-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
10 Август 2018, 15:18

Олатай менән Пират

Хикәйә Гөлсинә, автобустың бәүелтеүенә йоҡомһорап килеп, ауыл­ға еткәнен аңғармай ҙа ҡалды. Төшкәс, туп-тура өләсәләренә табан атланы. Өйгә инәйем тип, ишекте асыуы булды, ҙур ғына балыҡ ҡапҡан ҡап-ҡара бесәй атылып сығып та ҡасты. Ә уның артынан:– Туҡта, ҡороғор! – тип ҡыс­ҡырған тауыш ишетелде. Олатаһы Гөлсинәне лә күрмәй, бесәй артынан сапты. Ни булғанын аңламаған ҡыҙ, ипләп кенә баҫып, эскә үтте. Танауға яңы бешкән икмәк еҫе килеп бәрелде, түрбаштан сепарат тауышы ла ишетелә. Кейемен ағас элгескә элеп, Гөлсинә өләсәһе эргәһенә үтте.

Хикәйә

Гөлсинә, автобустың бәүелтеүенә йоҡомһорап килеп, ауыл­ға еткәнен аңғармай ҙа ҡалды. Төшкәс, туп-тура өләсәләренә табан атланы. Өйгә инәйем тип, ишекте асыуы булды, ҙур ғына балыҡ ҡапҡан ҡап-ҡара бесәй атылып сығып та ҡасты. Ә уның артынан:
– Туҡта, ҡороғор! – тип ҡыс­ҡырған тауыш ишетелде. Олатаһы Гөлсинәне лә күрмәй, бесәй артынан сапты. Ни булғанын аңламаған ҡыҙ, ипләп кенә баҫып, эскә үтте. Танауға яңы бешкән икмәк еҫе килеп бәрелде, түрбаштан сепарат тауышы ла ишетелә. Кейемен ағас элгескә элеп, Гөлсинә өләсәһе эргәһенә үтте.
– Атаҡ-атаҡ, балаҡайым… Ҡай­һылай өндәшмәй генә ҡайтып төшкәнһең, – тип аптыраны, өләсәһе, уны күргәс.
– Һаумы, өләсәй, себеш ҡара­шырға килгәйнем. Ә олатай ми­не күрмәй ҙә һыпыртты.
– Ә-әй, шуны, – тип өләсәһе ҡулын һелтәп ҡуйҙы. – Бесәй менән уртаҡ тел таба алмай бер була. Кисә балыҡҡа барып килгәйне, бөгөн таҙартырға ултырһа, бесәй балығын ала ла ҡаса, ала ла ҡаса!
– Ә ҡайҙан килеп сыҡҡан бесәй һуң ул?
– Үткәндә аяттан ҡайтып килгәндә, юлда артыбыҙҙан эйәр­ҙе. Ни тороп ҡалмай, ни мыяуламай. Ҡапҡа төбөнә тиклем кил­де лә, ултыра, күҙҙәрен мөлдөрәтеп. Йәлләп индергән бул­ғайныҡ.
– Нимә тип исем бирҙегеҙ? – ҡыҙ һорау биреүен дауам итте.
– Әллә, кем нисек теләй, шулай өндәшә. Олатайың, Пират, ти, ә минең өсөн ул – Туймаҫтамаҡ. Бер ҡараҡ бесәй булып сыҡты: күпме ашатһаң да, туя белмәй. Ана, кисен ҡаймаҡ айыртып ҡына ултыртҡайным, урлап ашаған. Яңыраҡ олатайыңа тип һалып торған иттән дә ауыҙ иткән. Тыңлашмай ялҡытып ташла­ғас, урамға ҡыуып сығарып ҡараныҡ. Бер-ике көн үткәс, ишекте кемдер тыр­наған­ға барып асһаҡ, Пират ҡайтҡан. Йәлләп, тағы индерҙек инде. Алама бул­һа ла, тере йән эйәһе бит.
Олатаһы менән өләсәһе уны оҡшатмаһалар ҙа, Гөлсинә көнө буйы Пират менән уйнаны, бесәй уның өсөн ипле генә булып күренде. Кискеһен олатаһы тағы балыҡҡа барырға булды, ейәнсәрен дә үҙе менән саҡыр­ҙы. Гөлсинә, олатаһы ҡаршы тө­шө­үенә ҡарамай, бесәйҙе үҙе менән алды.

* * *


Күл өҫтө быяла кеүек ялтырап тора. Хатта ҡоштар ҙа, был тынлыҡты боҙорға теләмәгәндәй, шымып ҡалған. Бына олатаһы кәмәһе менән күл уртаһына китте, ә Гөлсинә бесәйе менән яр буйында ҡармаҡ һалып ҡалды. Бына беренсе балыҡ та килеп ҡапты. Уны эргәһендә һырпаланып йөрөгән Пиратҡа бирҙе. Тегеһе тәмле генә итеп, мырылдай-мырылдай ашап ҡуйҙы. Тотол­ған икенсеһе лә бесәйенең тамағына юлланды. Тик, күпме тырышһалар ҙа, башҡа эләкмәне. Уның ҡарауы, олата­һы балыҡты күп тотҡан булып сыҡты. Ут яғып, балыҡ һурпаһы бешерергә ҡуйҙылар. Өләсәһенең: «Шул балығыңдан һыуыт­ҡыста урын да юҡ», – тигән һүҙ­ҙәрен иҫләп, Пиратҡа ла мул ғына өлөш сығарҙылар.
Бер заман Пират тынысһыҙлана башланы: йөндәрен ҡабартып, тегеләй-былай йүгергеләргә тотондо.
– Ярай, ҡайтайыҡ, был алама бесәй менән кешесә ял итеп булмаҫ, – тип олатаһы әйбер­ҙәрен машинаға тейәй башланы.
Өйгә етеп барғанда күкте ҡап-ҡара болот ҡаплап алды, көслө ел ҡупты. Саҡ-саҡ инеп өлгөр­ҙөләр, йомортҡа ҙурлығындай борсаҡ яуа башланы.
– Һе, ҡара һин уны, Пират беҙҙе бәләнән ҡотҡарҙы булдымы? Рәхмәт яуғыры! – тине олатаһы, бесәйҙе башынан һый­пап.

* * *


Гөлсинә иртәгеһен уянғас та, яҫтығында йоҡлап ятҡан Пиратты күрҙе. Шым ғына торорға тырышҡайны, ләкин саҡ ҡына ҡыбырлауы булды, бесәйҙең дә күҙҙәре асылды. Әйтер­һең, ҡыҙҙың уянғанын көтөп ке­нә ятҡан. Гөлсинә уны күтәреп, тышҡа сыҡты. Йәшел үлән өҫтөндә һап-һары бәпкәләр йөрөй, өләсәһе уларға күҙ һала-һала, ойоҡбаш бәйләп ултыра:
– Ана, минең ҡыҙым да тор­ған. Йоҡоң туйҙымы һуң? – тип йылмайып һораны өләсәһе.
– Эйе. Ҡайҙа, өләсәй, себештәрҙе үҙем ҡарайым.
Өләсәһе өйгә инеп китте, Гөлсинә йәшел сиҙәмгә ултырып, себештәрҙе күҙәтә башланы, улар сипылдашып әле тегеләй, әле былай йүгерешә. Ниңә Пират шымып ҡалды әле, тип әйләнеп ҡарағайны, себештәрҙең береһен тоторға самалағанын күреп ҡалды.
– Пират, теймә, улар бәләкәс әле. Ҡарап ҡына ултырайыҡ, – тип үҙенсә аңлатырға тырышты.
Шул саҡ эргәләге ағас артынан ҙур ғына эт килеп сыҡты. Гөлсинә ни эшләргә белмәне: ҡасыр ине – себештәрҙе ҡалды­рып булмай! Ҡурҡышынан сытырлатып күҙҙәрен йомдо. Бер аҙҙан, хәүеф тойолмағандай булғас, ҡараһа, Пират ар­ҡаһын дуғаландырып, эт ҡаршы­һында тора. Бесәй затынан быны көтмәгән эт артҡа сигенә бир­ҙе, унан юл яғына һикереп, табанын ялтыратты. Ҡыҙ шатлы­ғы­нан дуҫын күтәреп үк алды:
– Иий, минең батыр Пиратым.
Был хәлде тәҙрәнән күреп ҡал­ған өләсәһе йылмая-йылмая килеп сыҡты:
– Был Туймаҫтамаҡ булғанда, беҙгә эт тә кәрәкмәй икән!

* * *


…Ҡалаға ҡайтҡас, хәл белешергә тип, өләсәләренә шылтыратҡайны, шуны белде: олатаһы балыҡҡа барғанда Пиратты ла ҡалдырмай икән. Тимәк, дуҫлашҡандар. Гөлсинә бында үҙенең дә өлөшө барлығына һөйөнөп, йылмайып ҡуй­ҙы.

Азалиә ӘХТӘМОВА.


Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: