+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
19 Май 2018, 15:02

Ғәзиз ерем

Башҡортостан – Тыуған илем,Туғандарым торған ерем,Атай-олатайҙар элекТөйәк иткән ғәзиз ерем.

Башҡортостан – Тыуған илем,

Туғандарым торған ерем,

Атай-олатайҙар элек

Төйәк иткән ғәзиз ерем.
Уңай ерҙе һайлағандар
Ата-бабамдар бик борон.
Кемдәр генә ҡыҙыҡмаҫ шул,
Һоҡландырғыс беҙҙең урын:
Дүртөйлөнөң һул яғынан
Йәмле Ағиҙелкәй аға.
Уң яғында Торатауым
Нисек ғорур тора, ана.
Әлдә әле тыуғанмын мин
Ошо гүзәл, йәмле ерҙә.
Тыуған төйәк матурлығын
Алыштырмаҫ һис бер ни ҙә.

Әҙилә ШӘЙБӘКОВА, IX синыф уҡыусыһы.


Дүртөйлө ҡалаһы, Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы.
Читайте нас: