Бөгөн балыҡ ашайбыҙ, тип өйҙә ҡый-сый булып алдылар. Әлеге лә баяғы кескәй Зәйнәб арҡаһында инде.
Ял көнө атаһы балыҡ ҡармаҡлап алып ҡайтҡайны. Һигеҙ йәше менән барған Ҡасим уны күреү менән, тиҙерәк ашағыһы килеп, әсәһен: «Зәйнәбте ҡарап ҡына торормон һин таҙартҡансы», – тип ҡабаландырырға тотондо. Барыһына ла билдәле: имгәкләп йөрөгән һеңлеһе лә ситтә ҡалмаясаҡ. Буталырға эшкингән. «Их, тиҙерәк үҫһен ине, башты ҡатырмаҫ ине», – тип уйлай Ҡасим. Сөнки, күпме аңлатып ҡараһа ла, Зәйнәбтең белмәгән нәмәһе табылып ҡына тора.
Бер килгәнемдә, ишектән инеүем менән, «ур-ра-а!» ҡысҡырып ҡаршы алды:
– Өләсәй, хәҙер һин «смотрильщик» булаһың инде! – тине сәпәкәй һуғып.
– Ниндәй «смотрильщик» булайым?
– Беҙҙең Зәйнәбкә кәрәк, шунһыҙ булмай! – тип бурыс йөкмәтеп ҡуйҙы ейәнем.
Әсәһе балыҡ таҙартырға тотонғас, Ҡасим Зәйнәбте алдына алып, уның янына барып ултырҙы. Бына әсәһе балыҡтың ҡанаттарын ҡырҡып сыҡты, эсен ярҙы. Эсе тулы эсәк икән дәһә.
– Әсәй, әсәй, балыҡ шар йотҡан, шар йотҡан! – тип яҡын уҡ шылып ултырҙы малай.
– Юҡ, улым. Балыҡтарҙа һыуҙа йөҙөр өсөн шундай шар була.
– Ә-ә-ә... Шуға ла тәрәндә-ә-ә лә батмай йөрөйҙәр икән. Шары ярылһа, бата ла ҡуямы?
– Ярылмаһын өсөн эсенә һалып ҡуйған шул.
– Улай икә-ән... Быныһы ҙур балыҡ булғас, шары ла ҙур. Ҡыҙыҡ икән балыҡтар... Ай-ай, әсә-әй, Зәйнәб шарҙы ҡапты ауыҙына! Ҡыхай бит ул, ҡыхай, төкө-өр!
– Аа-а-ай әттәгенәһе, ас әле ауыҙыңды, ҡыҙым! Йә, бир әле! Ас, ас ауыҙыңды! – Зәйнәб ауыҙын асты.
– Ашаған да ҡуйған бит...
Шау-шыуға атаһы килеп сыҡты.
– Ҡурҡмағыҙ, бер ни булмай ул. Беҙ бала саҡта, шәп йөҙөүсе булабыҙ, тип әллә күпме балыҡтың шарын йоттоҡ. Ҡыҙым да шә-әп йөҙөүсе була икән, – тип, ни булғанын аңламай өнһөҙ ҡалған ҡыҙын ҡулына алды. – Үҫеп килә бит ҡыҙым, бер ваҡыт ул да балыҡ таҙартышыр әле, – тине һөйә-һөйә.
– Иң тәүҙә Зәйнәбте туйҙырғанса ашатып алмайынса булмай инде, – тине Ҡасим, әсәһе өҫтәлгә балыҡ ҡуйғас. Һеңлеһенең тамағын туйҙырмай тороп, иркенләп ашай алмайҙар шул. Йылға балығы тәмле, Зәйнәбкә лә оҡшаны:
– Мәмәм, мәмәм! – тип тамшанып-тамшанып һорай. Ҡасим тиктормаҫ һеңлеһенең ҡулы сос икәнлеген яҡшы белә. Әсәһе балыҡтың ҡылсығын таҙартып биргәнсе Зәйнәбте ҡарай-ҡарай ултыра. Ул ағай бит. Һеңлеһе бәләгә тарымаһын, йә берәй эште боҙоп ҡуймаһын өсөн уға «смотрильщик».
Нәсимә Ғайсина.
Әбйәлил районы, Таҡһыр ауылы.