-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Иғтибар!
20 Март 2020, 14:14

«Тажлы» вирус донъяны баҫа

Коронавирус (төҙөлөшө буйынса тажға оҡшағанға шулай тип атағандар) 2019 йылдың декабрь урталарында Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында һөжүм итә башлағайны. Әлеге көндә ул иң күп таралған илдәр: Ҡытай, Италия, Иран, Көньяҡ Корея, Франция, Испания. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 19 мартҡа яңы типтағы вирус менән сирләүселәр һаны 214 мең 894-кә еткән. Үлеүселәр – 8 мең 732. Хәл етди, шуға ла хөкүмәт тарафынан коронавирусҡа ҡаршы төрлө саралар күрелә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы коронавирустың яңы COVID-19 төрөн рәсми рәүештә пандемия тип иғлан итте. Был көслө эпидемия тигәнде аңлата.

Аллаға шөкөр, беҙҙең республикала был вирусты йоҡтороусылар юҡ. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы ил төбәктәренә мәктәптәрҙә дистанцион уҡытыу формаһына күсеү тураһында рекомендациялар ебәргәс, күптәр, республикала яҙғы каникул бер аҙнаға алдан башланыр, тип көткәйне. Әммә был аҙнала бөтә белем усаҡтары, балалар баҡсалары штат режимында эшләне. Өфө мәктәптәрендә кабинеттан кабинетҡа йөрөү туҡтатылды, һәр синыф үҙ бүлмәһендә генә ултыра. Апрелдә, моғайын, балаларға өйҙә уҡырға тура килер.

Хәҙер һәр ил карантинға ябылды, тиһәң дә була. Рәсәй ҙә сит ерҙәргә рейстарҙы туҡтатты. Спорт министрлығы 16 марттан сит ил спортсылары һәм тренерҙары ҡатнашлығында Рәсәй­ҙә уҙырға тейешле халыҡ-ара ярыш, турнирҙарҙы үткәрмәй торасаҡ. Быйыл Халыҡ-ара балалар уйындары Венгрияла ойошторолорға тейеш ине, ул да булмаясаҡ.

Вице-премьер Татьяна Голикова белдереүенсә, 20 марттан 13 апрелгә тиклем планлаштырылған Берҙәм дәүләт имтиханын алдан биреү этабы ваҡыты ла үҙгәртелә.

Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: интернет аша коронавирус тураһында ялған хәбәр таратыусылар ҙа етерлек. Мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙан ғына уҡырға кәрәк. Ил хөкүмәте стопкоронавирус.рф тигән сайт булдырҙы, унда пандемияға ҡағылышлы көнүҙәк яңылыҡтар ҡуйылып барасаҡ. Шулай уҡ граждандар өсөн Бер­ҙәм ҡыҙыу бәйләнеш телефондары эшләй башлай, уның һандары – 8 800 2000 112.

Кемдер коронавирус тураһында көн һайын насар яңылыҡтар ишетә торғас, ҡурҡыуға ҡал­ғандыр. Ә бының өсөн нигеҙ бармы? Тынысыраҡ булайыҡ. Беренсенән, һеҙ сир таралған төбәктә булмағанһығыҙ. Икенсенән, сит илдәрҙән ҡайтыусылар шунда уҡ коронавирусҡа ныҡлы тикшереү үтә һәм мотлаҡ 2 аҙнаға карантинға ябыла.

Ә беҙгә халыҡ күп йыйылған урындарҙа булмаҫҡа тырышырға, сәләмәт тормош алып барырға, дөрөҫ туҡланырға, урамдан ингәс, һәр ваҡыт ҡулдарҙы һабынлап йыуырға кәрәк. Был ҡағиҙәләрҙе хәҙер һәр кем яҡшы белә. Гриптан айырмалы, коронавирус менән балалар түгел, ә күберәк иммунитеты ҡаҡшаған оло йәштәгеләр сирләй, тип яҙалар.

Алда – каникул. Пандемия осоронда Рәсәйҙән түгел, Башҡортостандан да ситкә сығырға ярамай. Шулай уҡ кинотеатр, сауҙа үҙәктәре, музейҙарға ла юлды ҡыҫҡартып торорға тура килер.

XXI быуат. Фән һәм техниканың үҫешкән ваҡыты. Әммә «тажлы» вирусҡа ҡаршы торор әмәл табыуы бик ауыр. Нимә был: кешелек донъяһына ебәрелгән сираттағы һынаумы әллә?
Читайте нас: