-12 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
3 Апрель 2020, 19:26
Һүҙ көсө
Нәҫер Бер ауылда Әхмәт исемле малай йәшәгән. Ул бик таҙалыҡ яратҡан. Мәктәптә гел «дүртле» һәм «бишле»гә генә уҡыған. Үҙе шиғырҙар ҙа яҙа икән.
Бер көндө ул урам буйлап китеп барғанда таныш малайҙарҙы күреп ҡала. Улар төрлө һуттар эсеп, ашамлыҡтар менән һыйланып, һауыттарын, ҡалдыҡтарын балалар майҙансығына ташлай икән. Әхмәттең быға күңеле ҡырылып, сүп-сарҙы үҙе йыйып ала.
Ниңә кеше тирә-яҡты бысрата, йәмһеҙләй икән, тигән уй менән йөрөй торғас, малай шул турала шиғыр яҙып сығара. Ижад емешен уҡытыусыһына күрһәткәс, ул мәктәп стендына элергә тәҡдим итә.
Икенсе көндө был шиғырҙы теге таныш малайҙар уҡып тора икән. Әхмәт улар янына барып баҫҡан.
– Был кем шундай насар эштәр ҡылып йөрөй? – тип һораған унан берәүһе.
Әхмәт көлөп:
– Һеҙ үҙегеҙҙе танымайһығыҙмы ни? – тигән дә китеп барған.
Күпмелер ваҡыттан һуң ул баяғы малайҙарҙы йәнә осратҡан. Инде улар үҙҙәре балалар майҙансығын тәртипкә килтереп йөрөй, имеш. Был юлы Әхмәттең ҡыуанысының сиге булмаған.
Дим БАЙМЫРҘИН, XI синыф уҡыусыһы.
Учалы районы, Килмәк ауылы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...