-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
12 Апрель 2018, 15:28

Бөркөт менән Йылан

Әкиәт Борон-борон заманда Оло Эйек буйындағы Мораҙым тауының ҡаяһында йәшәгән, ти, Инә Бөркөт менән Ҡара Йылан. Улар икеһе лә саф, таҙа йылғаны ла, ҙур, ҡайнар ҡояшты ла берҙәй яратҡан. Тик бер-береһен генә күрә алмағандар, ғүмер буйы дошманлашып йәшәгәндәр. Бөркөттөң ҡояшҡа иркәләнеп, зәңгәр күкте иңләп, бейектә осҡанына Йыландың йәне көйгән. «Ул ҡояшҡа яҡын бара, уның йылыһын, нурын үҙенә күберәк ала», – тип көнләшкән.

Әкиәт
Борон-борон заманда Оло Эйек буйындағы Мораҙым тауының ҡаяһында йәшәгән, ти, Инә Бөркөт менән Ҡара Йылан. Улар икеһе лә саф, таҙа йылғаны ла, ҙур, ҡайнар ҡояшты ла берҙәй яратҡан. Тик бер-береһен генә күрә алмағандар, ғүмер буйы дошманлашып йәшәгәндәр. Бөркөттөң ҡояшҡа иркәләнеп, зәңгәр күкте иңләп, бейектә осҡанына Йыландың йәне көйгән. «Ул ҡояшҡа яҡын бара, уның йылыһын, нурын үҙенә күберәк ала», – тип көнләшкән.
– Ҡояшты ҡаплама әле, мин ҡыҙынып ятам бит, – тип асыуланған һәр саҡ күршеһенә.
Ә Бөркөт Йыландың йылғала сума-сума оҙаҡ итеп йөҙгәнен, рәхәтләнеп һыу ингәнен күреп, күҙе ҡыҙған. «Ниңә мин дә уның кеүек түгел. Һыу­ҙа йөҙә алһам, балыҡ тотоп ашар инем», – тип эсе бошҡан.
Йылы йәй башланыуға уларҙың икеһенең дә балалары тыуған. Бер-береһен күҙәтергә лә, көнләшергә лә, әрләшергә лә ваҡыттары ҡалмаған быларҙың. Һәр береһе үҙ ояһында мәшәҡәттәргә сумған, бәләкәстәрен ашатҡан, эсергән, осор­ға һәм шыуышырға, аҙыҡ табырға өйрәткән.
Берҙән-бер көндә Бөркөттөң ҡошсоғо ҡаты сирләп киткән, бөтә тәне янып бара, үҙе бер ни ҙә ашай ҙа, оса ла алмай икән.
– Ағыуланды микән әллә балаҡай ғынам? – тип ҡайғырған Инә Бөркөт. – Ни хәлдәр генә итәйем дә кемдән генә ярҙам һорайым икән?
Шул ваҡыт уға ояһынан шыуышып сығып барған Йылан осраған. Ауыр ҡайғыға ҡалып ултырған күршеһе йәл булып киткән. Шуға был юлы әрләшеп тормаҫҡа булып:
– Һау ғынамы, Бөркөт апай! – тип яғымлы ғына сәләм биргән.
– Иҫән генә, тик бына ҡошсоғом ныҡ ауырый бит әле, – тигән хәсрәтле тауыш менән Инә Бөркөт.
– Минең дарыуым бөтә сирҙәргә лә килешә торғайны. Шуны эсереп ҡара, – тигән дә Йылан эргәһендә генә үҫеп ултырған ҡыңғырау сәскәһенең тәрән тажына үҙенең оҙон теленән бер тамсы ғына ағыуын ағы­ҙып биргән.
Ысынлап та, сәскә һутына ҡушыл­ған дарыу ҡошсоҡҡа бик килешкән, ул бик тиҙ йүнәлеп киткән, инәһенә эйәреп оса башлаған, үҙе лә аҙыҡ табырға өйрәнгән.
Бер көндө шулай һунарға сыҡҡас, улар Йылан ояһы өҫтөндә генә Төйлөгән уралғанын күреп ҡала. Йылан үҙе юҡ, ә балаларына ҡурҡыныс янай: хәҙер Төйлөгән үҙҙәрен йотасаҡ! Инә Бөркөт балаһы менән икәүләп дошманға ташланған.
Ике яҡлы һөжүмде көтмәгән яуыз ҡараҡ еңелеп, шунда уҡ ҡасып киткән. Ояһына ашығып ҡайтып килгән Йылан был күренешкә шаһит булып, күршеләренә рәхмәтен әйтеп бөтә алмай, ти.
– Беҙ барыбыҙ ҙа бер әсәнең – тәбиғәттең балалары бит. Ниңә үҙ-ара дошманлашырға? Киреһенсә, бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, ярҙам итешеп, татыу йәшәйек. Былай ҙа әҙ генә ҡалғанбыҙ бит, – тигән аҡыллы Инә Бөркөт. Ҡара Йылан уның менән килешкән һәм шатланып ризалашҡан.
Ер йөҙөндә шулай дуҫлыҡ дауам итһен, тәбиғәтебеҙ ҙә мәңгелек бул­һын ине.

Әлиә ӘБСӘЛӘМОВА.

Күгәрсен районы, Мораҡ башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: