0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
23 Февраль 2018, 16:45

Терпеләр ни өсөн сәнскеле?

Әкиәт Борон-борон заманда бер урманда ғаиләһе менән терпе йәшәгән. Улар йәшел шыршы ағасы аҫтында көн күргән. Бик татыу, дуҫ булғандар. Ул ваҡытта терпеләр ап-аҡ, йомшаҡ тун кейгән. Барыһы ла үҙҙәренә һоҡланып ҡараған.Бер көндө ике терпе балаһы уйнай-уйнай, урмандың икенсе яғына барып сығып, аҙашҡан, ҡурҡышып илай башлағандар. Быны күреп, Төлкө бик шатланған, үҙенә төшкө аш табылды, тип уйлаған. Ул терпе балалары янына килгән дә, өйөгөҙгә алып барам, тип бөтөнләй икенсе яҡҡа юллан­ған.

Әкиәт


Борон-борон заманда бер урманда ғаиләһе менән терпе йәшәгән. Улар йәшел шыршы ағасы аҫтында көн күргән. Бик татыу, дуҫ булғандар. Ул ваҡытта терпеләр ап-аҡ, йомшаҡ тун кейгән. Барыһы ла үҙҙәренә һоҡланып ҡараған.

Бер көндө ике терпе балаһы уйнай-уйнай, урмандың икенсе яғына барып сығып, аҙашҡан, ҡурҡышып илай башлағандар. Быны күреп, Төлкө бик шатланған, үҙенә төшкө аш табылды, тип уйлаған. Ул терпе балалары янына килгән дә, өйөгөҙгә алып барам, тип бөтөнләй икенсе яҡҡа юллан­ған.

Был хәлде Айыу белеп ҡалған. Ә ул кескәйҙәрҙе алдағанды яратмаған һәм ғәҙел­һеҙлеккә бер ваҡытта ла юл ҡуймаған, ти. Айыу терпе балаларын Төлкөнән алып ҡалған да өйҙәренә тиклем оҙатып ҡуйған.

Әсәләре янына ҡайтҡас, терпе балалары илайҙар, тундарыбыҙ матур, барыһы ла һоҡлана, тик улар беҙҙе һис кенә лә һаҡламайҙар шул, тиҙәр икән. Шыршы ағасы бәләкәстәрҙең зарын тыңлап торған да үҙенең сәнскеле энәләрен бүләк иткән. Ә уларҙан әсәйҙәре ғәзиздәренә бер нисә көндә яңы кейемдәр тегеп биргән. Был тундар сәнскеле килеп сыға, ә шулай ҙа уңайлы, сөнки уларға бер кем дә тейә алмай икән.

Бына шул көндән терпеләр сәнскеле кейемдә йөрөй башлаған. Ә әсәләре улар­ҙы һаман да элеккесә, йомшаҡҡайҙарым, тип һөйә, ти.

Алмаз АБДРАХМАНОВ, VII «Б» синыфы уҡыусыһы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия.
Читайте нас: