+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
24 Апрель 2020, 13:21

Дистанцион дәрес

Өйҙә генә дәрес бара, Синыф контроль эш яҙа. Һорауҙар ауыр ғына, Маңлайҙан тирҙәр тама.

Эшләп бөттөм, ебәрҙем,

Хәҙер баһа көтәмен.

Тубалдай булды башым,

Аш түгел хатта ашым.


Икенсе көн дә етте,

Түҙер хәлем дә бөттө.

Әсәй, өләсәйем дә

Минең билдәмде көттө.


Телефон-планшетҡа,

Ноутбукка текләйем...

СМС-ҡа йүгереп барам,

Бик алыҫҡа китмәйем.


Ура, баһа ҡуйғандар,

Ҡыуаныстан бейенем!

Оҙаҡ көткән билдәм дә

Шундай ҙур «бишле» ине!


Зөһрә ЯҠШЫГИЛДИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: