– Өләсәй, өләсәй, минең сиреккә тик «бишле»ләр генә сыҡты! – тип ейәнсәренең саф башҡортса һөрән һалып килеп инеүенә шаҡ ҡатты ул. Ҡулындағы тәрилкәһен саҡ төшөрөп ебәрмәне. Ултырғысҡа барып ултырҙы ла:
– Ҡыҙым,ә башҡорт теленән нисә? – тип һораны.
– Башҡорт теленән дә, туған телдән дә – «бишле», – тип шартлатып яуап бирҙе ейәнсәре. Осрашыу шатлығынан бигерәк уның саф башҡортса һөйләшеүенә һөйөнөсө йөҙөнә сыҡты Мәрфүғә инәйҙең. Ҡыуанмаҫ ерҙән ҡыуанырһың, әйтерһең, өйгә һандуғас килеп кергән дә сут-сут һайрай. Һоҡланып бөтә алманы.
Тыңлаһаң – тыңлап туйғыһыҙ, һөйләшһәң – һөйләшеп туйғыһыҙ, һандуғас моңолай бит ул беҙҙең башҡорт теле! Йүгереп йөрөп сәй әҙерләгәндә лә, табын артында ла ейәнсәренең мәктәбе тураһында һөйләштеләр. Уҡытыусыһы тураһында һорашҡас, уныһының күҙҙәре тағы ла нығыраҡ балҡып китте.
– Беҙҙең икенсе әсәй бит ул уҡытыусыбыҙ, – тип белдерҙе ейәнсәре.
– Бик бәхетлеһең, ҡыҙым, мәктәптә лә иң яҡын кешең бар. Уҡытыусың ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡайһылай матур итеп башҡортса һөйләшергә өйрәткән бит үҙеңде, – тип һөйөндө өләсәһе.
Ейәне менән ейәнсәрен үҙ телдәрендә һөйләштерергә күпме тырышып ҡараны. Ейәне һөйләшә, ә ейәнсәре, исмаһам, күңел өсөн булһа ла бер-ике һүҙ ҡабатлаһасы. «Ғаиләлә үҙегеҙ башҡортса һөйләшһәгеҙ, балалар ҙа һеҙҙән өлгө алыр», – тиҙәр ҙә бит. Юҡ шул, булмағас, булмай икән ул. Мәрфүға инәйҙең өмөтө тамам өҙөлгәйне...
Бына һиңә бер хикмәт. Тәбиғәттең тәү башлап уянған мәлендә ағас бөрөләре һыуыҡҡа өшөп ҡуймаһын, тип йылы, наҙ өрөүсе, үҙенең артынан бейегерәккә ынтылдырған ҡояш нурҙары шикелле бит һеҙ, уҡытыусылар!
Сәүиә СОЛТАНОВА.
Өфө ҡалаһы.