+24 °С
Дождь
VKOKМакс
Илһам
29 Августа 2024, 12:53

Эҙләйем...

Ейәнсура районы Үтәғол ауылынан йәш шағир Фәһим Әхмәровтан ижади күстәнәс.

Эҙләйем...Эҙләйем...
Эҙләйем...

Буйлап-буйлап Ағиҙелкәй ярын
Һине, иркәм, ҡабат эҙләнем.
Эҙләмәйсә һине көтә алманым –
Йөрәккенәм минең түҙмәне.

Белһәң ине, йәнем, белһәң ине,
Йөрөмәгән урын ҡалманы.
Күпте күрҙем, әммә һине генә
Әүәлгесә табып булманы.

Ниәтемдән инде тайпылмаҫмын –

Һин, ҡояшым, минең уйымда.
Һиҙәм, һине бында осратырмын –
Ағиҙелдең йәмле буйында.

Ишет, наҙым, минең аҙымдарҙы,
Нисә саҡрым инде юл үттем.
Аяҡтарым күптән ярылһа ла,
Ярылманы минең өмөтөм.

Буйлап-буйлап Ағиҙелкәй ярын,
Һине, иркәм, ҡабат эҙләйем...

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас