Борон-борон заманда Иңҡош ата менән Иңкеш әсә йәшәгән, ти. Иңҡош кипкән үләндән оя яһаған. Иңкеш унда йомортҡа һалған, балалар тәрбиәләгән. Иңҡош ата сәскәле болон-туғайҙарға осоп, кәрзинен тултырып бал алып ҡайтҡан. Бәләкәстәр шәрбәт ярата бит!
Шул уҡ тау буйында Сәнскәк йәшәгән. Ул – Терпештең малайы. Сәнскәк:
– Мин – сәнскеле туп,
Тота алһаң – тот,
Тибә алһаң – тип,
Таба алһаң – тап, – ти ҙә туҡтап, энәләрен тырпайтып, тап булған йәнлек-ҡоштарҙы ҡурҡыта икән. Иңкеш әсә балаларын энәле туптан ситкә шылдырып өлгөрә, ти.
Бер көндө Сипылдаҡ сысҡан уларҙың балына йәбешкән. Сәнскәк бурҙы – һоп! – сәнскән һәм һоғонған! Зззз... Иңҡош килһә, ояһы туҙған, балы юҡ!
– Бур! Балымды ашағанһың, оямды туҙҙырғанһың! – Иңҡош ата бөртөк энәһен сығарған.
– Мин – сәнскеле туп,
Тота алһаң – тот,
Тибә алһаң – тип,
Таба алһаң – тап... – Сәнскәк, йырын йырлап, ары тәгәрәп киткән.
Зррр... Зррр... Иңкеш әсә Сипылдаҡ сысҡандың ғәйебен һөйләп биргән.
Шунан бирле терпеләр бур сысҡандарҙы яратмаған. Ә кешеләр энәлекәйҙәрҙе өйҙәрендә йәшәткән. Улар ҡомаҡтарҙы ҡырған.
Зөһрә БӘШӘРОВА.
Әбйәлил районы, Теләш ауылы.