-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
12 Апрель 2018, 15:18

Пых-пых

ӘкиәтБорон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың өс кәбеҫтә орлоғонан башҡа бер ниҙәре лә юҡ икән. Бына шуларҙы сәсеп ҡарарға булғандар. Кәбеҫтәләре ҙур, матур булып үҫеп еткән.

Әкиәт

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың өс кәбеҫтә орлоғонан башҡа бер ниҙәре лә юҡ икән. Бына шуларҙы сәсеп ҡарарға булғандар. Кәбеҫтәләре ҙур, матур булып үҫеп еткән.
Бер көн бабай:
– Әбей, кәбеҫтәнән аш ашағым килә, бешер әле, – тигән.
– Хәҙер баҡсаға инеп кенә ҡырҡып алам да, – тигән уныһы.
Инде кәбеҫтәне киҫә башлаһа, улар телгә килгәндәй, «пых», «пых» тигән тауыш сығара, ти. Әбей ҡото осоп, бабайы эргәһенә йүгергән.
– Беҙҙең кәбеҫтәләр тере, – тип саҡ әйтә ал­ған.
– Бының булыуы мөмкин түгел. Киттек әйҙә, – тип бергәләп баҡсаға ингәндәр.
Кәбеҫтәне алам тиһәләр, шундай уҡ тауыш сыға, ти. Бабай тертләп киткән, әммә ҡурҡ­ма­ған. Кәбеҫтә япрағын матурлабыраҡ ҡалҡытып ҡараһа, унда терпе балаһы йоҡлап ята икән. Икәүләп рәхәтләнеп көлөшкәндәр. Юҡҡа ғына: «Ҡурҡҡанға ҡуш күренә», – тимәйҙәр инде.

Нурзилә ЙӘҒӘФӘРОВА.

Бөрйән районы, Яңы Монасип ауылы.
Читайте нас: