-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
28 Ноябрь , 09:52

ФЗУ (романдан өҙөк)

– Иҫәрләнмә, Миҙхәт. «Өслө»нән баштары сыҡмағандар ыңғайына ФЗУ-ға китеп барырға башыңа тай типкәнме ни?Уны ишетмәне лә, шикелле, Миҙхәт. Һәр хәлдә, боролоп ҡараманы.Закир экспедициянан ҡайтҡанда, Миҙхәт өйҙә юҡ ине. Ғәфифә, Миҙхәттең әсәһе, илар сиккә етешеп:– Улың паровоз йүнәтергә өйрәнә, – тине.

ФЗУ (романдан өҙөк)
ФЗУ (романдан өҙөк)

Уҙған быуаттың беренсе яртыһында СССР-ҙа иң киң таралған уҡыу йорттарының береһе фабрика-завод училищеһы (ФЗУ) була. Яҙыусыбыҙ Ғәлим Хисамов «Шакиров» тигән романын тамамланы. Унда әлеге ФЗУ тураһында ла һөйләнелә. Уҡыусыларыбыҙ иғтибарына ошо әҫәрҙән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

Миҙхәт дәрес әҙерләй ине. Өҫтәл янындағы буш ултырғысҡа атаһы килеп ултырҙы. Ғәҙәтенсә, мыйығын һыпырып ҡуйҙы, шунан шым ғына улына, уның алдындағы дәфтәргә ҡараны.
– Нимәнән әҙерләнәһең? – тип ҡы­ҙыҡһынды.
– Алгебранан.
– Алгебраны мин белмәйем. Ярҙам итер инем, булмай шул.
Миҙхәт атаһына ялп күтәрелеп ҡараны. Ул бығаса дәрес әҙерләшергә ярҙамлашмай торғайны, быға ни булған, тигән ҡиәфәттә ултырҙы ла, яҙмаһына нөктә ҡуйып, дәфтәрен алып ҡуйҙы. Бының күренеше атаһына, йә, һүҙеңде әйт, рәүешендә ине. Закир йәнә бер мәртәбә мыйығын һыпырҙы ла:
– Быйыл һин етенсене бөтәһең бит инде. Артабан нимә эшләргә уйлайһың? Һигеҙенсегә барырғамы? – тип һораны.
Миҙхәт тәҙрә яғына борола биреберәк:
– Әллә, – тине. – Ул турала ныҡлап уйлағаным юҡ әле.
– Уйла. Шунан кәңәшләшербеҙ. Беҙҙең Шакировтарҙың нәҫелендә күбеһе уҡытыусы һөнәрен һайлай һәм берәүҙең дә үкенгәне юҡ. Атайыңдың кем икәнлеген дә беләһең, – тине.
– Беләм. – Миҙхәт урынынан тороп, дәфтәрен сумкаһына һалды. Улының һөйләшергә теләге юҡлығын күргән Закир ҙа ныҡышып торманы, урынынан ҡалҡынып:
– Һөнәрҙе кеше ғүмеренә бер генә һайлай. Үкенерлек булмаһын, – тип ҡуй­ҙы.
Атай менән бала араһында был турала һөйләшеү артабан булманы. Закирҙы үҙе уҡытҡан студенттарға етәксе итеп Урал аръяғына фәнни экспедицияға ебәрҙеләр. Ул арала Миҙхәт ете йыллыҡ мәктәптең сығарылыш имтихандарын тапшырып бөттө. Бер нисә көндән уға иптәштәре менән ҡуша уҡыуҙы тамамлауы тураһында танытма бирҙеләр. Шуны тотоп мәктәптән сыҡһа, уның синыфташ егеттәре үҙ-ара бәхәсләшеп тора.
– Ана, Миҙхәттән һорайыҡ. Ул бит беҙҙең иң алдынғы уҡыусы. Ул нимә эшләй икән? – тип ҡысҡырып берәүһе бүтәндәрҙе әйҙәне.
Миҙхәт былар янына килде. Уңарсы икенсеһе:
– Унан нимә һорап тораһың. Улар – нәҫел-нәсәбе менән юғары белем алған кешеләр. Артабан уҡыясаҡ, һигеҙенсегә китәсәк Миҙхәт, – тип белдекле булып һөйләнде.
– Ә һин нимә эшләргә йыйынаһың? – Миҙхәт тегеңә һорау менән яуап ҡайтарҙы.
– Беҙ бына өс егет паровоз ремонтлаусыларҙың ФЗУ-һына китергә, тип һөйләшеп торабыҙ. Әйҙә беҙҙең менән.
– Ул бит интеллигент, һинең кеүек тимер-томор араһына барһынмы ни? –баяғы егет ауыҙын салшайтты.
Миҙхәт ҡапыл тоҡанды, ҡулдары үҙенән-үҙе йоҙроҡланды, ирендәре ҡымтылды. Әммә үҙен тоторға тырышты.
– Мин үҙем дә шуны уйлап йөрөй инем әле, – тине ирендәрен саҡ яҙып.
–Нимәне? Һигеҙенсенеме? – баяғы бәндә һаман кәзекләне.
– ФЗУ-ны.
– Юҡты һөйләмә! Алдайһың!
– Ышанмайһыңмы? Ышанмаһаң, әйҙә, хәҙер үк танытмаларҙы ФЗУ-ның комиссияһына илтеп бирәбеҙ.
– Әйҙә!
Баяғы өсәү, Миҙхәт менән – дүртәү, шәп-шәп атлап, тимер юлының паровоз ремонтлаусылар контораһына табан йүгерә-атлай китеп тә барҙы. Уныһы әлеге ҡала мәктәбенән йыраҡ та түгел, тау аҫтында ғына ине.
Быларға эйәрмәйенсә мәктәп алдында тороп ҡалған берәү ҡысҡырҙы:
– Иҫәрләнмә, Миҙхәт. «Өслө»нән баштары сыҡмағандар ыңғайына ФЗУ-ға китеп барырға башыңа тай типкәнме ни?
Уны ишетмәне лә, шикелле, Миҙхәт. Һәр хәлдә, боролоп ҡараманы.
Закир экспедициянан ҡайтҡанда, Миҙхәт өйҙә юҡ ине. Ғәфифә, Миҙхәттең әсәһе, илар сиккә етешеп:
– Улың паровоз йүнәтергә өйрәнә, – тине.
Аптыраны Закир. Миҙхәт тураһында төрлөһөн уйланы, әммә был тиклем булыр, тип башына ла килтермәгәйне. Үҙенең атаһы Шакирҙың ғаиләһендә улар туғыҙ бала үҫте: һигеҙ малай, бер ҡыҙ. Туғыҙы ла иң кәмендә башланғыс мәҙрәсә бөттө, ҡалғандары – урта һәм юғары. Туғыҙҙың бишәүһе уҡытыусы булды, дүртәүһенең өсәүһе – ҙур түрәләр. Береһе генә йәшләй үлде. Закир үҙе Өфөлә уҡытыусылар әҙерләүсе уҡыу йорто ойошторҙо, шуға етәкселек итте. Әле институтта студенттар уҡыта. Шуның улы вагон-һагун йүнәтергә уҡып йөрөй тиме? Ояты ни тора!
Әммә Закир улына ташланманы. Тегенеһе ФЗУ-нан ҡайтып, яҡшылап йыуынды, шунан күлдәген кейҙе, атаһының эргәһенә килеп ултырҙы. Йәнәһе, әйҙә әрлә, туҡма, мин – һинең иректә. Әрләмәне, тырнаҡ осо менән дә теймәне улына Закир. Ҡулын егеттең яурынына һалды ла:
– Йәне теләгән йылан ите ашаған, ти беҙҙең башҡорт. Һайлаған юлың изге бул­һын, үкенергә тура килмәһен, – тине.
Үкенергә тура киләме-юҡмы, кеше көн элгәре быны белә алмай, ә ваҡыт үткәс, белеүҙән фәтүә юҡ. Уҙғанды кире ҡайтарып булмай, нимәлер үҙгәртә алһаң да, элекке кеүек килеп сыҡмай. Закир үҙе ҡылған эштәренә үкенгәне булыуын булманы. Дөрөҫ, бер мәртәбә, ах, яңылышҡанмын да баһа, тип терһәген тешләрҙәй итте итеүен. Расмыҡай тигән ауылда мәҙрәсәне тамамлағас, атаһы:
– Артабан уҡығың киләме? – тип һораны.
– Килә лә бит.
– Нимә «килә лә»? Берәр нәмә ҡамасаумы?
– Минең ағайҙар уҡып йөрөй, һин бер үҙең донъя көтәһең. Шәкерттәрҙең һәммәһенә лә аҡса кәрәк. Мин дә уҡый башлаһам, күберәк кәрәк буласаҡ.
Атаһы һаһылдап көлдө.
– Минең хәлде күреп, аңлап торғаның өсөн рәхмәт. Әммә аҡсаны мин табырға тырышырмын. Дүртәүегеҙ уҡый, һин – бишенсе. Аҡса етмәй тип, һине уҡыуһыҙ ҡалдыра алмайым бит инде. Тик һин миңә шуныһын әйт, уҡырға ҡайҙа барырға ниәтләй­һең?
– Ҡазан ҡалаһыналыр инде. Ағайымдар уҡыған ергә.
– Ағайыңдар янын­да, әлбиттә, йәтешерәк була. Тик мин, әллә Өфөгә барыр­һың­мы, тип уйлағайным. Унда «Ғәлиә» тигән бик яҡшы мәҙрәсә бар. Өҫтәүенә, Өфө беҙҙең Ҡарасай йыл­ғаға Ҡазанға ҡарағанда күпкә яҡыныраҡ бит. Ҡайтып-китеп йөрөүеңә лә, аҙыҡ-әүҡәт алып барырға ла уңайлыраҡ булыр, тип уйлағайным.
– Әлләсе.
– Ярар, беҙҙең халыҡ ауыртмаған яғыңа ят, ти. Шуның һымаҡ, уйла.
Закир Ҡазанды һайланы. Аҙаҡтан үкенә биреберәк тә ҡуйҙы. Ысынлап та, атаһы бер үҙе донъя көттө. Ярар аҫаба ерҙәре бар ине. Һигеҙ малайҙың һәр береһе өсөн өҫтәмә байтаҡ ер бүленде. Быныһы яҡшы, тик уны сәсергә, эшкәртергә кәрәк бит. Малайҙар ҡул араһына ингәс, еңеләйҙе лә бер аҙ. Әммә ер эше бер ваҡытта ла рәхәт булғаны юҡ. Атаһына күберәк тә ярҙамлаша алыр ине Закир, тик Ҡазан һынлы ерҙән йәһәт кенә ҡайтып йөрөп булмай. Өфөлә уҡыһа ла бит... Шунан башҡа уҙған эшкә үкенгәне булманы, шикелле, Закирҙың. Улы Миҙхәт ни эшләр? Нәҫелгә бөтөнләй ят тимер-томор һөнәрен һайлаған бит.
– Йәне теләгән йылан ите ашаған, – тип ҡабатланы Закир улы Миҙхәт менән һөйләшкәндә. – Тик ни эшләп паровоз ремонтлау училищеһы һуң? Бүтән уҡыу йорто юҡмы ни?
– Паровоздарҙы мин бала саҡтан яратам. Малайҙар менән бәләкәй саҡтан уның кермәгән тишеген ҡалдырмай тор­ғайныҡ. Хатта һыу ҡайната торған ҡаҙанының эсенә инеп йәшенгән сағым да булды. – Миҙхәт башын сөйөп ебәрҙе.
Был маҡтана, тип уйланы Закир. Улы башын сөйһә, шуның билгеһе икәнлеген атаһы күптән белә. Паровозды маҡтаныр дәрәжәлә өйрәнгәс, уйынан кире ҡайтмай инде был.
– Шуның өҫтәүенә күпме бер һинең ҡулыңа ҡарап ултырырға мөмкин? Мин үҙемде белә-белгәне бирле һин бер үҙең эшләйһең, ә беҙ – әсәйем, һылыуым, мин – һиңә бер тинлек тә ярҙам бирмәйбеҙ. Миңә ун дүрт тулды, үҙемде үҙем ҡарарға тейешмен. Һигеҙенсе синыфҡа бар­һам, мәктәпкә түләргә тура киләсәк – тағы һинең кеҫәңдән. Ә ФЗУ-ла ашаталар, кейендерәләр, өҫтәүенә, аҙ булһа ла, стипендияһын биргән булалар. Унан һуң, минең уҡытыусы булғым килмәй. Үҙҙәрен әллә кемгә һанаған балалар менән булып ултыраммы? Миңә техника оҡшай, шулар­ҙы эшләтеү, йүнәтеү ҡыҙыҡ. – Һуң­ғы һүҙҙәрен әйткәндә Миҙхәттең күҙҙәре ос­ҡонланып китте хатта.
Минең аҡыл кәрәкмәй был балаға, тип уйланы Закир. Үҙемдең аҡылды уға элегерәк һеңдерергә булған. Эшсе синыфы кешеһе булған инде улым, хәҙер кирегә бора алмам.
***
Уҡыу йылы бөтөн СССР-ҙа бер көндө – 1 сентябрҙә башлана. Был юлы, бере ял көнө бул­ғанлыҡтан, икеһендә башланды. Миҙхәт училище уҡыусыларының «А» төркөмөнә тура килде. Был төркөмдө нигеҙҙә ҡала малайҙары, дөрөҫөрәге, Өфөнөң тимер юл вокзалына яҡын урынлашҡан биҫтәләрендә йәшәүселәр тәшкил итә. Ситтән килеүселәр бик һирәк.
Беренсе дәрескә ҡыңғырау шылтырағас, «А» төркөмө урынлашҡан ҙур бүлмәнең ишеге шар асылып китте лә ике ир килеп инде.
– Һаумыһығыҙ, курсанттар! – тип иҫәнләште алдан инеүсе. – Мин һеҙ уҡыясаҡ училищеның директоры Захаров Виктор Петрович булам. Янымда һеҙҙең төркөмдөң кураторы Ахсаков Евгений Михайлович. Бик ҙур башлыҡ Ахсаковты беләһегеҙме? Шуның әҡрәбәһе.
– Мин һеҙҙе беренсе уҡыу көнө менән ҡотлайым, – тине директор, шунан, ғәҙәттәгесә, училище, уҡыу-уҡытыу тураһында һөйләне лә, – уҡыуҙа һеҙҙе ойоштороп йөрөтөр, Евгений Михайловичҡа ярҙамсы булыр өсөн төркөмдөң старостаһын билдәләйек, – тине. – Һеҙ әлегә бер-берегеҙҙе белеп бөтмәйһегеҙ, шуға был вазифаға кемделер тәҡдим итергә ауырһынырһығыҙ тип, мин документтарҙан һайлап, бер кешене таптым. Шуны староста итеп ҡуйыр кәрәк, тип һанайым. Ул – Шакиров Миҙхәт. Беҙгә яҡын ғына мәктәптә етене бөткән. Бик яҡшы уҡыған. Дөрөҫ, ике фәндән «дүрт»е бар. Береһе – физкультуранан, икенсеһе – йырҙан. Шакиров, баҫ әле. Ошоларҙан ни эшләп «дүрт» алып ултырҙың? Бәлки, һөйләрһең?
Баҫып торған Шакиров янында ултыр­ған малай алданыраҡ телгә килде.
– Боксёр ул. Яңы килгән физкультура уҡытыусыһын йыҡҡансы һуҡҡайны. Тегенеһе быға үс итеп, «дүрт» ҡуйҙы. Ә йырҙан былай: Шакиров башҡорт хал­ҡының оҙон көйөнән башҡа бер нәмәне лә йырға һанамай. Уҡытыусы менән бәхәсләшә лә китә. Шуға тегенеһе лә «дүрт» ҡуйҙы.
– Ә һин Шакировтың адвокатымы? – директор әлеге малайға тишерҙәй итеп ҡараны. – Быларҙы Шакиров үҙе һөйләй алмаймы?
– Һөйләмәй ул. Үҙе тураһында һөйләмәй. Кешене яҡлағанда, береһен дә алдына сығартмай.
– Тел биҫтәһе, баҫ әле.
Шакировтың күршеһе баҫҡас:
– Кем һин? – тип һораны директор.
– Михайлов.
– Исемеңде әйт. Юҡһа, тораһың Михайло Ломоносов һымаҡ.
Төркөм гөр-р итеп ҡалды. Кемдер «Ломонос» тип һалды.
– Тауыш! – тип ҡулын күтәрҙе директор. – Шулай итеп, һеҙҙең старостағыҙ – Шакиров Миҙхәт. Ә һин, Ломонос, күп һөйләмәй генә янында йөрө. Ултырығыҙ.
Шул уҡ көндө дәрестәр бөтөр-бөтмәҫ төркөм янына куратор инде.
– Хәҙер яҡындан танышабыҙ, – тип иғлан итте ул. – Төркөм коридорҙа тора. Мин һеҙҙе берәмләп яныма саҡырырмын. Иң алдан, Шакиров, һин ин.
Миҙхәт куратор ҡаршыһына ултыр­ҙы.
– Беләһеңме нәмә, Миша, – тип башланы тегенеһе.
– Миша түгел, Миҙхәт. Беҙҙең халыҡта кешенең исеме үҙгәрмәй.
Куратор күҙенең ағын әйләндереп ҡараны ла өндәшмәне.
– Мин һиңә староста вазифаһынан баш тартырға тәҡдим итәм. Хәҙер директор янына бар ҙа шулайтып әйт.
– Ә ни эшләп мин баш тартырға тейеш?
– Беҙҙең училище батша заманынан бирле эшләп килә. Шул дәүерҙә бер генә тапҡыр ҙа мосолман кешеһе директор ҙа, уҡытыусы ла, куратор ҙа, староста ла булғаны юҡ. Һин дә булмаҫһың.
– Мин бит мосолман түгел, комсомолец.
– Булһаң да, бар.
– Мин унда бармайым.
– Ни эшләп?
– Старосталыҡты мин директор янына барып юллап алманым. Ул үҙе килеп, мине ҡуйҙы. Әгәр мин уға ярамайым икән, үҙе килер ҙә әйткән һүҙен кире алыр.
– Ҡара һин уны, директорҙың килеүен талап итә.
– Талап итмәйем. Аңлатам.
– Нимә-нимә? Гөбөрнә менән идара иткән Ахсаков нәҫеленә һин, маңҡа, аңлатаһыңмы?
– Ахсаков та урыҫ фамилияһы түгел.
– Нимә һөйләнәһең?
– Башҡорт ерен баҫып алған аҡһаҡ мишәрҙән башланған һеҙҙең фамилия.
– Мин ер баҫыусымы? Имен сағыңда күҙемдән юғал!
Миҙхәт ырғып торҙо ла ныҡ баҫып сығып китте. Ахсаков йөҙө ап-аҡ булып ултырып ҡалды.
Миҙхәт һабаҡташтары янына сығып, тағы бер нисә кешенең оҫта эргәһенән килеүен көттө лә ашханала тамаҡ ялғап алды һәм бында кире килде. Ҡараһа, Ахсаков әңгәмәләшеүҙе бөтөргән, малайҙарҙың күбеһе ашарға киткән, бер Мусин ғына тәҙрә янында бер нөктәгә текәлеп тора ине. Мусин Хәләф Шишмәнән килгәйне. Миҙхәт уға:
– Ни булды? – тип өндәште башҡортсалап.
– Ахсаков мине ҡыуа. Ҡайтып кит, ти. – Хәләф иларға етеште.
– Ни эшләп?
– Паровоздар менән эште яратып килдем. Бәләкәйҙән тимер юл станцияһында үҫтем. Паровоздарҙың ҡасан нисек ҡысҡыртҡанын да беләм, тип ҡысҡырып күрһәткәйнем. «Бар, сығып кит. Беҙгә паровоз булып ҡысҡырыусы түгел, уны йүнәтеүсе кәрәк. Документтарыңды кәнсәнән инеп ал. Мин әйтеп ҡуйырмын», – ти.
– Әйҙә әле, – Миҙхәт бик ҡырҡыу ғына итеп әйтте лә үҙе алдан атлап китте.
Малайҙар «Директор» яҙыулы ишекте шаҡыны. Рөхсәт ителгәс, эскә үттеләр.
– Виктор Петрович, – тине Миҙхәт. – Беҙҙең оҫта Ахсаков ошо егетте уҡыу­ҙан ҡыуа.
– Ни өсөн?
– Беҙгә паровоз кәрәкмәй...
Миҙхәт шулай ти башлағайны, директор тыйҙы.
– Һин шымып тор. Егетең үҙе һөйләһен.
– Мин бәләкәйҙән паровоз йөрөтөргә хыялланғайным. Хатта уларҙың ҡасан нисек ҡысҡыртҡанына тиклем беләм. Шуға бында уҡырға атлығып килгәйнем. Ә Ахсаков мине ҡыуа. Беҙгә паровоз кәрәкмәй, уны йүнәтеүсе кәрәк, тип документтарҙы алырға ҡушты.
– Барығыҙ, сығып тороғоҙ. Шакиров, һин Ахсаковты табып, миңә алып кил.
Ахсаков уҡытыусылар бүлмәһендә ине. Әйткәс тә директор яғына йүгерә-атлап китте. Малайҙар ишек аша директорҙың ҡысҡырғанын тыңлап тор­ҙо. Күп тә үтмәне, аҡ ҡағыҙ төҫөнә ингән Ахсаков яйлап ҡына сығып китте бүлмәнән. Шунан:
– Инегеҙ, – тип ҡысҡырҙы директор.
Миҙхәт менән Хәләф инеп баҫҡайны, ул:
– Һин, Мусин, документтарыңды ал да Златоуст ҡалаһына кит. Ундағы ФЗУ-ла паровоз йөрөтөүселәрҙе уҡыталар. Һинең хыялың машинист булыу бит. Уҡырһың шуға. Мин Златоуст менән һөйләштем. Һине алырҙар. Ә һин, Шакиров, минең исемдән Златоуст директорына хат яҙ әле әйтелгән турала. Ҡул ҡуйып бирермен. Барығыҙ.
Шулайтып Мусин китеп барҙы. Ә Ахсаков иртәгеһен эшкә сыҡманы. Йөрәген өйәнәк тотҡан. Йөрәге насар бул­ғандыр инде.
Мусин китеүен-китте, тик уның ваҡиғаһы Миҙхәттең күңеленән сыҡманы ла ҡуйҙы. Ахсаков ни эшләп Мусинға ташланды икән инде, тип уйланы алдан. Яуабын тапты һымаҡ. Әлеге лә баяғы шовинизм ята Ахсаковтың ҡыланышында. Урыҫ милләтенән башҡа берәү ҙә уҡыу йортонда булырға тейеш түгел. Ҡулынан килһә, үҙенекеләрҙән тыш, берәүгә лә тын алырға ла бирмәҫ ине, моғайын. Ә директор кем һуң? Ахсаковты пыран-заран туҙҙырғандан һуң Мусинды бында ҡалдыр ҙа уҡырға һәйбәт шарттар тыуҙыр бит инде. Юҡ. Был Мусинды ситкә оҙатыу әмәлен тапты.Йәнәһе, хәстәрлек күрҙе. Ғәмәлдә Мусин проблемаһынан ҡотолдо. Был кем булып сыға инде? Шовинисмы? Интернационалмы? Миҙхәт үҙенең был һорауына аныҡ ҡына яуап таба алманы. Ярар, тип уйланы, ҡайтҡас, атайымдан һорармын. Шовинистар тураһында атаһының китаптары араһында Лениндың әйткәндәрен уҡығайны бит. Бәлки, тағы ла нимәләрҙер барҙыр әле. Миҙхәт күрмәгән генәлер.
Кис ҡайтҡас, атаһының бушыраҡ мәлен тура килтереп һораны:
– Атай, һин партия ағзаһы бит?
– Эйе. ВКП(б)-ла торам.
– Ленин урыҫ шовинистарын бик ныҡ әрләп яҙған. Улар үҙҙәренән башҡа милләт кешеләрен күрә алмай, тигән. ВКП(б) ағзалары араһында шундайҙар булһа, партия нимә эшләргә тейеш? – тип һораны.
– Оһо, – тип бер аптыраны, бер ғәжәпләнде Закир.– Бигерәк ҡаты ҡуй­ҙың мәсьәләне. Бер-бер хәлгә юлыҡтыңмы ни?
Миҙхәткә үҙе, Мусин менән булған хәлдәрҙе һөйләп бирергә тура килде.
– Училищеның директоры, Ахсаковты интернационал юлға баҫтыраһы урынға, Мусиндан ҡотолоу әмәлен күр­ҙе. Был да шовинизмдың бер күренеше түгелме һуң? Партия ойошмаһы директорға ҡарата ниндәйҙер сара күрергә тейештер бит? – тип тамамлап ҡуйҙы.
– Эйе... – тине лә Закир байтаҡ өндәшмәй ултырҙы. – Һин был турала тағы кемгә һөйләнең?
– Һөйләмәнем. Тик һиңә генә әйтеп торам.
– Быныһы яҡшы.
– Нимәһе?
– Һөйләмәүең яҡшы. Хәҙер үҙең уйлап ҡара. Һин училище директорын шовинислыҡта ғәйепләргә һәм партия ойошмаһынан уға сара күреүҙе һорамаҡсы булаһың. Шулаймы?
– Шулай.
– Коммунист өсөн бик ҙур ғәйепләү был. Сөнки партияның төп талаптарының береһе – интернационалист булыу. Ә һин, директор интернационалист түгел, тиһең. Йәғни ул коммунистар ойошмаһында ағза булырға тейеш түгел. Коммунист булмағас, директор вазифаһына ла тап килә алмай. Шулай итеп, һин директорыңды эшкинмәгәнлектә ғәйепләйһең булып сыға. Шулаймы?
Миҙхәт өндәшмәне.
– Ни эшләп өндәшмәйһең? Был яғын уйламағайныңмы?
– Эйе.
– Бына ошонан үҙең өсөн һығымта яһа. Беренсенән, кешене нимәләлер ғәйепләр алдынан ғәйепләр дәлилдәрең ныҡмы, юҡмы – шуны уйла. Был юлы һинең дәлилең юҡ дәрәжәһендә. Директорың Мусинды училищенан ҡыуып сығармай бит, ә машинислыҡҡа уҡытыр өсөн бүтән уҡыу йортона ебәрә. Уның был эше насарлыҡтан бигерәк яҡшылыҡҡа нығыраҡ тарта. Уның эшендә шовинислыҡ билдәләрен һин күрәһең. Ә партия ойошмаһы быны күрерме икән? Ай-һай, бик шикле. Хатта уның тәртибендә ниндәйҙер ғәйеп булған саҡта ла партия ойошмаһы һине түгел, ә директорҙы яҡлаясаҡ. Сөнки ул – директор, ә һин – тәүге көн уҡырға килгән уҡыусы. Бизмән, һис шикһеҙ, директор яғына тартасаҡ.
Икенсенән, нимәлер эшләргә йыйынаһың икән, был турала алдан бер ваҡытта ла бер кешегә лә әйтмә. Эшең уң булып сыҡһа, кешеләр уны күрер, һине маҡтарҙар. Эшең барып сыҡмаһа, быны берәү ҙә белмәҫ һәм һиңә лә, бүтәнгә лә зыяны теймәҫ.
Бына ошоларҙы ҡолағыңа киртеп ҡуй һәм ғүмерең буйына онотма. Был – аҡыллы кеше өсөн мәңгелек һабаҡ.
Закир улының арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйөп ҡуйҙы. Миҙхәт ипләп кенә үҙенең өҫтәле янына барып ултырҙы, уҡыр­ға йөрөтә торған сумкаһын асты. Өйгә эшкә тотонмағайны ла бит әле.
Миҙхәткә паровоздар йүнәтеүгә өйрәнеү ят тойолманы. Өфө станцияһы улар йәшәгән ергә яҡын булғас, күрше тирә-яҡ малайҙарҙың атай-ағайҙары шунда эшләй ине. Малайҙар тимер юл яғында теге-был йомош менән йыш булды. Улар ыңғайына Миҙхәт тә паровоз тирәһендә күп йөрөнө. Шуға тимер юл техникаһының һәр төрө лә уға таныш, ул быларҙы белә кеүек булды. ФЗУ-ла тәүҙә бөтөн донъялағы слесарь һөнәренә лә уртаҡ нәмәләргә өйрәттеләр, шунан тепловоздарҙың үҙенсәлеген төшөндөрҙөләр. Һәр төрлө уҡыу­ҙы ла еңел үҙләштергән Миҙхәт өсөн быларҙың береһе лә ауыр тойолманы. Аҙаҡҡа табан паровоздарға, тепловоздарға шул тиклем күнегеп китте, уларҙы тауышына ҡарап танырға ла өйрәнде. Миҙхәт поездарҙы тын алышынан белә, ти торғайнылар.
Бер көн ул оҫтаханалағы дәрескә һуңлап инде. Һуңлауы ла күп тигәндә өс минуттан да артмағайны. Килеп керҙе лә һәр ваҡытта була торған сүкеш, игәү, кеше һөйләшкән тауыш юҡлыҡҡа аптырап ҡалды. Егеттәр ҙә, уҡытыусы ла шып-шымдар, үҙҙәренең ике күҙе Миҙхәттә. Былар миңә ниндәйҙер этлек эшләгән, тип уйлап алды ул. Хәҙер минең ҡайһылай итерҙе көтәләр. Тик нимә эшләгәндәр, белмәй бит инде. Миҙхәт бүлмәне һөҙөп ҡарап сыҡты ла берәүгә лә төбәмәй генә:
– Ни эшләп күсәрҙәге тәгәрмәсте кире яғы менән кейҙереп ҡуйҙығыҙ? Былай булһа, поезд ауа бит, – тине.
Уҡытыусы башын сайҡап ҡуйҙы.
– Күрҙе бит, әй.
Бүтәндәрҙең кеме тел шартлатты, кеме нимәлер өндәште. Янындағы егет:
– Һин белерме икән, тип тәгәрмәсте кире яғы менән эләктергәйнек. Күрҙең, әй. Осҡор ҙа икән күҙең, – тип ҡуйҙы.
Ошонан һуң Миҙхәтте шаяртыу, уны алдау тигән нәмә менән булышыусы булманы. Теләһә ниндәй сүрәттә лә Миҙхәтте тишек шоманға ултыртып булмаҫын яҡшы төшөндөләр.

ФЗУ (романдан өҙөк)
ФЗУ (романдан өҙөк)
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: