-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Илһам
2 Декабрь , 11:49

Таҙ мөхәббәте (хикәйә)

...Гөлнур хатты тапшырғас, юрамал уның уҡығанын көтөп торҙо. Нимә тиер икән? Рәсихтең шатлыҡ бөркөп торған йөҙөн минут эсендә ҡара һөрөм баҫты. Ҡуйы ҡаштары төйнәлде, ирендәре ҡымтылды. Күҙенән хатта йәш бөртөгө тәгәрәп төшкәндәй булды. Бер ни өндәшмәй хатты йомарлап тотто ла башын аҫҡа эйгән килеш китеп барҙы. Көлөргә әҙерләнеп торған Гөлнурға ҡыйын булып китте.

Таҙ мөхәббәте (хикәйә)
Таҙ мөхәббәте (хикәйә)

– Гөлнур, әйҙә әле, мин һиңә бер мәҙәк һөйләйем!.. – Синыфҡа атылып килеп инде Алһыу. Үҙенең тулҡынланыуҙан сикәләре алмалай алһыуланып киткән. Күҙҙәрендә шаян, серле осҡондар һикерешә.
– Дәрес башлана бит инде, ҡыңғырауҙы ишетмәйһеңме ни? – Гөлнур ғәжәпләнеп әхирәтенә ҡараны: быға ни булған? Шулай ҙа уға эйәреп коридорға сыҡты. Алһыуҙың ҡыҙыҡ хәбәрен дә тыңлағыһы килде ҡыҙҙың, дәрескә лә һуңламаҫ кәрәк. Нәсимә Әхиәр ҡыҙы уҫал, ҡыңғырау күптән шылтыраны, тип ҡыуып сығарырға ла күп һорамаҫ. Йә шартлатып «икеле» ҡуйып ултыртасаҡ. Ул сағында яҡшы билдәгә һаран уҡытыусылары төҙәтергә лә ашыҡмаясаҡ. Уҡыусылар быны күптән һынаған инде.
– Бына ошоно уҡырһың әле, – Алһыу уның усына өс мөйөшлө хат йомдорҙо. Гөлнур серле ҡағыҙҙы әйләндереп ҡарарға ла өлгөрмәне, бер ҡулы менән дәфтәрҙәрен ҡосаҡлаған, икенсеһенә сумкаһын элгән Нәсимә Әхиәр ҡыҙы күренде. Һоро төҫтәге костюмын кейгән, тимәк, бөгөн кәйефе юҡ. Туфлийының үксәләре лә иҙәнде тишеп барған төҫлө.
– Ҡыҙҙар, ҡыңғырауҙы ишетмәнегеҙме әллә? Дәрескә лә әҙер түгелһегеҙҙер әле... – уҡытыусы күҙлеге аша уларға ҡараны. – Марш синыфҡа!
Гөлнур китап-дәфтәрҙәрен партаһына һалып сыҡһа ла, Алһыу бөтөнләй әҙер түгел ине. Ҡабаланып портфелен асам тиеүгә, ҡулынан төшөрөп ебәрҙе. Шап итеп барып ятҡан портфелдең кеҫәһенән ручка-ҡәләмдәре иҙәнгә тәгәрәне. Бөтөнөһөнөң күҙе Алһыуҙа. Ысынлап быға әллә нимә булған, тип баш сайҡаны Гөлнур ҙа. Әле лә көйөр урынға, бер нәмә лә булмағандай, уҡытыусыға ҡарап ауыҙ йыра. Бынау өс мөйөшлө хат касафаты, ахырыһы. Гөлнур әхирәтенә ярҙам итергә булып ҡәләмдәрҙе йыйырға иҙәнгә сүгәләне.
– Алһыу! Баҫ! – Нәсимә Әхиәр ҡыҙының талапсан тауышы яңғыраны. Алһыуҙың йылмайыуын үҙенән мыҫҡыл итә ,тип ҡабул итте, шикелле. – Малайҙар дәрескә әҙерләнмәйенсә шулай ҡыланһа, аңлар инем. Һин бит ҡыҙ кеше! Иплерәк булырға кәрәк.
– Ғәфү итегеҙ, мин... мин... – Баяғынан да нығыраҡ ҡыҙарған Алһыу аҡланырға маташһа ла, килеп сыҡманы, пырх итеп көлдө лә ебәрҙе. Нәсимә Әхиәр ҡыҙының йөҙө Алһыуҙыҡына ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыҙарып сыҡты. Асыуын саҡ тыйып тороуын аңлауы ҡыйын түгел. Алһыу, утҡа кәрәсин өҫтәгәндәй, нимәлер әйтһә, гөп итеп ҡабынырға әҙер генә тора.
– Өйгә эшеңде таҡтала эшләп күр­һәт, – тине ул, ниһайәт. – Күпме ваҡытты алдың. Минекен дә, иптәштәреңдекен дә.
Ҡыҙыҡай, башын түбән эйеп, парта янына сығып баҫты.
– Нәсимә Әхиәр ҡыҙы, мин бөгөн дәрескә әҙер түгел... Мин... Миңә... Китап-дәфтәрҙәрем дә өйҙә тороп ҡал­ған. Көндәлегем дә.
Синыфта шырҡ-шырҡ көлгән тауыштар ишетелде. Уҡытыусы Алһыу­ҙан бындай яуап көтмәгәйне, ҡапыл ни әйтергә белмәй, тотлоғоп ҡалды.
– Ултыр, «икеле»! – тине ул ахырҙа.
– Мин табип бүлмәһенә барып киләйем әле, ауырыйым. шикелле... – Алһыуҙың был һүҙҙәре уҡытыусыны ярһытты ғына.
– Бар! – тип ҡысҡырҙы ул. – Һәм дәрескә инеп тормаһаң да була.
Ҡыҙ портфелен алды ла бер кемгә лә ҡарамай, ишеккә йүнәлде.
Ә Гөлнурҙың усын өс мөйөшлө хат өтөп алып бара. Тиҙерәк уҡығыһы килә. Түҙмәне, Нәсимә Әхиәр ҡыҙы таҡтаға боролған арала, һаҡ ҡына асып, записканы партаға йәйеп һалды. «Һаумы, сибәрҙәрҙән дә сибәр Алһыу! – тиелгәйне унда. – Һине тәүләп күргәс тә ғашиҡ булдым. Теге ваҡыттағы дискотеканы иҫләйһеңме? Минең менән бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле. Йоҡом – йоҡо, ашым аш түгел. Әйҙә дуҫлашайыҡ. Зинһар, яуап хаты яҙ. Ул ваҡытта минән дә бәхетлерәк кеше булмаясаҡ был донъяла. Үлеп яуап хаты көтөп һәм үбеп ҡалыусы: Рәсих». Бына һиңә мә!..
– Гөлнур! Тыңлайһыңмы? – Нәсимә Әхиәр ҡыҙы ҡыҙыҡайға бер нисә тап­ҡыр өндәште. Гөлнурҙа иһә дәрес ҡай­ғыһы түгел ине инде. Урынында сыҙай алмай, өйрөлөп-сөйрөлөп, тәнәфесте саҡ көтөп еткерҙе. Уҡытыусының һүҙҙәре бер ҡолағынан инде, икенсеһенән сыҡты.
Күҙ алдынан «Таҙ» Рәсих китмәне. Күрше ауыл уҡыусылары 9 – 11-се синыфты бында уҡый. Интернатта йәшәйҙәр. Быйыл да ике мәктәптән егермеләгән егет һәм ҡыҙ килде. Гөлнурҙар 8-селә уҡый. Улар­ға ситтән килгәндәр менән танышыуы ҡы­ҙыҡ. Бигерәк тә егеттәре менән. Тегеләр үҙ­ҙәре лә тик тормай, күҙ­ҙәре йылтырашып, юҡ сәбәптәрен бар итеп, килеп һүҙ ҡушҡан булалар, танышырға тырышалар. Рәсихкә Алһыу менән Гөлнур тәүге көндә үк иғтибар итте. Күҙгә салынмаҫлыҡ та түгел шул: ҙур башы әллә ҡайҙан ялтырап күренеп тора. Сәсен үҙе шулай алдырған, тип уйлағайны ҡыҙҙар, баҡтиһәң, ниндәйҙер ауырыуҙан һуң сәсе ныҡ ҡына ҡойол­ған икән. Ала-сола булып ҡалғас, башын тотошлайы ҡырып йөрөй хәҙер. «Таҙ» тигән ҡушамат та тағып ҡуйҙы уға Алһыу менән Гөлнур.
Дискотекала Алһыуҙы бейергә саҡыр­ғайны, күрәһең, шунда уҡ ҡыҙға күҙ һалған. Тегеһенә егеттән көлөргә форсат эләккәс, инәлтмәне, уртаға төшөп тә китте. Аҙаҡ Таҙ менән нимә тураһында «серләшеүҙәрен» синыфтағы ҡыҙҙарға һыны ҡатып һөйләгәйне Алһыу. Бына әле хат ебәргән. Бахыр.
Математика – һуңғы дәрес. Синыфтан Гөлнур беренселәрҙән булып коридорға атылды. Алһыуҙы эҙләп табырға кәрәк. Әхирәте уны гардеробта ҡаршы алды.
– Шунан, уҡыныңмы? – Үҙе яңғырауыҡлы тауышы менән сыңғыратып көлөп ебәрҙе. – Ысынлап күҙе төштөмө икән әллә? Кит, ыстағафирулла, берәйһе белеп ҡалмаһын! Әҙәмдән оят! Алһыу егет тапмаған икән, тиер­ҙәр.
Гөлнурға ла был яңылыҡ ҡыҙыҡ ине, ул да тыйыла алмайынса көлдө: «Дискотекала ныҡ тырышҡанһыңдыр?»
– Унда, ысынлап та, шаярып ҡына: һин миңә оҡшайһың, тигәйнем шул...
– Хәҙер нимә эшләйһең?
– Яуап итеп мөхәббәт хаты яҙам инде, бүтәнсә ни эшләйһең?
– Кит әле, уның ыңғайына һин дә һантыйлана башланыңмы әллә!
– Юҡсы, яртыһын яҙҙым да инде. Бына, уҡы.
Алһыу портфеленән дәфтәр бите килтереп сығарҙы. Гөлнурҙың танау төбөндә елберҙәтеп алғандан һуң, ҡулына тотторҙо. «Һаумы, Рәсих! Хатыңды алып бик һөйөндөм. Мин дә һуңғы көндәрҙә һинең турала ғына уйлайым. Әллә үҙем башлап хистәремде белдерәйемме, тип тә уйлай башлағайным инде, ярай һинән записка килтереп тотторҙолар. Тик бер үтенесем бар: һин хаттарыңды теләһә кем аша биреп йөрөмә, әхирәтем Гөлнур почтальон булыр. Мин уға тулыһынса ышанам...»
Дәрескә ҡыңғырау шылтырап, гардероб бушап ҡалғас, ҡыҙҙар хаттың аҙағын яҙырға ултырҙы. Ул, ысынлап та, Рәсихтең йәш йөрәген елкендерерлек килеп сыҡты. Үҙҙәренең иншаларынан риза ҡалған ҡыҙҙар тәнәфесте саҡ көтөп алды. Шул арала Гөлнур Рәсихкә хатты тапшыра ла һалды. Егеттең ни эшләрен күргеләре килә ине уларҙың. Йәшенеп кенә уны күҙәттеләр. Рәсих ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәне. Өс мөйөшлө йөрәк хатын әле күкрәгенә ҡыҫты, әле иҫәр кеүек ауыҙын йырып, текләп торҙо. Шунан ғына асырға йөрьәт итте. Уҡый башлағас та йөҙө май ҡояшындай яҡтырҙы. Ауыҙы үҙенән үҙе йырылды. Ҡат-ҡат уҡығандан һуң түш ке­ҫәһенә ҡәҙерләп кенә һалып ҡуй­ҙы ла дәрт­ле аҙымдар менән беренсе ҡатҡа төшөп китте. Ҡыҙ­ҙар кү­ңелдәре булғансы Рәсихтән көлөп ҡалды.
Икенсе көнө Гөлнурҙы ишек төбөндә үк ҡаршы алды Рәсих. Тәүге дәрестән һуң тәнәфестә яуап та яҙылды. Оҙаҡ ҡына ташыны Гөлнур «мөхәббәт» хаттарын. Тиҙҙән Алһыу ҙа, Гөлнур ҙа юҡ менән булышып ялҡты. Рәсих иһә үтә лә дәртләнеп китте. Ситтән ҡарауға былай ҙа аҡылға еңел күренгән егет тағы ла иҫәрерәк тойола башланы ҡыҙҙарға.
– Ялҡытты. Һуңғы тапҡыр яҙам да...
«Рәсих. Ғәфү ит, мин икенсе кешене яратам хәҙер. Бүтән миңә хат яҙып ыҙалама. Хуш!» Хатына бүтән бер нәмә лә өҫтәмәне.
Гөлнур хатты тапшырғас, юрамал уның уҡығанын көтөп торҙо. Нимә тиер икән? Рәсихтең шатлыҡ бөркөп торған йөҙөн минут эсендә ҡара һөрөм баҫты. Ҡуйы ҡаштары төйнәлде, ирендәре ҡымтылды. Күҙенән хатта йәш бөртөгө тәгәрәп төшкәндәй булды. Бер ни өндәшмәй хатты йомарлап тотто ла башын аҫҡа эйгән килеш китеп барҙы. Көлөргә әҙерләнеп торған Гөлнурға ҡыйын булып китте. Әммә үҙенең мәшәҡәттәре менән шунда уҡ онотто ла. Икенсе көнө иртә менән Рәсих Гөлнурға хат тоттороп китте.
– Алһыу, теге Мәжнүн тағы яҙған.
– Йыртып ырғыт. Бүтән яҙмайым, тип әйттем бит. – Алһыуҙың бүтәнсә был уйын тураһында ишеткеһе лә килмәне.
Гөлнур, йыртам, тигән ерҙән туҡтап ҡалды. Егеттең кисәге үлемесле йөҙө күҙ алдына килде.
– Бәлки, уҡып ҡарарбыҙ?
– Уҡығың килһә ни, уҡы, миңә ҡыҙыҡ түгел.
Гөлнур хатты асып ҡысҡырып уҡып ишеттерҙе. «Һин минең йөрәгемә хәнйәр ҡаҙаның, – тиелгәйне унда. – Үҙеңә ныҡ ышанғайным, ә һин ҡанаттарымды һындырҙың. Хәҙер ни эшләргә миңә?..» Алһыу был һүҙҙәрҙе тыңлап, «Эй ул иҫәрҙе!» тип ғәҙәттәгесә көлдө генә. Гөлнур ҙа уға эйәреп көлөп маташһа ла, эстән шул тиклем Рәсихте йәлләне. Уйындан уймаҡ сығарҙылар түгелме? Рәсих икенсе тәнәфестә лә, өсөнсөһөндә лә, унан һуң да тәүгеһенә оҡшаш йөкмәткеле хаттар яҙҙы. Алһыу уларҙы уҡып та ҡараманы. Ә Гөлнур һәр береһен ентекләп уҡыны, үҙен Рәсих урынына ҡуйып, ни эшләргә белмәне. Ахырҙа, дөрөҫөн һөйләп бирергә, ғәфү үтенергә, тигән ҡарарға килде. Улай уҡ кешене мыҫҡыл итергә лә ярамай ҙа инде. Ҡыҙыҡай юл ыңғайы уның йәшәгән еренә инде.
Рәсих уны ҡыуанып, яҡшы хәбәр өмөт итеп ҡаршы алды.
– Хәлеңде генә белергә ингәйнем… – тигәс, кәйефе төшкәндәй булды, шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды.
– Тәүге тапҡыр килеп тораһың, әйҙә инеп ултырып ҡайт, бүлмәлә яңғыҙым ғына, – тип ҡыҙҙы түргә саҡырҙы.
Бүлмә бөхтә генә. Дүрт егет йәшәй­ҙәр икән. Рәсихтең карауаты – мөйөштә. Стенаға кәштә эленгән, ә унда тулы китап! Лев Толстой, Антон Чехов, Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, тағы әллә кемдәр. Яртыһын биология, география китаптары, энциклопедиялар тәшкил итә.
– Ошоларҙы һин уҡыйһыңмы?
– Эйе. Бүтәнсә нимә эшләйем? Кино ҡарарға яратмайым, көнө буйы компьютер артында уйын уйнап ултырыуҙың да мәғәнәһен күрмәйем. Кеҫә телефоны ла кәрәкмәй. Әсәйем биргән аҡсаны китаптарға тотоноп бөтөп барам инде.
– Ысынлап та, сәйер кешеһең икән.
Оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы Гөлнур менән Рәсих. Егеттең белмәгәне юҡ, бөтөн нәмә менән дә ҡыҙыҡһына булып сыҡты. Уҡып бөткәс, биолог булырға, тәбиғәтте өйрәнергә теләй. Ә Гөлнур­ҙың әлегә бер хыялы ла юҡ. Ниндәй һөнәр һайларын да белмәй әле.
Кисә генә ҡыҙҙарҙың иҫәргә һанап, таҙ баш, тип мыҫҡыл итеп, хаттар яҙып йөрөгән егеттең ошолай төплө, аңлы булыуына һоҡланды. Оят булып китте Гөлнурға. Тышҡы ҡиәфәт бер нәмә лә аңлатмай икән әле. Баш тултырып ҡиммәтле, күҙ яуын алырлыҡ әйберҙәр йөрөтөү генә кешенең аңын билдәләмәй. Эске донъяң матур, саф булһын, бына шул мөһим. Ауырыуына ла Рәсих ғәйепле түгел бит. Ундай хәл һәр кемебеҙ менән булырға мөмкин.
Гөлнур килеүенең сәбәбен әйтергә уҡталып-уҡталып ҡуйһа ла, баҙнат итмәне. Алһыуҙы ла контроль эшкә әҙерләнә, ваҡыты ла, кәйефе лә юҡ, тип алдашты. Эскерһеҙ егеттең нимә ишетергә, кем тураһында һөйләшергә теләүен дә һиҙә ҡыҙ, әммә ни тиһен? Алһыуға ҡағылышлы темаларҙы урап үтеүҙе хуп күрҙе. Аҙаҡ үҙе лә аңлар әле…

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: