-1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
5 Март 2021, 12:12

Ҡыҙҙар ижады

Яратам һине, илем!Башҡортостан – ғәзиз ерем,Яратам һине, илем!Һиндә асылған телем дә,Һаҡлана тәүге эҙем.

Тәбиғәтең – мөғжизәләй,

Күптәрҙе һоҡландырған.

Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,

Сыҡмайһың уйҙарымдан.


Башҡорт ерендә тыуғанға

Ғорур тибә йөрәгем.

Тыуған илде данға күмеү –

Минең иң ҙур теләгем!

Әлфинә ЗӘЙНУЛЛИНА, VI «А» синыфы уҡыусыһы.

Ҡармышым
Ҡәҙерле һин йөрәгемә,

Тыуған ауылым – Ҡармыш,

Һиндә тыуып үҫкәнемә

Бәхетле итте яҙмыш.


Көндөҙөн ҡояш яҡтыртһа,

Төндәрен йондоҙ балҡый.

Халҡым Дименә һоҡланып

Йәшәгән ғүмер баҡый.


Ауылдаштар ҡайтып төшһә,

Ҡунаҡсыл минең халҡым.

Әйҙүкләп ҡунаҡ итмәҫкә

Бар микән минең хаҡым?!


Матур яҡтар күптер ҙә ул,

Тыуған яҡ берәү генә.

Беҙҙеке түгел сит яҡтар,

Яҙмышҡа терәү генә.


Яратам һине, Ҡармышым,

Ғүмергә һиндә ҡалам.

Минән башҡа һин йәшәрһең,

Мин һинһеҙ йәшәй алмам.

Эльвина ЙӘНГИРОВА, Х синыф уҡыусыһы.

Әлшәй районы, Раевкалағы

Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы.

Башҡортса һөйләшәйек

Яратам мин үҙ телемде,

Ул матур, йырҙай моңло.

Атайҙар кеүек көслө ул,

Әсәйҙәрҙәй яғымлы.


Ә бөгөн ул, сабый кеүек,

Беҙҙең яҡлауҙы көтә.

Илебеҙ юҡҡа сыға бит,

Әгәр телебеҙ бөтһә.


Бер-беребеҙҙе сәләмләп,

Башҡортса өндәшәйек.

Үҙ телебеҙҙе һаҡлайыҡ,

Башҡортса һөйләшәйек!


Алина ФӘЙЗУЛЛИНА, VI синыф уҡыусыһы.

Әбйәлил районы, Ташбулат мәктәбе.

Ниңә үҫемлектәр

йоҡоға тала?

Әкиәт



Бер көн батшабикә ергә төшөп, хәл-әхүәл белешергә булған. Ни күҙе менән күрһен – бар ағастар, үҫемлектәр дер-дер ҡалтырап, өшөп ултыралар, имеш. Уларға нисек ярҙам итергә белмәй аптыраған. Ҡабат һарайына әйләнеп ҡайтып, батшабикә баш вата башлаған. Уның борсолоулы йөҙөн күреп, Әмилә исемле ҡар бөртөгө нимә бул­ғанын һорап ҡуйған. Хәлде һөйләп биргәс, бергәләп ҡар бөртөктәрен ергә төшөрөргә хәл иткәндәр. Улар инде шатланып-ҡыуанып, бейей-бейей, бар донъяны ап-аҡ юрғанға төрөндөргән, ти. Шунан башлап ҡыш етһә, үҫемлектәр йоҡоға тала, ағастар аҡ шәлдәр ябына икән.

Зилиә ТАҺИРОВА,

VIII «А» синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге

1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Изге ерем
Йөҙҙән ашыу милләт һиндә

Дуҫлыҡ, татыулыҡта йәшәй.

Бергәләшеп туғандарса

Улар изге эштәр эшләй.


Күпме батыр һине һаҡлап,

Яу-һуғышта башын һалған.

Батырҙарҙың исемдәре

Тере тарих булып ҡалған.


Башҡортостан – гөлбостаным,

Бай тарихлы Тыуған илем.

Был донъяға ауаз һалып,

Тәпәй баҫҡан изге ерем.


Милена ХӘКИМОВА.

Салауат районы, Әлкә ауылы.

Минең телем
Башҡорт теле – әсәм теле,

Һин шундай ғәзиз миңә.

«Башҡортостан, телем», – тиеп

Минең йөрәгем тибә.


Яғымлы ла, бай, көслө лә

Минең туған телкәйем.

Яратам мин илкәйемде,

Йәбергә һис бирмәйем.
Китапханала
Китапханала күп китап:

Әкиәттәр, мәҫәлдәр.

Күңелде ҡанатландырыр

Мөғжизәле әҫәрҙәр.


Китап менән дуҫ булайыҡ,

Аңлайыҡ китап телен.

Уҡыһаң, илдәр гиҙәһең,

Туплайһың яңы белем.


Радмила ИБРАҺИМОВА,

V синыф уҡыусыһы.

Белорет ҡалаһы,

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.


Читайте нас: