-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
23 Август 2019, 14:46

Аҡбикә һәм Ҡарабай

ӘкиәтБорон-борон заманда түгел, беҙҙең көндәрҙә булған, ти, бер ҡыҙҙың ике бесәйе. Берәүһе – ҡыҙ менән бергә ҡалала, ябай ҡалала түгел, баш ҡалала – Өфөлә йәшәгән. Ә икенсеһе өләсәһе менән бергә ябай ғына ауылда көн иткән.

Баш ҡала бесәйен күрһәгеҙ, эй, иркә, нәзәкәтле, ти. Көндәр буйы үҙенең кәнәфиенән йомшаҡ диванға күсеп йоҡлай, «Вискас», «Китекат» ҡына ашай. Телевизор экранынан рекламаланған бесәйҙәрҙе ҡарап ялҡып китһә, тәҙрә туп­һаһына менеп ултыра ла шау-шыулы ҡаланы күҙәтә башлай. Кешеләр ҡайҙалыр ашыға, машиналар геүләп тора. Ҡайһы берҙә хужалар эттәрен тышҡа алып сығып йөрөй. Ә ҡала мыраубайының бер ҙә сыҡҡыһы килмәй: тауышта баш ауырттырып, арып, ни эшләп йөрөмәк кәрәк?! Ә бына ауыл бесәйенең тормошо башҡаса. Ул үҙенең көнөн күңелле, улай ғына ла түгел, мауыҡтырғыс итеп үткәрә. Иртән өләсәй менән (ҡыҙға эйәреп, ул да өләсәй тип йөрөтә хужабикәне) һыйыр һауырға сығалар. Яңы һауылған һөттө эскәс, хужалыҡты тикшереп сыға (эттәре юҡ, шуға ла был эште ул башҡара).

Бына әтәс тауыҡтарын эйәртеп ҙур баҡсаға китте, ә ҡаҙҙар – йылға буйына. Муйыл сәскә атҡан. Еҫенән баш әйләнә. Тик муйыл төбөндә оҙаҡ ултырырға ярамай. Төп эшен онотмаҫҡа кәрәк – келәтте һәм мөгәрәпте сысҡандар­ҙан һаҡлар­ға. Уң яҡ күршеләр­ҙең бесәйе килеп хужа булып йөрөргә тырыша, уны ҡыуып ҡайтарырға кәрәк. Һул яҡта йәшәгән бесәй менән дуҫтар. Уны күреп, хәлен белеп сығырға ине.

Тап шул саҡ уйҙа­рын бүлдереп, еңел маши­на килеп туҡтаны. Ә унан, унан... уның яратҡан ысын хужабикәһе – Уралиә килеп сыҡты! Ауыл мыраубайы ҡыуанысынан ҡыҙға ҡаршы сабырға уйлаған ине лә... тик уның ҡулында ниндәйҙер ҙур ҡумта күреп, аптырап ҡалды. Уралиә: «Эй, бесәйемде, һағындым», – тип уны күтәреп алды. Мыраубай ҡыуанысынан мырлай башланы. Тап шул саҡта ҡумтанан «мыяу» тигән тауыш ишетелде. Ауыл бесәйенең аптырауҙан йәшел күҙҙәре ҙурайып китте, мырлауынан ғына түгел, хатта тын алыуҙан туҡтаны... Ә Уралиә: «Ҡара әле, мин һиңә ҡунаҡҡа кемде алып килдем. Матур ғына Аҡбикәне», – тине. Ҡарабайға кәрәк инеме ул Аҡбикә?! Ауыл бесәйе асыуланды һәм хужабикәнең ҡулынан төшөп ҡасты. Сысҡан тотҡоһо ла килмәй, муйыл сәскәһенең еҫе лә ҡыуандырмай ине Ҡарабайҙы. Үсегеп, ҡайғырып ята торғас, төш тә еткән икән. Өләсәй: «Ҡайҙа минең Ҡарабайым, уңған бесәйем?» – тип эҙләгәнгә генә өйгә инергә булды.

Ә унда ҡала бесәйе диванда йоҡлап ята. Өләсәй Аҡбикәне лә ит ашарға саҡырҙы. Килгән булды, тик ризаһыҙ ғына танауын сөйөп, кире китеп барҙы. «Харап икән!» – тип уйланы Ҡарабай. Ә Уралиә: «Өләсәй, ул «Вискас» ҡына ашай», – тине. Төшкө аштан һуң, һәр ваҡыттағыса, Ҡарабай урамға сығып тайырға уйланы ла, тик ҡала ҡунағы Аҡбикәгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуы еңеп, өйҙә ҡалды. Ябай бесәй ул Ҡарабай. «Беҙ бит Уралиәнең бесәйҙәре, дуҫлашырға кәрәк», – тип уйланы. Ә Аҡбикә иҫе китмәгәнгә һалышып, диванда ҡойроҡ бол­ғап ятыуын белде. Ҡарабай: «Әйҙә, тышҡа сығып йөрөп киләйек», – тип саҡырһа ла, урынынан ҡуҙғалманы. «Унда шау-шыу, яратмайым урамды», – тип яуапланы ҡала бесәйе. «Юҡсы, урамда күңелле һәм тыныс. Әйҙә инде», – тип үтенде Ҡарабай. Ҡала ҡупшыҡайы теләр-теләмәҫ кенә урынынан ҡуҙғалды. Тышҡа сыҡҡас: «Шунан, нимә эшләйбеҙ?» – тип һораны. Ҡарабай бер аҙ уйлағас: «Күршеләргә барып киләйек», – тине. Аҡбикә бик аптыраны: «Нимәгә?» «Нимәгә, тип, хәлдәрен белергә», – тине ауыл бесәйе. «Ҡыҙыҡ икән, беҙ йомош булһа ғына күршеләрҙе борсойбоҙ», – тине Аҡбикә. Шулай ҙа ризалашты.

Баҡса аша сығырға булдылар. Уй, Аҡбикәнең мыжыҡлығы! Тәүҙә нимәгәлер баҫып, тәпәйен ауырттырҙы. Һуңынан ағас башына менә алмай бер булды. Шундай ҙа бесәй була икән?! Күршеләрҙең баҡсаһында сәскәләр араһына ғына ингәйнеләр, Аҡбикәне саҡ бал ҡорто саҡманы. Уның ҡурҡып сыйылдауына күрше бесәйе сабып килеп етте. «Барыһы ла яҡшы! Беҙ­ҙекеләр!» – тине Ҡарабай.

Күрше бесәйе менән танышҡас, һарай башына менеп, мөгәрәпкә төшөп, һыу буйына барып, көн үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Өйгә ҡайт­ҡанда Уралиә ҡай­ғырып ултыра ине. Бесәйҙәрен күргәс, эй, ҡыуанды! Аҡбикә шул тиклем асыҡҡан ине – «Вискас»ын көтөп тормай, Ҡарабайҙың һауытындағы эремсекте бөткәнсе ашап ҡуйҙы.

Байрам көндәре «һә» тигәнсе үтте лә китте. Бесәйҙәр дуҫлашты. Аҡбикә үҙенең ысын бесәй булыуына ышанды. Тәҙрә төбөндә ултырыу, көндәр буйы диванда ятыу ҡыҙыҡ түгел икән. Ауылда ҡалғыһы килде. Хатта Уралиәнән ҡасып, диван аҫтына ла йәшенеп ҡараны. Тик хужабикәһе сос шул – тиҙ тапты. «Аҡбикә, оҙаҡламай каникул башлана. Ауылға оҙаҡҡа килербеҙ», – тип бесәйен ҡумтаһына ултыртҡас, машинаға сығарып ҡуйҙы. Ҡарабай автомобиль тирәләй йүгергеләне. Аңлай ул Уралиәне – ҡалала ла дуҫ кәрәк. Хәҙер ике бесәй бер-береһен һағынып, осрашыу көтә.


Уралиә ТОЛОМБАЕВА.
Өфө ҡалаһы, 35-се белем биреү үҙәге.

Читайте нас: