+2 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
21 Сентябрь 2024, 14:17

Хужа

Хикәйә. Марат Әминев.

Хужа
Хужа

Машина ҡапыл һул яҡҡа тарта башланы. Тәгәрмәстең камераһы тишелде, буғай. Тиҙ генә юл ситенә туҡтаным. Тишелгән шул – ана бит, күҙ алдында шиңә бара. Багажниктан запас тәгәрмәсте алып ҡуйырға тура килде. Ярай әле шәп бармай инем, машиналар геүләп торған трасса уйнатмай бит.
Хәҙер тиҙ генә тәгәрмәсте яматып алырға кәрәк. Ҡайтыу яғына ара байтаҡ ҡына әле, машинаның йәнә бер «аяғы» сафтан сыҡһа, ни эшләргә белмәҫһең! Бәхеткә күрә, бер-ике саҡрым барыу менән йорттар күренде. Ауыл ҙур ғына, оло юл эсендә ята – тәгәрмәсте яматтырабыҙ, былай булғас. Эре хәрефтәр менән «Шиномонтаж» тип яҙылған гаражды күргәс тә эскә йылы инеп китте. Асыҡ гараж янында 13 йәштәрҙәге ике малай велосипедҡа тын тултырып мәж килә. Тыңлауһыҙ сәстәре «Хужа» тип яҙыл­ған кепка аша күҙенә төшөп торғаны, ҡулы ғына түгел, хатта танауы майға буялғаны махсус компрессор менән булаша, иптәшенә ниҙер аңлатырға ла өлгөрә.
– Хужа ҡайҙа, эшләйһегеҙме?– тип һорайым унан.
– Эшләйбеҙ, тәгәрмәсегеҙҙе гаражға индереп һала тороғоҙ, – сөм-ҡара күҙҙәре янып торған, етеҙ хәрәкәтле «хужа» гараж ишеген киңерәк асып ҡуйҙы ла йәнә компрессорға йәбеште.
– Бәй, һин йүнәтәһеңме ни, ә өлкәндәр ҡайҙа? – тип аптырап һорап ҡуйҙым.
– Ун һум бирһәң, етәр, синыфташтан артығын алып булмаҫ, – ти исеме Морат булып сыҡҡан «хужа». Иптәше һонған аҡсаны кеҫәһенә тығып ҡуйғас ҡына минең яҡҡа борола. – Атайым хәҙер ҡайтып етә, ә һеҙ тәгәрмәсегеҙҙе индерә тороғоҙ, тип әйттем бит инде. – Малай велосипедҡа атланып ҡуҙғалырға торған иптәшенә ҡарап башын сайҡап ҡуйҙы, йәнәһе, ана ниндәй аңһыҙҙар менән эш итергә тура килә ҡайһы саҡта.
Ярай, ашыҡҡан – ашҡа бешкән, ти халыҡ, көтәйек. Гараж эргәһендәге эскәмйәгә ҡунаҡлайым. Ә Морат бер аҙға юғалып торҙо ла ҡулына буяу һауыты менән бумала тотоп килеп тә сыҡты. Гараж мөйөшөндә тәгәрмәстең пок­рышкаһынан ҡырҡып яһалған биш-алты яһалма ҡош өйөлөп ята. Малай уларҙың береһен алып, буяй ҙа башланы. Бындай «ҡоштарҙы» улым уҡыған мәктәптә күргәнем бар. Мәктәп баҡсаһына йәм биреп, сәскәләр янында ҡуҡырайышып ултыра улар.
– Үҙегеҙ эшләйһегеҙме? – тип һорайым бумаланы килешле хәрәкәттәр менән резинка буйлап йөрөткән малайҙан.
– Атайым менән икәүләшеп инде, ул ҡырҡа, мин буяйым, – Морат, шуны ғына төшөнөргә була инде, тигән аптыраулы ҡараш ташлап алды.
– Һатып алалармы һуң?
– Эшләп өлгөртөп булмай, – малай йәнләнеп китеп һөйләй башланы. – Башта мәктәптәрҙән киләләр ине, хәҙер кеше баҡсаларына ҡуя башланы. Сәскә формаһында ла эшләйбеҙ. Тышын биҙәкле итеп буяйһың да эсенә тупраҡ һалып, сәскә, гөл ултыртаһың. Оҡшаһа, берәрҙе алығыҙ, юғиһә, иртәгә үк алып бөтәләр уны. Ана, әҙер­ҙәре ихатала ята. Өйҙән килеп алғандарға осһоҙораҡҡа биреп ебәрәбеҙ.
Ихатаға үтәм. Мөйөштәге лапаҫ аҫтында утыҙлап төрлө төҫтәге һәм ҙурлыҡтағы «ҡоштар», сәскә ултыртҡыс резина һауыттар өйөлгән. Ҡай­һы берҙәренең буяуҙары ла уңа башлаған хатта. «Иртәгә үк алып бөтәләр, имеш, үәт, сос малай!»
– Иң матурын һайлап алығыҙ, бынауһын ҡарағыҙ әле, кисә генә буялғаны, машинағыҙға алып барайыммы? – Эргәгә килеп баҫҡан Мораттың өмөт тулы ҡарашын күтәрә алмай, баш ҡына һелкәм. Ҡала янындағы баҡсамды биҙәп ултырһын әйҙә.
Ихатанан сығышлай ике ҡатлы ҙур матур йортто, сәскәгә күмелгән, сүп-сар күҙгә салынмаған баҡсаны, уның арғы өлөшөндә теҙелешеп ултырған дүрт-биш тиҫтәләп умартаны күреп һоҡланып ҡуйҙым. Өйҙөң тышы – ирҙән, эсе – ҡатындан, тиҙәр бит беҙҙең халыҡта. Үтә егәрле ғаилә йәшәйҙер бында.
– Умартағыҙ күп кенә, бал мулмы быйыл? – тип ҡыҙыҡһынам малайға яһалма ҡош өсөн аҡса һуҙып.
– Ашарлыҡ бар инде!
Малайҙың етди йөҙөнә ҡарап ауыҙ үҙенән-үҙе йырыла. Һөйләшеүен әйт әле һин уның! Ысын умартасы бер ваҡытта ла умарталарының теүәл һанын да, күпме бал алыуын да әйтергә тырышмай бит. Күҙ тейеүҙән, ырыҫы китеүҙән ҡурҡалар, буғай.
– Бал кәрәкһә, алығыҙ. – Минең йылмайып торғанды оҡшатмаған Морат гараж кәштәһендә теҙелешеп ултырған өс литрлы банкаларға ымлап күрһәтте. – Шистый йүкә балы, шәкәр ҡушылмаған, тәмләп ҡарағығыҙ килһә, өйҙән берәй сынаяҡҡа һалып сығарам хәҙер!
«Шистый» йүкә балының шифаһын тәмләп ҡарамай ҙа беләбеҙ. Бер аҙҙан өс литрлы банка ла машина багажнигына күсеп ултырҙы.
– Аҡсаны атайыңа йә әсәйеңә бирәһеңме һуң? – тип һорайым бал өсөн аҡсаны малайға тоттороп.
– Үҙемдең балды һатам бит, нишләп бирәйем, йыям! – тип тамам аптыратты малай.
– Нисек үҙеңдекен?
– Атайым өс умартаны миңә тип япҡайны, балы ла үҙемә була, – тип тыныс ҡына аңлатты Морат.
– Аҡсаһын алаһың да ул, атайыңа ҡарашаһыңмы һуң? – тигән булам, малайҙың сәменә тейергә теләп.
– Бәй, мин ҡарамай, кем ҡараһын? – Әңгәмәсем ҡабынып китте. – Атайымдың гаражда эше күп, запчасть артынан ҡалаға ла йөрөй, әсәй почтаһына китә, ҡорт айырған саҡта сәй эсергә ваҡыт булмай әле, ҡарауыллап ҡына тормаһаң, осалар ҙа китәләр.
– Аҡса йыйып, нәмә һатып алырға итәһең һуң?
– Скутерға етерлек аҡса йыйғайным да ул, атай менән әсәй ҡаршы төштө, бәләкәйһең әле, тиҙәр. – Малайҙың сырайы ҡараңғыланып китте. – Ҡорт ҡарарға, өйҙәге бөтөн эште эшләргә бәләкәй түгелмен, ә скутерҙа йөрөргә ярамай, аңламаҫһың ололарҙы. Компьютер алабыҙ инде хәҙер, ҡалғанына ҡышҡы кейем ҡарарбыҙ, ти әсәй.
… Тәгәрмәсте йүнәттереп юлға сыҡҡанда эңер төшә башлағайны инде. Мораттың, ана ҡайта, бына ҡайта, тип көттөргән атаһы оҙаҡлабыраҡ китте. Сөм-ҡара күҙҙәре янып, урынында бейеп торған, һәр эшкә белеп тотонған хәрәкәтсән малай оҙон юл буйы хәтерҙән сыҡманы. Ҡыҙыҡ, киләсәктә кем булыр икән ул? Автосервис йәки ҙур магазин хужаһы булыр, бәлки. Ана бит, миңә ҡош һынын да, балын да оҫта ғына итеп һатып ебәрҙе. Етәксе булырға ла ҡулынан килер. Оҫта итеп аралашырға ла, үҙенекен һүҙ итергә лә булдыра егетең. Хәйер, ниндәй һөнәр һайлаһа ла, мораҙына ирешер был Морат. «Хужа» тип яҙылған кепка кейгән был малай берәй заман үҙ ғаиләһенең, еренең, халҡының лайыҡлы хужаһы булыр әле!

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: