+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
20 Апрель 2018, 15:18

Көтөп алдыҡ һағынып

Эх, йәмле лә яҙ миҙгеле,Көтөп алдыҡ һағынып.Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҙаҠайтып етте ашҡынып.

Эх, йәмле лә яҙ миҙгеле,
Көтөп алдыҡ һағынып.
Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҙа
Ҡайтып етте ашҡынып.
Яҙ етеүгә шатланышып,
Ағастар япраҡ яра.
Йылғаларҙа боҙҙар китә,
Көндәр йылына бара.
Һандуғастар йырын һуҙа,
Сыҡты яҙғы сәскәләр.
Тирә-яҡҡа йәм-нур биреп,
Хуш еҫтәрен сәсәләр.

Азалиә КӘЛИМУЛЛИНА.


Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: