-1 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
2 Ноябрь 2018, 13:28

Йәшенмәк уйнарға ярата

Нәҫер Бер ҡараһаң, ҡояш алһыу ғына булып офоҡта уяна. Ҡулсатырҙы өйҙәге сөйгә элеп тышҡа сығаһың, ә ул – юҡ. Болот артына йәшенә лә һалған.

Бер ҡараһаң, ҡояш алһыу ғына булып офоҡта уяна. Ҡулсатырҙы өйҙәге сөйгә элеп тышҡа сығаһың, ә ул – юҡ. Болот артына йәшенә лә һалған. Уйым-уйым булып күктә ағылған болоттар араһынан ҡояшты эҙләп табаһың да бармаҡ янайһың: «Тапҡан­һың шаярыр мәл! Һиңә ышанып ҡулсатырһыҙ сыҡтым!» Шәп-шәп атлап көҙгө эштәрең буйынса үҙ юлыңдан китәһең. Ә ҡояш аяҡ аҫтыңдағы күләүеккә һикереп төшә. «Ваҡытым юҡ!» – тип уны урап үтәһең. «Ә бәләкәй са­ғыңда күләүеккә баҫып меңәрләгән нур сәсрәтә белә инең!» – тип бер аҙ үпкәләп ала ҡояш.
Шунан миләш емештәренә ҡунып, аяҡтарын болғай-болғай, шым ғына ултырып ҡала ул. Тик оҙаҡҡа түгел, һары япраҡ булып алдыңа өҙөлөп төшә. Ҡыштыр-ҡыштыр атлап үтеп китәһең, аяҡ аҫтыңда ҡояш түшәлеп ятҡанын да абайламайһың. Ә ул һаман йәшенмәк уйнауын дауам итә. Был юлы сәскә түтәлдәренә ҡуна. Көҙҙөң һуңғы сәскәһе шул саҡ һиңә үрелә: «Ҡара инде миңә берҙе һоҡланып, битараф үтеп китмә!» Туҡтамайса булмай. Ҡояш ҡунған бит уға. Һарыҡайҙы һаҡ ҡына өҙөп алаһың да йылыға, күңел төпкөлөнә, һалып ҡуяһың. Минең ҡояшымдың урыны шунда.
Ә күктәгеһе әйҙә болот менән йәшенмәк уйнаһын.

Гөлсимә ИШТАНОВА.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: