+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
6 Сентябрь 2019, 13:13

Йөрәгемдә – яҙҙарым

Ринат Сөләймәнов – гәзитебеҙҙең күптәнге яҡын дуҫы. Ул бала саҡтан, һеҙҙең кеүек, «Йәншишмә» гәзите аша тәрбиәләнеп, ҡәләмдәштәрен һәм дуҫтарын табып үҫә.

Тәүге ижад емештәре беҙҙең балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһы биттәрендә донъя күрә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаһын уҡығандан һуң тыуған «Хал­ҡымдан яуап хаты» тигән поэмаһы ла уҡыусы сағында баҫылып сыға. Мәктәптә белем алған сағында әүҙем хәбәрләшеп торғаны өсөн «Йәншишмә» гәзитенең «Йәш хәбәрсе» исеме бирелә. 2000 йылда баш ҡалала редакция ойошторған республика йәш хәбәрселәр семинарында ҡатнашыу бәхетенә лә эйә була.
Бөгөн Ринат Миңлеғәли улы Өфөнөң 68-се лицейында уҡыта. Шул уҡ ваҡытта әҙәби ижад менән шөғөлләнеүен дауам итә.
2008 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Ҡабаттан ғашиҡ булыу» тигән повесть һәм хикәйәләрҙән торған китабы донъя күрҙе. Ә 2018 йылда «Йөрәгемдә – яҙҙарым» исемле шиғырҙар һәм поэмалар туп­лан­ған йыйынтығы баҫылып сыҡты.
Йәш әҙип балалар өсөн дә ең һыҙғанып шиғырҙар ижад итә. Кескәйҙәргә яҙылған илһам емештәре «Балалар әҙәбиәте антологияһы»на индерелде. Ул – 2016 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы.
Яңыраҡ беҙҙең яҡын дуҫыбыҙ хаҡында шатлыҡлы хәбәр редакция ишектәрен шаҡыны. Ринат Сөләймәновтың «Йөрәгемдә – яҙҙарым» йыйынтығы Башҡортостан Яҙыусылар берлеге тарафынан Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына тәҡдим ителде. Йәш шағирға етди һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, ижади бәйгелә еңеп сығыуын теләйбеҙ һәм уҡыусыларыбыҙ иғтибарына шиғри шәлкемен тәҡдим итәбеҙ.

«Йәншишмә»ләр.



Витамин
Йәй буйына тырышып,
Ҡараныҡ йомарт ерҙе.
Алтын көҙҙәр етеүгә
Баҡсабыҙ уңыш бирҙе.

Кәбеҫтәне, ҡыярҙы,
Сөгөлдөрҙө, кишерҙе
Маринадлап һәм тоҙлап,
Мөгәрәпкә төшөрҙөк.

Ҡышын һалҡын тейҙереп,
Әгәр сирләп китһәм мин,
Беҙҙең көҙгө уңыштан
Юҡ яҡшыраҡ витамин.

Шуға ҡурҡытмай мине
Сатнама һыуыҡлы ҡыш.
Өҫтәлдә йәй бүләге –
Баҡсабыҙ биргән уңыш.
– Баҡса уңһын, – ти әсәй, –
Ил имен торһон, амин!
Түтәлдәрҙә тәгәрәп
Өлгөрһөн, – ти, – витамин.

Кәкүкле сәғәт
Моңло кәкүк саҡыра
Теге остан, был остан.
Әллә беҙҙең сәғәттең
Ҡошо урманға осҡан?

Әллә атай сәғәтте
Урманға элеп киткән?
Кәкүкле сәғәттәге
Таныш моң килә ситтән.

Өйгә инһәм, сәғәттең
Кәкүге йырлап тора.
Ҡанат киреп, моң сәсеп,
Донъяны нурлап тора.
Урмандағы кәкүккә
Сәләм юллаған һымаҡ.
Кәкүктәрҙең моңона
Урман йырлаған һымаҡ.
Өйҙә лә: «Кә-күк! Кә-күк!»,
Тышта ла: «Кә-күк! Кә-күк!» –
«Донъябыҙҙа матурлыҡ
Бик күп, – тиҙәр, – күп тә күп!»

Планетарий

Тәҙрә аша йондоҙҙарға
Һоҡланып ҡарай Илһам.
Гөлдөң һипкелле йөҙөнә
Оҡшаған төнгө йыһан.
Тулышҡан ай – өләсәһе
Бешкән һары май кеүек.
Һары майға күҙе ҡыҙған
Эте Һарыбай кеүек.

Планетарийҙағы һымаҡ
Күктәге был күренеш.
Ана, баҡсаға атылды
Йондоҙсоҡтан бер өлөш.

Ҡала йыуасаһы

Өләсәйгә ҡунаҡҡа
Ҡайтып төштөм ҡаланан.
Өләсәйем ҡыуанып,
Сәй әҙерләй ҡабалан.
Ҡайтырымды белдереп
Яҙғайным «Бәйләнештә».
Шуға әҙер ҡоймаҡ та,
Мин яратҡан бәлеш тә.

Мин дә сығарып һалдым
Өҫтәлгә йыуасамды.
– Ник алдың, – ти өләсәй, –
Бөтөрөп юҡ аҡсаңды?!

Ҡала йыуасаһына
Тештәре үтмәй икән.
Теш бармағас ризыҡҡа,
Асыуы көртләй микән?

Бик ҡаты булып сыҡты
Күстәнәсем – сохарый.
Сәйләп сәйнәй өләсәй:
– Эйәгем, – ти, – ох, арый.

Үҙемдең бал-ҡаймаҡҡа
Барыбер етмәй икән.
Уртты ла семтемәй, – ти, –
Телде лә өтмәй икән.

Серәкәй

Сәпәкәй итә тиһәм
Серле бер көйгә иркәм,
Таң менән эшен биреп,
Серәкәй ҡыуа икән.

Эй, серәкәй, серлекәй,
Серле итеп серелдәй.
Һалҡындан ҡурҡа микән,
Өйҙән сыҡҡыһы килмәй.

– Ниңә ҡыуаһың уны?
Бүлмәң бит, – тимен, – иркен.
– Семетеп уятты, – тип
Бәләһен һала иркәм.

Әмир

Әмир – бик ҡыҙыҡ малай,
Уға бары өс кенә.
Сағыштырыуға оҫта,
Булһа ла бит кес кенә.

Лавкалағы ҡарбузды
Йәшел тупҡа оҡшата.
– Тибеп уйнағым килә,
Алып бир, – тип ҡаҡшата.

– Ниндәй ҙур әфлисун, – ти,
Ҡаҡҡылап тубығына.
– Әфлисун түгел, – тимен,
Баскетбол тубы ғына.

Ә бананды оҡшатты
Һыйырҙың мөгөҙөнә.
Беҙгә ҡыҙыҡ булһа ла,
Эй, ғәжәп бер үҙенә.

– Һыу ҡыҙының ҡойроғон,
Ағай, миңә алып бир.
– Ниндәй ҡойроҡ булһын, – тим,
Ул һепертке бит, Әмир.

Ал-ҡыҙыл төймәләргә:
– Кәнфит! – тиеп һөйөнә.
– Уйынсыҡ кәнфит, – тимен,
Көйләп уның көйөнә.

Әмир менән сайпылмай
Йөрөп булмай лавкала.
Ике күҙем ҡустымда,
Уның күҙе башҡала.
Читайте нас: