Эй, бала саҡ иле! Ҡолонсаҡтай уйнаҡлап сабып барған хыял донъяһы кеүек бит ул. Бала саҡ үҙе лә йәйғорло күк йөҙөн хәтерләтә. Һәр хәлдә, миңә шулай тойола. Һауаға текләп ҡараһаң, иҫең китер, аҡ мамыҡтай күпереп торған болоттарын күҙәт әле! Ниндәй генә һүрәткә инмәй улар. Һыуҙа ҡуҙғалмай ятҡан крокодилдарға ла оҡшап ҡуялар, йә булмаһа, ҡатлы-ҡатлы юлдар булып шыуышалар, йәиһә ҡабарып ятҡан ап-аҡ мендәрҙәргә оҡшап торалар. Ғәжәп инде, ғәжәп... Бала саҡ иле хыялһыҙ буламы ни?! Хыял ғына үҙенең фантазияһында ошондай биҙәктәр тыуҙыра алалыр ул. Бала саҡта ғына сабый күңеле, хыял донъяһы икһеҙ-сикһеҙ океан киңлектәре һымаҡтыр ҙа...
Ошондай хыялға сумдырған бер ваҡиға гел генә иҫкә төшөп, күңелдә һағыныу тойғолары тыуҙыра.
Атайым вафат булғандан һуң, беҙ өсәүләп олатайымдарҙа ҙур өйҙөң бер яғында йәшәнек. Өй эсендә әллә ниндәй затлы әйберҙәр булманы. Тәҙрә янында өҫтәл, стена эргәһендә иҫке генә тимер карауат, урам яҡҡа ҡараған тәҙрә янында урындыҡ һәм мейес. Урындыҡ беҙҙең өсөн тәхеттәй тойола ине. Сөнки бында һирәк булһа ла табындар ҡоролдо, йоҡлар урыныбыҙ ҙа ошо булды. Ул көн һылыуым Зөһрә менән икебеҙгә айырыуса иҫтәлекле булып хәтерҙә ҡалған. Шулай булмай ни! Беҙгә ҡунаҡҡа Мөхипъямал инәйебеҙ килде. Ул – әсәйебеҙҙең ҡиәмәтлек әсәһе, шуға күрә лә беҙҙең өйҙөң көтөп алған ҡунағы. Ана, төрлө-төрлө биҙәкле сепрәктәрҙән һуғылған балаҫҡа өр-яңы ашъяулыҡ түшәлгән. Унда ҡунаҡ килгәндә генә ҡуйыла торған тәмле-татлы ризыҡ теҙелгән. Тәмле-татлы тигәнем – әсәйем үҙе бешергән бауырһаҡ, бәрәңге ҡыҫтыбыйы, еләк ҡағы һәм шаҡмаҡ шәкәр. Хәҙерге кеүек күҙҙең яуын алырлыҡ ҡағыҙлы кәнфиттәрҙе беҙ бала саҡта төшөбөҙҙә лә күрмәнек. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә, һуғым аштарында ғына ошондай һыйлы табындар булып ала ине. Әсәйем ашъяулыҡ уртаһына ит һалынған ҡоштабаҡ ултыртты, барыбыҙға ла өлөш һалып сыҡты, ҡомғандан инәйҙең ҡулын йыуҙырғас, беҙ ҙә шул йоланы үтәгәс, һый алдына ултырҙыҡ. Тәмле ризыҡтан ауыҙ итеп ҡыуандыҡ. Беҙҙең әсәй бешергән тәғәм шулай телеңде йоторлоҡ була шул. Унан һуң сәй эсер ваҡыт етте. Әсәй беҙҙең сынаяҡҡа берәр шаҡмаҡ шәкәр һалды. Ҡунаҡ менән бергә сәй эсеү ҙә күңелле! Сәйләп алғас, инәйебеҙ аш-һыу, ниғмәттәр хужабикәһенә арнап доға ҡылды, рәхмәттәрен еткерҙе, иҫәнлек-һаулыҡ теләне, өйгә айырым доға уҡыны. Шунан һуң туҙыбыраҡ барған сепрәккә төрөлгән иҫке генә бер китап сығарҙы. Мөхипъямал инәй, китап биттәренең кәрәкле урынын табып, беҙгә ҡарап:
– Балалар, хәҙер мин һеҙҙе «Йософ вә Зөләйха» ҡиссаһы менән таныштырам, уҡығанда бүлдермәгеҙ, йәме, – тине лә көйлө тауышы менән башлап та ебәрҙе. Ҡиссаны инәй яттан һөйләй, онотоп китһә, китабына күҙ һала ла артабан дауам итә. Мин мәктәпкә йөрөмәй инем әле ул саҡта, һылыуым минән өс йәшкә кесерәк. Бәләкәй булһаҡ та, ҡолаҡты ҡарпайтып, ауыҙыбыҙҙы асып, ихлас тыңлап ултырҙыҡ. Инәй һөйләгәндәре шул тиклем ҡыҙыҡлы, ҡыҙғаныс урындары ла бар ине, уны беҙ бөтәһен дә аңлап еткермәһәк тә, тын да алмай, хатта үҙ-ара төртөшмәй генә, мөкиббән китеп тыңланыҡ. Инәйебеҙ һөйләп арымаған да, талмаған да кеүек. Башындағы француз яулығын рәтләберәк ала ла талғын тауышы менән ҡиссаны тағы дауам итә. Битендәге йыйырсыҡтары ла яҙылып киткәндәй була. Әсәйебеҙ ҙә, беҙҙең кеүек, инәйҙе йотлоғоп тыңлап ултырҙы, күрәһең, ҡисса уға ла оҡшағандыр. Инәй һөйләүҙән туҡтағас, әсәйем уға рәхмәтен белдереп, күлдәклек матур тауар бүләк итте һәм үҙебеҙҙә ҡуна ҡалдырҙы. Уның улы Йәүҙәт абзый менән Рәхилә килене һәм ейән-ейәнсәрҙәре яҡын йәшәһәләр ҙә, әсәйем ғәҙәте буйынса табындан һуң ҡиәмәтлек инәһен был көндө ҡайтарып ебәрмәне. Үҙе теләгәнсә ҡәҙер-хөрмәтен күрһәтеү йолаһын башҡарғандыр инде, тип уйлайым хәҙер. Мөхипъямал инәйҙең һөйләгән риүәйәттәре, әкиәттәре, ҡиссалары әле һаман да хәтерҙе ҡуҙғытып, иҫкә төшөп, ҡолаҡта сыңлап торғандай... Бала саҡтың бер мөғжизәһе итеп ҡабул иттем мин был ваҡиғаны. Боронғонан алып хәҙерге көнгә тиклем юғалмай яҙма рәүешендә беҙгә килеп еткән был ҡомартҡылар һәм быуаттар буйына киләсәккә хеҙмәт итәсәктәр әле улар...
Һөйләй китһәң, бала саҡтың хикмәтле хәлдәре күп инде уның. Хәтеремдә башланғыс синыфта ауылыбыҙ мәктәбендә уҡып йөрөгән сағым. Нисәнселә икәнемде теүәл генә әйтә алмайым, бигерәк күп һыуҙар аҡты бит. Иң аҙаҡҡы хеҙмәт дәресендә мәктәп баҡсаһын сүп-сарҙан таҙартып йөрөйбөҙ. Ҡапыл бер күҙемә ағас ботағының осо тейеп ҡалды, һыҙламаны ла кеүек. Ауылда күҙ табиптары юҡ бит инде, бер нисә көндән күҙемә аҡ һалды, күҙҙең ҡараһы ситтә генә энә күҙендәй бер төрткө ине. Әсәйем ни эшләргә лә белмәгәндер инде, шулай ҙа бер ҡарар ҡабул иткән, ахыры. Беҙҙең өй эргәһендә Миңъямал исемле инәй (бер аяғы сатан) ҡыҙы Мөкәрәмә апай менән донъя көтә ине. Ошо инәйгә ебәрҙе. Әсәй ҡушҡас ни, барҙым, уның һүҙе – беҙҙең өсөн ҡанун. Миңъямал инәй мине ҡараны ла үҙенең бер бармағынан тамсы ғына ҡанын сығарып күҙемә тамыҙҙы.
– Быны өс тапҡыр эшләргә тура киләсәк, йыбанма, кил, – тине инәй. Ике тапҡыр барҙым уға, өсөнсө тапҡыр кәрәк тә булманы, күҙемдәге аҡ тап юғалды. Әлегәсә аңлай алмайым ошо хәлде – Аллаһы Тәғәләнең ярҙамы булдымы, әллә инәйҙең ҡанының берәй мөғжизәһеме?! Бәлки, күҙ табиптарының берәй яуабы булыр...
...Һуғыштан һуңғы илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа ауылдарҙағы тормош бигерәк тә ауыр булған. Был тормошто үҙ елкәләрендә татыған кешеләр ҙә күп ҡалмай бара инде илебеҙҙә. Бала сағымдан олатайым менән өләсәйемдең донъя көтмөшөн үҙ күҙҙәрем менән күреп үҫһәм дә, уларҙың һәм башҡа ауылдаштарҙың бер ҡасан да зарланғандарын ишетмәнем. Әсәйемдең һөйләгәндәре лә хәтеремдә. Әсе буйының бер урынында картуф сәскән ул. Сентябрь аҙағында, йәғни 25-е, картуф ҡаҙған ваҡытта әсәйем ауырып киткән – минең тыуыр ваҡытым еткән икән. Көс-хәл менән өйгә ҡайтып, Нәғимә инәйҙе саҡыртып алған. Ул ауылда кендек әбейе булып йөрөгән. Акушер түгел, шәфҡәт туташтары ла булмаған заман. Ошо ваҡиғанан һуң кендек әбейе Нәғимә инәйҙе беҙ Нәғимә өләсәй тип йөрөтә башланыҡ. Зөһрә менән икебеҙҙең дә кендек әбейе булған ул. Нәғимә өләсәйҙең «Айғыр Нәғимә» тигән ҡушаматы ла булған икән, мин уны аҙаҡтан ғына белдем. Ғүмер буйы яңғыҙ йәшәп, сәсе менән ер һепереп, бер бөртөк ир балаһын үҫтереп кеше итеү өсөн һыр бирмәй, этлеккә бирешмәй, тормошта ян-яллашып йәшәгән өсөн дә тағылғандыр ҙа инде шул исеме. Улы Факил Кәримбаев әсәһенә оло ярҙамсы булды, уның исеменә тап төшөрмәй ғүмер кисереп баҡыйлыҡҡа күсте, зәхмәтле ауырыу булмаһа, бәлки, әле лә йәшәр ине...
Нәғимә инәй беҙгә өләсәй булғас, бала саҡта уларҙың өйҙәренә лә барғаным булды. Тыштан балсыҡ менән ағартылған бәләкәй генә өй ине ул. Солан аша үтеп ингәс тә, һап-һары итеп ҡырып йыуылған иҙән таҡталары күренә. Элек бит, беҙҙең бала саҡтарҙа, өй иҙәндәре балауыҙҙай һары итеп ҡырып йыуыла торғайны. Мейесе лә балсыҡ менән ағартылған, өйҙәге бөхтәлек, таҙалыҡ арбап алырлыҡ. Ғәҙәттәгесә, урындыҡҡа төрлө сепрәктәрҙән һуғылған балаҫ йәйелгән. Бөтә өйҙәрҙә лә ошондай балаҫтар бар, сөнки инәйҙәр уларҙы үҙҙәре һуҡҡан. Өй эсендә һыйыр мөгөҙөнә элерлек әйбер күренмәһә лә, был өйҙән ниндәйҙер йылылыҡ, матурлыҡ, сафлыҡ бөркөлөп торғандай... Әле бала ғына булһам да, шуны һиҙгәнем хәтерҙә ҡалған. Түрьяҡ оло яҡтан урҙа менән бүленгәйне.
Нәғимә өләсәй самауырын ҡайнатырға тышҡа алып сыҡты, түрьяҡта, һауыт-һабанан тыш, «Совет Башҡортостаны» гәзитен күреп ҡалдым. Шул заманда, күберәген юҡлыҡ менән көн иткәндә, халыҡ «Совет Башҡортостаны»н алдырып уҡый ине, «Ильич юлы» район гәзите һәр өйҙә булды. Ғүмер буйы эштән айырылмаһа ла, кешеләр үҙәк гәзитте лә, райондыҡын да уҡырға ваҡыт тапҡан. Әлбиттә, ул ваҡытта хәҙерге кеүек күп һанлы гәзит-журналдар баҫылмаған, шуға ла булғанына яҙылғандар инде, тиерҙәр ҡайһы берәүҙәр. Ә бит хәҙерге заманда бер баҫма ла алдырмай йәшәгән замандаштар бар. Бәлки, бының сәбәптәре төрлөлөр, шулай ҙа үҙебеҙҙең баҫмаларҙы үҙебеҙ уҡымаһаҡ, уларҙы кем хәстәрләр һуң?! Уйланырға урын бар...
Бала сағым күберәк тормоштоң ғәҙәти күренгән ваҡиғаларынан ниндәйҙер йәм, шатлыҡ табып, шуға ҡыуанып йөрөгән мәлдәре менән бәхетле булған икән. Йәшәлгән ғүмер түбәһенән ҡарап, хәҙер ошондай фекергә киләм. Ә тормош ауырлыҡтарын, этлектәрен әсәйем үҙе күтәргән. Ул беҙгә, балаларына, быны һиҙҙермәҫкә тырышып донъя көткән. Шуны аңлау өсөн ғүмер кисерергә кәрәк булған миңә. Әсәйемде иҫкә төшөрмәгән, ғәзиз кешемде хәтерҙә тотмаған көнөм юҡ. Әсәйем бит беҙгә ҡаты ҡуллы атай ҙа булды... Юҡ, ул беҙҙе туҡмап-йәберләп үҫтермәне, шуны эшләгеҙ, быны эшләгеҙ, тип өйрәтеп, мыжып та торманы, беҙ уның өлгөһөндә эш айышын күреп, белеп, ҡулдан килгәнсә ҡыбырлап, ярҙам итеп йәшәнек. Мин был турала маҡтанып та, үҙемде күрһәтеү ниәтенән дә яҙмайым, Аллам һаҡлаһын. Элеккерәк, беҙҙең бала саҡтарҙағы тормоштоң, ниндәйерәк булғанын бер аҙ яҡтыртыу өсөн генә яҙам был юлдарҙы. Замандаштарым да ошондай көнитмешебеҙҙе раҫлар, тип уйлайым.
Тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға тураһында өндәшмәһәм, шатлығым тулы булмаҫ кеүек. Ауылда беҙ июнь – июль айҙарында сөгөлдөр баҫыуына утауға йөрөйбөҙ, ғәҙәттәгесә, уны һәр өй башына бүлеп бирәләр ине. Кемгә ярты, кемгә бер гектар эләгә ине, бер гектар алһаң, әлбиттә, уның эше лә күп була. Көҙөн сөгөлдөрҙө таҙартып хөкүмәткә тапшырыу башлана. Әсәйем бер гектар ала торғайны, утауы беҙгә әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, ә бына көҙ еткәс, уның уңышын йыйыуы – бер этлек. Йылы көндәрҙә был эш ҡыйын да түгел, ямғырҙар башланһа, өшөп, ҡулдарыбыҙ һыуыҡтан ҡатып бөтә, сөнки сөгөлдөрҙә йәбешеп торған тупраҡты бысаҡ менән таҙартып, өйөмгә ырғытып барырға кәрәк. Шулай ҙа һәр эштең дә аҙағы була. Йәшелсәне хөкүмәткә тапшырып бөткәс, эш хаҡы ла арыу эләккәндер, моғайын. Сөнки әсәйем, һеҙ бик тырыштығыҙ, ярҙамығыҙ ҙур булды, тип миңә иҫ киткес матур велосипед алып бирҙе. Беҙҙең ауыл кибетенә килгәйне. Ул тап ҡатын-ҡыҙҙар йөрөтә торған велосипед ине. Күҙҙең яуын алып тора. Шундағы ҡыуанысымды белһәгеҙ!!! Ул ваҡытта мин Таймаҫ урта мәктәбенә уҡырға йөрөй инем. Бишенсе синыфтан алып йәй, көҙ көндәрендә көтөү менән тороп, йәйәүләп иптәштәрем менән уҡырға китә инем. Балаларҙың күбеһендә бар ине бындай яҡшы «тимер ат», йәйәүләгәнгә ҡарағанда унда елдереп үтеүе үҙе ни тора! Дәрестәр башланыуға барып етә инек, бер ваҡытта ла һуңлағаныбыҙҙы хәтерләмәйем. Таймаҫ ауылы беҙҙән 6 – 7 саҡрымда ята, был ара велосипедлы кешегә әллә ни йыраҡ та түгел.
Ҡыш көндәрендә беҙ ауылдың осондараҡ торған саман өйҙә йәшәнек, был турала мин алдараҡ яҙҙым да, шикелле. Барыһы-барыһы ла күҙ алдымда тора. Китап һүҙҙәре менән әйткәнсә, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған. Кешенең мейеһе бала саҡтағы, үҫмер ҡорондағы ваҡиғаларҙы һис кәметмәй, тулы көйөнсә, онотолмаҫлыҡ итеп ни рәүешле һаҡлай ала икән ул?! Был тылсым бер мине генә түгел, күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр, моғайын. Был хәлде аңлатһа, тик ғалимдар ғына аңлата алалыр, тим.
Аръяҡта йәшәгән Нәғимә өләсәйем (ул әсәйемдең әсәһе) менән Бикмөхәмәт олатайҙың өйҙәре артында, картуф баҡсаһын үткәс, Шайтан йылғаһы ағып ята. Күрер күҙгә әллә ни ҙур булмаһа ла, бала күҙҙәре менән баһалағанда, күрәһең, апаруҡ күренгәндер беҙгә. Шунда төшөп, аръяҡ ҡыҙҙары Зәкиә, Зилә менән ваҡ балыҡтарҙың йыбырлашып йөҙгәнен күҙәтә инек. Ә сәскәле үләнлек, әллә ниндәй хуш еҫтәрен таратып, танауҙарға килеп етә, эй, рәхәт тә, күңелле лә ине шул саҡтар! Был урындан йыраҡ түгел ат һарайы тора, уның эргәһендә тимерлек булғаны хәтерҙә. Өләсәйемдәрҙең күршеһе Булат бабай көн һайын шунда эшкә йөрөй, башҡа ауылдаш ағайҙар ҙа күренә, тимерлек ишегенән ут сәсрәп китә, «таҡ-туҡ» иткән тауыштар тынмай тора көнө буйына. Уйлап ҡараһаң, ауылыбыҙҙың бер биҙәге булған икән ул. Йылғабыҙ эргәһендә Тирмән күле урынлашҡан, әле лә бар ул. Өйәңкеләр уратып алған был ер беҙҙең кеүек ыбыр-сыбыр балаларҙың яратҡан урыны булды. Йәйҙең матур, эҫе көндәрендә сыуылдашып гел шул тирәлә уралдыҡ. Малайҙарҙың йөҙә белгәне күл ситен үҙ итмәй, төпкәрәк инеп китә, рәхәтләнеп, ҡолас ташлап йөҙә. Беҙ, ҡурҡаҡ ҡыҙҙар, яр ситендә генә супырлашабыҙ. Йөҙә белгән ҡыҙҙар йыраҡҡа керергә бик баҙнат итмәй ине һәм дөрөҫ тә эшләгәндәрҙер. Һуңыраҡ, беҙ ҙурая төшкәс, малайҙарҙың бер нисәүһе күлдә батып ғәйеп булды, ошо хәлдән һуң, әлбиттә, күлебеҙҙең насар «холҡо» тураһында имеш-мимеш хәбәрҙәр ишетелә башланы. Тирмән күле тип юҡҡа аталмаған икән ул – эргәһендә он тарттыра торған тирмәне булған. Был турала миңә Ноғоман олатайым һөйләгәйне, унда ниндәйҙер ҡурҡыныс ваҡиға булғанын да әйткәйне, әллә ысын, әллә әкиәт итеп бәйән иттеме икән, бала аҡылым менән ул һөйләгәндәрҙе дөрөҫ кенә итеп иҫтә лә ҡалдырмағанмын...
Ауылымдың ситендәрәк ваҡ-ваҡ ҡалҡыулыҡтар йәйелеп ята, элегерәк унда кейәү үләне үҫә торғайны, тора-бара улары ла юҡҡа сыҡты, ваҡ мал тапап, тамырын ҡоротҡандыр, күрәһең. Арыраҡ Оло һаҙ тип аталған ҡайынлыҡ күренеп тора, исеме шулай аталһа ла, ныҡ һаҙмыт ер ҙә түгел, беҙ, ҡыҙҙар, ҡайын араһында мөлдөрәп торған ҡыҙыл бөрлөгән йыя инек. Хәҙер бармы икән? Ауылға ҡайтҡан һайын ул яҡтарға, бала сағым ҡайынлығына барып етергә форсат сыҡмай ҙа ҡуя.
Бала сағымда Мәрхәбә өләсәйем менән үҙебеҙҙең тирә-яғыбыҙҙы күп ҡыҙырып йөрөнөк ул былай. Һөлөклө буйҙарына еләк йыйырға тәпәйләгән ваҡыттар иҫемдә. Әсе буйҙары ла – тотош түшәлеп ятҡан еләклек кенә. Өләсәйем менән барған һайын биҙрәләп-биҙрәләп ер еләген йөкмәп ҡайта торғайныҡ. Мәрхәбә өләсәйемдең ер-һыуҙы, ҡыр-яланды шундай ҙа ныҡ яратҡан бер зат булғанына хәҙер ныҡ ышанам. Ул ошо холҡо, ошо ғәҙәте менән миндә, ейәнсәрендә, тәбиғәтте яратыу тойғоһо тәрбиәләгән, үҙ яғыңа һаҡсыл ҡарарға өйрәткән. Еләк йыйып, арып ял иткәндә, ваҡ-төйәк сүпте урманда ҡалдырмаҫҡа, ризыҡты тәләфләмәҫкә үҙ өлгөһөндә ошондай талаптар ҡуйған. Өләсәйемә шуның өсөн күңелемдә бөтмәҫ рәхмәттәрем йәшәй.
Олатай-өләсәй тәрбиәһендә үҫкән балалар бик бәхетле булалыр, тим. Улар ышығында ҡанат үҫтереп, ниндәйҙер файҙалы тормош ғәмәлдәренә өйрәнеп, һабаҡ алып үҫкәндәргә, бәлки, һуңынан, ҙурайғасыраҡ, тормошҡа яраҡлашып йәшәүе күпкә еңелерәктер ҙә. Ваҡытлы матбуғатта ла, китаптарҙа ла өлкән быуындың әйтеп бөтөргөһөҙ ярҙамы тураһында яҙылып килә. Тормошта һыналған миҫалдар бит улар. Хәҙерге көнкүрешебеҙгә килгәндә, бындай бәхет күптәр өлөшөнә төшмәйҙер ул, тип уйлайым. Сөнки йәшәйешебеҙ яҡшырған һайын, ата-әсәләр балалары менән айырым йәшәүҙе хуп күрә, бәхәсләшмәйем, бының һәйбәт яҡтары барҙыр, тик балаларҙың күбеһе олатай-өләсәй тәрбиәһенән мәхрүм ҡала. Донъя ла бер урында тормай шул, ниндәйҙер ҡиммәттәр үҙгәрә, яңылары барлыҡҡа килә, тик улар йәмғиәт үҫешенә, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә зыян килтермәһен ине...
Хәтер төпкөлдәрен айҡағанда, берсә болоҡһотоп, берсә яҡты нурҙар уйнатып, ҡәҙерле олатайым күҙ алдыма килә. Ул – атайымдың атаһы, ике өрлөктәй улын – оло улы Муллаянын, кесе улы – Сәлимйәнен (беҙҙең атайыбыҙҙы) юғалтты. Олатай менән өләсәйҙең ауыр ҡайғыһын һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ түгел. Бөтә ил өҫтөнә ябырылған һәләкәт күп ғаиләләрҙе зар илатты. Ошо юлдарҙы яҙып ултырған мин дә инде олоғайып, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп күргәндән һуң ғына, атайымдың ҡыҫҡа ғүмере, һуғыштың оло фажиғәһе тураһында уйланып йөрөп, ҡәҙерле кешемә арналған поэмамды яҙа алдым. Ул «Шайтан буйҙарынан йыр ишетелә» тип атала. Йәш сағымдан алып оло йәшемә ҡәҙәрле атайымдың һәм уның йәштәштәренең, ғөмүмән, илебеҙ тыныслығы өсөн башын һалған һалдаттар яҙмышы күңелдән китмәне, шиғырҙан башҡа ҙурыраҡ әйбер яҙғым килде. Нисек килеп сыҡҡандыр, әммә атайымдың рухы алдындағы бурысымды аҙ булһа ла үтәнем, тип уйларға баҙнат итәм.
Һүҙем олатайым тураһында ине бит әле. Үҙе лә – граждандар һуғышы яугиры, тыныс тормошто яулап алыуҙа ҡан түккән кеше. Беҙ бәләкәй саҡта олатайым күп хәтирәләрен, яу юлы сәхифәләрен һөйләй торғайны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала аҡылы уларҙы мейелә һеңдереп ҡала алмаған шул. Олатайым үҙе һалған өйҙөң баҡса рәшәткәһенә терәтеп эскәмйә ултыртып ҡуйғайны. Эштәренән бушаған арала ғәҙәтенсә шунда сығып ултыра ла беҙҙе – Зөфәрҙе, мине – ике яғына ултыртып ала, Зөһрә олатайҙың тубығына уҡ ҡунаҡлай. Әйткәндәй, Зөһрә атайымдың да, башҡаларҙың да яратҡан һөйкөмлө һөйәге булды. Нисек тә үҙ теләгенә ирешә ине, характер бәләкәйҙән формалашалыр, күрәһең. Беҙ инде, бала-саға, оҙаҡ түҙеп ултырабыҙмы ни – тороп йүгерәбеҙ. Шунан һуң олатайым беҙҙең өйҙөң ҡаршыһында йәшәгән Хажи бабай өйөнә китә. Икәүләшеп тышта оҙаҡ итеп әңгәмәләшеп ултыралар. Ике оло уҙамандың һөйләшер һүҙҙәре күп булғандыр. Ауылда ул ваҡытта уҡ ололар аҙ ҡалғайны, күбеһе баҡыйлыҡҡа күсеп бөткәйне. Олатайым, шөкөр, оҙон ғүмерле булды, йәше һикһәндән ашты, улдарының йәшәлмәгән ғүмерен тултырғандыр, күрәһең. Ейән-ейәнсәрҙәре өсөн оло терәк булып, минең ике баламды күреп, ҡыуанып ғүмер кисерҙе. Олатайым тураһында интервьюларҙа ла һөйләгәнем булды. Доға ҡабатлауҙан иҫкермәй, тиҙәр бит. Олатайым менән өләсәйемдең яҡты һыны яғымлы һүҙҙәре һис онотолмай, һәр саҡ хәтерҙә тора, гел генә күҙ алдына тере килеш баҫа улар. Икеһе лә ғүмер буйы эш өҫтөндә булды. Өләсәйем өй тирәһендә, уталасыҡ алдында нимәлер йүнләп йөрөй торғайны, ҡулдарының буш торғанын күргәнем булманы, үҙе лә беҙгә ниндәй ҙә булһа берәй йомош ҡушып ала, эшкә өйрәнеп үҫһендәр, тигән ниәттәндер инде. Беҙгә ни шул ғына кәрәк тә, йомош-юлға йүгереп торабыҙ, ҡарышмайбыҙ, ҡайсағында өләсәйҙән берәй тәмлекәс тә эләгеп ҡуя...
Тыуған яғым, ниндәй генә булһа ла, үҙемә ныҡ яҡын. Шуның өсөн уны тегеләй ҙә былай тип һүҙ тейҙергәндәрҙе күңел өнәмәй. Әлбиттә, минең ауылымдың күккә олғашып торған ҡая тауҙары, айыуҙары йөрөгән ҡара урмандары юҡ-юғын. Әммә үҙенә тартып, саҡырып торған Ҡыҙылтауым бар, мин уны әллә ниндәй затлы Ҡаф тауҙарына ла алмаштырмаҫ инем. Таймаҫ ауылы яғына үрләгәндә, ап-аҡ күлдәкле йәшел ҡайындарым ҡаршы сығып ала һәм оҙатып ҡала. Ҡарлүҙәгемдең ҡары ла йылы миңә, йәй көндәрендә лә иремәй, шул үҙәкте һаҡлап ятҡандай... Һанай китһәң, күп ул күңелемде яҡтыртып, һөйөнөслө хистәр, илһам тыуҙырған урындарым. Был – минең тыуған төйәгем. Ул мине тыуҙырған, үҫтергән, кеше иткән. Шуға ла үҙ яғыма бөткөһөҙ рәхмәтлемен. Ябай ғына шиғырҙарым да ана шул хаҡта һөйләй...