+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
2 Август 2019, 13:47

Ҡояш ҡыҙы Алтынсәс

Әкиәт Борон-борон заманда ке­ше аяҡ баҫмаған ерҙә булған, ти, бер урын. Унда Ҡояш менән Ай йәшәгән, имеш. Бер-береһен бик яратҡандар. Тиҙҙән улар туй ҙа яһа­ған. Әсәһе Ҡояштан, атаһы Айҙан бик матур бер ҡыҙ бала тыуған, сәстәре һап-һары ғына, ти. Уға Алтынсәс тип исем ҡушҡандар. Көндөҙ әсәһе менән тирә-яҡҡа нур сәсһә, төндә атаһының апай­ҙары – йондоҙҙар менән уйнаған. Шулай бергә ҡайғы күрмәйенсә бик матур йәшәгән улар.


Берҙән-бер көндө Алтынсәс алтын кеүек сәстәрен тарап ултырғанда әсәһе уға кешеләр барлығы тураһында һөйләгән. Ҡыҙҙың уларҙы бик күргеһе, яланда сәскәләр йыйып, уйнағыһы килеп киткән. Был хаҡта ҡәҙерлеһенә лә әйткән. Тик Ҡояш быны өнәмәй:

– Ерҙә, мин һөйләгәнсә, гел яҡшы кешеләр генә йәшәмәй, яман уйлылар ҙа бар, улар һиңә берәй насарлыҡ ҡылыуы ла мөмкин, – тигән.

Был һөйләшеүҙән һуң Алтынсәс моңһоуланып, зарыға башлаған, төнөн йондоҙҙар менән дә уйнамаған. Атаһы Ай быны күреп, аптырап, әсәһенән ни бул­ғанын һорамайынса булдыра алмаған. Уныһы барыһын түкмәй-сәсмәй һөйләп биргән. Бергәләп уйлашҡандар ҙа ҡыҙҙарын Ергә ебәрергә бул­ғандар. Тик Ҡояш нурҙары аҫтында ғына йөрөргә һәм һуңға ҡалмай ҡайтырға ҡушҡандар.

Бына Алтынсәс кешеләр йәшәгән төйәккә килеп төшөп, шатлығынан йырлай башлаған. Уның моңло тауышын ишетеп, янына Азамат исемле бер егет килеп сыға. Танышалар, һөйләшәләр. Тик ҡыҙ уға Ҡояш менән Ай ҡыҙы икәнен генә белдермәй. Егеттең ауылы ла яҡында ғына икән. Алып барып күрһәтеп килә. Ҡайтыр ваҡыт етә. Алтынсәс Аза­мат­ҡа үҙен оҙатмаҫҡа ҡу­ша. Кире күккә күтәрелгәс, ҡыҙ ата-әсәһенә Ерҙең бөтмәҫ матурлығын һүрәтләп бирә.

Икенсе көндө тағы ла төшөргә рөхсәт һорай. Улар Азамат менән ауылы янында күрешергә һөйләшкән була. Тәүҙә Алтынсәс йылғала рәхәтләнеп һыу инеп алғас, егетте көтөргә һөйләшелгән урынға килгән. Тик уның янына бер сит кеше килеп баҫҡан.

– Ниндәй ҙә сибәр ҡыҙ тора бында! Исемең кем, һылыуҡай? – тип өндәшә ул.

– Алтынсәс. Мин был ауылда йәшәмәйем. Әле бер кешене генә көтөп торам.

– Мин Күсәр батыр булам. Исеме кем һуң һинең көткән кешеңдең?

– Азамат, – ти Алтынсәс.

– Азамат, тиһеңме? Беҙ уның менән дуҫтар. Тик ул әле ауылда түгел, яланда көтөү көтә. Әйҙә, мин һине уның янына алып барам.

– Әйҙә һуң, – тип ризалаша ҡыҙ.

Тик нишләптер Күсәр батыр Алтынсәсте ялан яғына түгел, ә урманға барған юл менән алып китә. Ҡара урманлыҡ башланғас, Алтынсәс аптырай башлаған. Уға яуап итеп:

– Мин ҡасандыр беҙҙең ауылдың иң көслө, иң ҡыйыу батыры тигән дан алғайным. Бөтәһе лә ихтирам итте. Барлыҡ булған көрәштәрҙә еңеүсе булғас, ҡурҡа торғайнылар. Тик бер ваҡыт Азамат килде лә үҙемде еңде, көслөрәк булып сыҡты. Хәҙер бөтә ихтирам тик уға ғына. Минең турала оноттолар. Шул ваҡыттан бирле Азаматтан үс алырға үҙ-үҙемә һүҙ биргәйнем. Бына көткән көнөм килеп етте, – тип Күсәр үҙенең электән ҡалған үпкәһен һөйләп биргән.

– Һине яҡшы кеше икән­һең, тип уйлағайным. Юҡ икән. Насар уйлы кеше булып сыҡтың. Мин һиңә нимәгә кәрәкмен һуң? – тип һорай Алтынсәс.

– Хәҙер үҙеңде был урмандағы ҡараңғы келәткә бикләп ҡуям. Азамат һине эҙләп бында килер һәм мин уны шул саҡта үлтерермен, – ти ҙә Күсәр батыр Алтынсәсте келәткә яба.

Бер нисә көн илап ултыра ҡыҙ. Азамат Алтынсәсте эҙләй торғас, йөрәге менән тойоп, Күсәр батыр янына килә.

– Хәҙер үк Алтынсәсте иреккә сығар! – тип ҡысҡыра.

– Юҡ инде, Азамат. Һин хәҙер минең менән көрәшәһең. Еңһәң, Алтынсәсте ебәрермен, еңелһәң, уны үҙем менән алып китермен, – ти.

– Ярар, килештек, – ти Азамат.

Ауыл халҡы ике батырҙың көрәшен ҡарарға йыйыла. Ете көн, ете төн күҙәтәләр. Ниһайәт, Азамат еңә. Күсәр еңелгәс, урмандар, тауҙар артына ҡасып китә. Батыр егет Алтынсәсте келәттән сығарғас, ҡыҙ үҙенең атаһы һәм әсәһе кем икәнлеген һөйләй.

– Мин һине Ер ҡыҙы түгел, Күк ҡыҙы булһаң да, яратам. Алтынсәс, миңә кейәүгә сы­ғырға ризаһыңмы? – тип һорай.

Ҡыҙ ризалығын белдерә, ата-әсәһе – Ҡояш менән Айҙың фатихаһын да алырға баралар. Килһәләр, улар ҡыҙҙарын юғалтып, илап ултыра, ти. Алтынсәс йүгереп барып, яҡындарын ҡосаҡлай ҙа үҙе менән ниҙәр булғанын һөйләп бирә.

– Батыр егетһең икән! Ҡыҙыбыҙҙы ҡотҡарғаның өсөн рәхмәт! Беҙ ризабыҙ, уны һаҡлап ҡына йөрөт. Бергәләшеп Ерҙә туй ҙа яһағыҙ. Беҙ Күктән ҡарап, шатланып торорбоҙ, – тиҙәр.

Ерҙә матур итеп туй яһай­ҙар: байрам өс көн, өс төн дауам итә. Азамат менән Алтынсәс әле лә бик бәхетле йәшәй, күп итеп бала үҫ­терәләр, ти. Ҡыҙҙың ата-әсәһе – Ҡояш менән Ай ҙа һаман уларҙы күҙәтеп, бәхеттәренә ҡыуанып бөтә алмай, имеш.

Илнара ИҘРИСОВА.

Ғафури районы, Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас: