-11 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
23 Ноябрь 2018, 15:13

25 ноябрь – Әсә көнө

Һәр ваҡыт һоҡланам Әсәй кешегә үҙ балаһынан да ҡәҙерлерәк бер кем дә юҡ. Ул һәр ваҡыт ғәзизкәйен хәстәр­ләй, уның өсөн утҡа-һыуға ла инергә әҙер, ауыр саҡта кәңәштәрен бирә, ярҙам итергә өлгөрә.

Һәр ваҡыт һоҡланам

Әсәй кешегә үҙ балаһынан да ҡәҙерлерәк бер кем дә юҡ. Ул һәр ваҡыт ғәзизкәйен хәстәр­ләй, уның өсөн утҡа-һыуға ла инергә әҙер, ауыр саҡта кәңәштәрен бирә, ярҙам итергә өлгөрә.
Минең әсәйем дә, балаларым, тип тырыша, ҡай­ғыра һәм беҙҙең өсөн өҙөлөп тора. Исеме – Сәриә Раҡаева. Ул – тыныс һәм изге кеше. Ҡарашында бер ҡасан да алдау, мәкерлелек һәм хәйләкәрлек юҡ. Һәр бер хәрәкәтендә бөхтәлек, нәфислек һәм еңеллек сағыла.
Беҙҙе, ике баланы, кеше итеп аяҡҡа баҫтыр­ҙы. Ҡәҙерлем менән һәр ваҡыт ғорурла­нам, өлгө алам һәм уның һымаҡ булырға тыры­шам.

Илшат БАЙЫҠОВ, химия-технология колледжының III курс студенты.


Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Бергенәм

Һин минең бергенәм, әсәйем,
Һин булғас, мин рәхәт йәшәйем.
Гел шулай йәш килеш, шат булып,
Йәшә һин сафлыҡҡа ынтылып.

Эльвина СӘФИУЛЛИНА, IV синыф уҡыусыһы.

Ҡояшым һин

Ҡояшым һин минең, әсәйем,
Тик һинән нур алып йәшәйем.
Һин – минең матурым, һин – гөлөм,
Әсәй, тип асылған бит телем.
Әсәкәй, гел рәхәт, шат йәшә,
Булайыҡ гел бергә, йәнәшә!

Лиә ХӘСӘНШИНА, II синыф уҡыусыһы.


Туймазы районы, Иҫке Туймазы мәктәбе.

Иң матуры

Әсәйҙәр күп донъяла,
Ә минеке бер генә.
Һәр балаға үҙ әсәһе
Иң матуры күренә.
Әсәһе булған һәр бала
Иң бәхетле һанала.
Сөнки әсәле балалар
Иң ҡәҙерле донъяла.

Гөлнара ҮЛЙӘБАЕВА, IV синыф уҡыусыһы.


Баймаҡ районы, Сосновка мәктәбе.

Әсәкәйем, ҡәҙерлем

Әсәкәйем, ҡәҙерлем,
Һин – беҙҙең өйҙөң йәме.
Һин булғанға донъям йәмле,
Ашар ашыбыҙ тәмле.
Әсәкәйем, ҡәҙерлем,
Беҙ тип янып йәшәйһең.
Балалар бәхете өсөн
Бар нәмәне эшләйһең.

Вәсилә ӘЙҮПОВА, VI синыф уҡыусыһы.

Һәр саҡ арҡамдан һөйә

Ҡошсоғом, ҡолонсағым, тип
Һәр саҡ арҡамдан һөйә.
Минең өсөн һәр ваҡыт та
Йөрәк йылыһын бүлә.
Әсәкәйем, һин булғанға
Бөтә донъя нур сәсә.
Ер йөҙөндә һәр балаға
Иң ҡәҙерлеһе — әсә.

Азамат ҠАРАҒОЛОВ, V синыф уҡыусыһы.


Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Дәрт өҫтәй

Әсәй! Наҙлы ҡараштарың
Йөрәгемә дәрт өҫтәй.
Һинең тылсымлы ҡулдарың
Мине һәр саҡ иркәләй.
Көләс йөҙөң, ҡояш кеүек,
Нурланып балҡып тора.
Саф шишмәләй тауышыңдан,
Гүйә, бер моң ағыла.
Иртә һайын күреп һине,
Шатлана минең йөрәк.
Әсәкәйем, был донъяла
Булырмын һиңә терәк.

Алһыу ҠӘҘЕРБӘКОВА, VII синыф уҡыусыһы.


Ейәнсура районы, Яңыбай мәктәбе.

Бик тә уңған

Барыһына ла өлгөрә,
Әсәйем бик тә уңған.
Иртән иртүк тороуыма
Ҡоймаҡ бешереп ҡуйған.
Ярҙамынан да айырмай
Ҡәҙерлем минең бер ҙә.
Рәхмәт һиңә, әсәкәйем,
Оҙаҡ йәшә был ерҙә.

Эльвира СУХОВА.

Мәңге беҙ бала

Илатмағыҙсы әсәйҙәрҙе,
Берҙән-бер бит улар донъяла.
Үҫеп ҙурайһаҡ та, һәр ваҡыт
Улар өсөн мәңге беҙ бала.

Ильяс СУХОВ.


Саҡмағош районы, Иҫке Ҡалмаш мәктәбе.

Донъялағы иң яҡын кешем

Юҡҡа ғына гүзәл заттарҙы матур сәскәләргә тиңләмәйҙәр. Баҡса йәме сәскәләрҙә булһа, тыуған йорттоҡо, тормоштоң матурлығы – әсәйҙәрҙә. Улар өйҙә бул­ғанда көнөбөҙ шәп, шатлыҡ-ҡыуаныс­тарға бай була.
Ҡәҙерлемдең исеме – Гөлназ. Исеме есеменә тура килеп торғандай, гөлдәй наҙлы әсәй ҙә, өләсәй ҙә, атайыбыҙға терәк-таяныс, өйөбөҙҙә бына тигән хужабикә лә ул. Ә минең өсөн – донъялағы иң яҡын, ҡәҙерле кешем. Күңелһеҙләнеп китеп, үҙен барып ҡосаҡлап алһам, бөтә эс бошоуҙар юҡҡа сыға. Ҡәҙерлебеҙҙе ныҡ яратабыҙ, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырышабыҙ.
Байрам көнөндә барлыҡ әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә һаулыҡ, сабырлыҡ, ғаилә именлеге теләйем!

Алина ШӘЙӘХМӘТОВА.


Салауат районы, Малаяҙҙағы 1-се мәктәп.
Оло бәхет
Әсәй, тип әйтер кешең булыу –
Оло бәхет бит ул донъяла.
Сабый бәүеткән әсәйҙәрҙән
Тирә-яҡҡа нурҙар тарала.
Йондоҙ менән сағыштырмайым,
Ҡояш кеүек балҡый әсәйем.
Унһыҙ бер ҙә өйҙөң йәме юҡ,
Ҡапҡан ризыҡтарҙың тәме юҡ.

Гөлгөнә ШӘРӘФЕТДИНОВА.


Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.

Мин бит ҙурайҙым

Тәүге һүҙем минең «әсәй» булды,
Ишетеп тә нисек ҡыуандың.
Ҡояш кеүек йылы наҙҙарыңды,
Әсәкәйем, беҙгә бит һалдың.
Йәйге төндә йондоҙ һанай инек,
Әкиәттәр беҙгә һөйләнең.
Баштарымдан минең һыйпап ҡына
Моңло ғына көйҙәр көйләнең.
Үҫеп еттем ҡапыл, әсәкәйем,
Эй, һағынам бала сағымды.
– Кескәйһең бит, – тиеп торһаң да һин,
Әсәкәйем, мин бит ҙурайҙым.
Нурсилә ӘХМӘТОВА.

Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: