Шағир ҙа күп ерҙә, йырсы ла күп,
Тик Аҡмулла берҙән-бер бит ул.
Быуаттарҙан алып быуаттарға
Нурҙар сәсеп торор ир бит ул.
Яҡтылыҡ йырсыһы Аҡмулла мәңге халыҡ күңелендә. Йыл һайын республика, район кимәлендә «Аҡмулла уҡыуҙары», «Аҡмулла вариҫтары», «Аҡмулла шишмәһе» кеүек бәйгеләр үткәрелеп тора. Уларҙан беҙҙең тамъян-таймаҫтар ҙа ситтә ҡалғаны юҡ. Мәктәбебеҙҙә бөйөк мәғрифәтсегә арналған бик күп саралар уҙғарҙыҡ. Уҡыусылар Аҡмулланың тормошон һәм ижадын сағылдырған фәнни-эҙләнеү эштәре менән сығыш яһаны, уның шиғырҙарын һөйләне. Үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы ла уҡып ишеттерҙеләр. Иң яҡшы тип табылған эштәр район уҡыусылары араһында уҙғарылған «Аҡмулла шишмәһе» конкурсына ебәрелде. Наҙгөл Янышева, Әмилә Әхмәтвәлиева, Аделина Ғәлишина, Раксана Базарова, Айзат Латипов һәм Гүзәл менән Данил Иҙрисовтар уңышлы сығыш яһап, Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Булат Ғатауллин шағир-мәғрифәтсегә арнап эшләгән видеоролигы менән икенсе урын яуланы.
Һеҙҙең иғтибарға уҡыусыларҙың ижад емештәрен тәҡдим итәбеҙ.
Зөһрә ЙӘНТҮРИНА, уҡытыусы.
Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбе.
Данлаған ул тыуған еремде.
Белгән ул төрлө телдәрҙе,
Һинең даның һис кем юя алмаҫ,
Ул, ҡыҙҙарың уҡып туя алмай,
Данил ИҘРИСОВ, VIII синыф уҡыусыһы.
Ҡараңғы төндә яҡты йондоҙ булып,
Гүзәл ИҘРИСОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Мең һигеҙ йөҙ утыҙ берҙә,
Раксана БАЗАРОВА, VI синыф уҡыусыһы.
«Башҡорттарым,уҡыу кәрәк!» –
Айзат ЛАТИПОВ, V синыф уҡыусыһы.