+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
19 Февраль 2021, 12:49

Малайҙар ижады

Ҙурларбыҙ, ҡәҙерләрбеҙ Тыуған ерем – Дим буйҙары, Һоҡланамын көн һайын. Зифа буйлы ҡамыштары, Һандуғасы – тал һайын. Дим буйҙарына киләм дә Матурлыҡҡа таң ҡалам. Күпме генә ҡараһам да, Күңелем туймай һаман. Әмир ШӘФИҒУЛЛИН. Туймазы районы, Серафимовкалағы 3-сө мәктәп.


Һынатмам


Ярҙам итәм һәр ваҡыт.


Кәңәш бирә атайым,


Иңбашымдан яратып.


Ҡар көрәйбеҙ ярышып,


Утын ярам ҡалышмай.


Атай әйтә: «Тырышҡан


Бер ҡасан да һынатмай!»


Табырмын эштән йәмдәр,


Шатландырып атайҙы.


Хәләл көс тирҙәренән


Йыуҙырырмын маңлайҙы!

Искәндәр КӘБИРОВ, IV синыф уҡыусыһы.

Белорет ҡалаһы,

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.


Бал ҡорто
Баҡсаға барып ингәйнем,


Һиҙелә сәскә һуты.


Ҡурай еләк сәскәләрен


Һырып алған бал ҡорто.


Бал ҡорттарына теймәйем,


Балы бик тә файҙалы.


Шуға балды бик яратам,


Түгел һис тә зыянлы.

Ильяс МӨХӘМӘТЙӘРОВ, II синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.


Дуҫлыҡтары ҡасан бөткән?


Әкиәт


– Әйҙә, мин алып бара торайым, ә һин башҡа хайуандарҙы тиҙләт, – тигән Бесәй.


Шулай тигәс, Эт нисек ышанмаһын инде, ҡайнатманы тотторған да башҡа хайуандар янына ашыҡҡан. Етмәһә, уларға серле тәмлекәсе булыуы хаҡында ла һөйләгән, имеш. Ә Бесәйгә ни шул ғына кәрәк, тиҙ генә ашай һалып, һауытын ялап та ҡуйған.


Күпмелер ваҡыттан күмәкләшеп Арыҫлан янына килһәләр, ул һаман да ауырып ята. Бесәйҙең эҙе лә, ҡайнатмаһы ла күренмәй, ти. Аптырағас, Эт уны эҙләп киткән. Үҙен тиҙ тап­ҡан, буш банканы ағас төбөнә ташлап, мырылдап йоҡлап ята икән.


– Һиңә оят түгелме ни? – тип тегене баҫтыра башлаған.


Эткә яңынан ҡурай еләге йыйып, Арыҫлан өсөн ҡайнатма эшләргә тура килгән. Хайуандар батшаһы был дауалы тәмлекәсте сәйгә ҡушып эскәс, йүнәлеп тә киткән, ти.


Шул ваҡыттан алып Бесәй менән Эт араһында дуҫлыҡ юҡ икән. Маъмай Мыяубикәне күргән һайын, ошо ваҡиғаны иҫенә төшөрөп, баҫтыра башлай, имеш. Ә Бесәйҙең урлап ашау ғәҙәте һаман да һаҡлана, ти.


Айнур НУРЛЫҒАЯНОВ.


Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.


Ҡышҡы һиллек


Нәҫер


Ҡышҡы урманды күргәнегеҙ бармы, дуҫтар? Ағастар бик ғорур һәм ипле генә баҫып тора. Улар инде күптән йәйге йәшел кейемдәрен һалып, ҡышҡы йоҡоға талған. Шундай һиллек, тыныслыҡ хөкөм һөрә.



Сеү! Нимәлер ҡыштырлай түгелме? Ә-ә, был ҡышҡы аҡ тунын кейгән ҡуян икән. Ана, ян-яғына ҡаранды ла ҡолаҡтарын торғоҙоп, сабып та китте.



Вадим ТРЕГУБОВ, VIII «А» синыфы уҡыусыһы.


Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге


1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.


Читайте нас: