– Абау, ниндәй матурҙар бит әле, – тип һоҡланды ул.
Елағай йондоҙсоҡ ҡыҙҙар менән шаярып уйнаны, ҡар бөртөктәренә лә күңелле булып китте.Ҡояш апай ҙа һаран ғына нурҙары менән уларға ҡеүәт биреп торҙо. Ап-аҡ ергә мамыҡтай ҡар бөртөктәренән туҡылған саф, йомшаҡ балаҫ йәйелде.
Яуған саҡта барыбыҙ ҙа матурҡайҙарға һоҡланабыҙ ҙа бит, тик уларҙың артабанғы яҙмышы нисегерәк икән?.. Һеҙҙең был турала уйлап ҡарағанығыҙ булдымы?
– Эй, шаянҡайҙар, унда һеҙгә нисек, оҡшаймы был урын? – тип ҡыйыҡ башынан төшкән ҡар бөртөктәренә өндәштем.
– Яҡшы ғына, тик көн йылынып киткән саҡтарҙа шыуып төшөүҙән ҡурҡабыҙ, йә берәйһенең башына төшөп имгәтербеҙ. Боҙбармаҡҡа әйләнеүебеҙ ҙә бар, яҙмышыбыҙ ҙа билдәһеҙ...
Күҙҙәрем ерҙәгеләренә төштө. «Аһ!» тигәнерәк ауаз ишетеп, терт итеп ҡалдым.
– Әллә ауырттырҙыммы, берәй ерегеҙ имгәндеме, ҡар бөртөктәре? – тип һорай һалдым.
– Юҡ та ул, беҙ өйрәндек инде яҙмышыбыҙға. Тик бына юлдағы ҡар бөртөктәре генә яфа сигә, машиналар йыш үтә, газ еҫенә тонсоғоп, ҡарайып бөттөләр, улар бигерәк йәл... – тигәнерәк әрнеүле тауыш ишетелде.
Урман яғына юлландым. Тирә-яҡ шундай тыныс, хатта шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Ошондай һиллектә байтаҡ торғас, янымдағы шыршы ағасында ятҡан ҡар бөртөктәренә һүҙ ҡуштым. Улар тауышымды ишетеп, ҡыуанып китте.
– Рәхмәт хәлебеҙҙе белер өсөн беҙҙең янға килеп сығыуығыҙға, – тиештеләр, – бында кешеләр – һирәк ҡунаҡ, бик тыныс, бер аҙ күңелһеҙерәк тә, ләкин яҙмышыбыҙға күнгәнбеҙ, зарланмайбыҙ, һирәк-һаяҡ ҡоштар ҡуна, ҡайһыларыбыҙ шул саҡ ергә ҡойола, уның ҡарауы, аҫта ла бик яҡшы.
Йөрөгән еремдә ап-аҡ урман юлы төрлө-төрлө йәнлек эҙҙәренән сыбарланып бөткән.
– Эй, ҡар бөртөктәре, сәләм барығыҙға ла, хәлдәрегеҙ нисек?
– Яҡшы ғына, йәнлектәр һәм ҡоштар менән күңелле бында, – тигән яуап ишеттем.
Артабан юл буйлап тауға үрләнем. Өҫтәге ҡар бөртөктәре тағы ла ағыраҡ, таҙараҡ тойолдо.
– Кәйефтәрегеҙ нисек? – тип һораным.
– Яҡшы ғына, бында беҙгә бар йыһан яҡындан күренә, тирә-яҡ ус төбөндәгеләй. Беҙ көн дә ана шул матурлыҡты күҙәтәбеҙ, күңелдәрҙә моң ярала, йырҙар, шиғырҙар тыуа, сөнки беҙгә Ҡояш та, Ай ҙа, йондоҙҙар ҙа бик яҡын, – тимәһенме ҡар бөртөктәре.
Бына бит ниндәй төрлө яҙмыштар... Хәс тә кеше ғүмерҙәре. Һәр бер ҡар бөртөгө үҙ юлын, яҙмышын тапҡан да баһа. Ошо үҙе бәхет түгелме һуң! Үҙ яҙмыштарына риза булып, сабыр ғына көн күрәләр. Зарланыуҙарын, күҙ йәштәрен кешеләр һымаҡ күрһәтеп бармайҙар. Ҡар бөртөктәренең һәр береһенә именлек теләп, ҡайтыр юлымдан атлайым, ә күңелемдә уларға ҡарата бары һоҡланыу һәм яҡты уйҙар ғына яралды.
Рәхмәт һеҙгә, матурлыҡ тыуҙырыусы елбәҙәк ҡар бөртөктәре!
Нәрисә УЙЫЛДАНОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.