урамда, мәктәптә ҡыйырһыттылармы?

* Теге йәки был осраҡта нимә эшләргә белмәйһеңме?

* Дуҫың менән һүҙгә килештең, артабан ни эшләргә?

* Өлкәндәрҙән берәйһе менән бәхәс килеп сыҡты, шуға борсолаһыңмы?

* Атай-әсәйең һине аңламай, улар менән үҙеңде нисек тоторға, ихтирамдарын яуларға белмәйһеңме?

* Мәктәптә уҡытыусы менән проблема килеп сыҡтымы?

* Берәй ҡыҙ (малай) оҡшай, әммә уның иғтибарын нисек йәлеп итергә белмәйһеңме?

* Киләсәккә ниндәй һөнәр һайларға?
Ошондай һорауҙар борсоһа, республиканың ҡайһы мөйөшөндә йәшәүеңә ҡарамаҫтан, Бөтә Рәсәй Балалар ышаныс телефонына шылтыратып, кәңәш һорарға мөмкин.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Читайте нас: