– Ни булды, Муса? Кем тейә? Малик, һинең эшме? – Уҡытыусы ҡулындағы циркулен йәшереп маташҡан ерән сәсле малай янына килеп баҫты.
– Мин түгел, юрамал ҡылана бит ул, – тип күрәләтә алдашҡан Малик, уҡытыусы эргәһенән киткәс тә, йоҙроғо менән Мусаның арҡаһын йәнә төйөп алды. – Дәрес кенә бөтһөн әле, ауыҙыңды ҡайырам.
Муса өндәшмәй генә уртын тешләне, нәфрәтләнеп ҡарауҙан башҡа бер ни ҡыла алманы. Был Малик уны тамам биҙрәтте, көн күрһәтмәй. Башҡа малайҙар ҙа бигерәк ҡуштандар, уның йырын йырлап, ни ҡыланһа, шуны хуплап көлгән булалар. Ике-өс эйәрсене, ярай инде, атамандарының ауыҙына ҡарап тора. Ҡалғандары иһә, миңә теймәгәс, теләһә нишләһендәр, тип өндәшмәүҙе хуп күрә. Ауылдарында ғына рәхәтләнеп уҡып йөрөр ине лә, быйылдан башланғыс мәктәп итеп кенә ҡалдырҙылар шул, етенсе синыфҡа ошо йәне һөймәгән күрше ауыл мәктәбенә барырға тура килде. Синыфташтарынан Рөстәм менән Радик район үҙәгендәге гимназияға китте, Фәймә, Сөмбөл һәм ул көн һайын өс саҡрымда ятҡан Юлдаш ауылы юлын тапайҙар.
Ҡыҙҙарға рәхәт, уларҙы интектереүсе юҡ, ә бына Мусаға, берҙән-бер малайға, бәйләнергә сәбәп табылып ҡына тора. Синыфтың атаманы булып әллә кемдәй ҡуҡырайып йөрөгән Малик бигерәк ҡаныҡты уға. Портфеленә кирбес һалып китһенме, синыф алдында этеп йыҡһынмы – көсөн күрһәтергә мәлен эҙләп кенә йөрөй. Беренсе тапҡыр ошондай хәлгә эләккән Муса нишләргә лә белмәне. Маликтың күҙенә артыҡ салынмаҫҡа тырышып, шым ғына йөрөү ҙә, ҡаршы әрләшеү ҙә бер ниндәй һөҙөмтә бирмәне. Ҡаршы һуғышырға самалағайны, бер башҡа оҙон, синыфта иң көслөһө булып танылған Малик уны биленән матҡып алып ерҙән күтәрҙе лә уларҙы уратып алып, шау-гөр килгән малайҙар барлыҡҡа килтергән түңәрәк уртаһына баш аша ырғытты. Бер аҙ тын ала алмай ятты Муса. Ергә бәрелеүҙән башы әйләнеп, күкрәге ауыртынып йөрөнө. Ике-өс көн бәйләнмәгәйне Малик. Үҙенә ҡаршы сығырға йөрәге еткән малай табылыуы уны ла аптыратҡандыр. Шул мәлдә аҙаҡҡаса ныҡ торорға, бирешмәҫкә кәрәк булған да бит. Әллә нишләп шөрләне шул Муса, бер-ике этләшеүен өндәшмәй генә үткәргәйне, тағын шашты Малик.
Муса дәрестәр тамамланғас та ҡайтыу яғына ыңғайланы. Тик алыҫ китеп өлгөрмәне, арттан өс-дүрт ялағайын эйәрткән Малик ҡыуып етте.
– Муса-мунса, ҡайтырға ҡабаланма, – тәмәке тоҡандырған Малик уны ныҡ итеп һурҙы ла төтөнөн Мусаға өрҙө. – Ҡара әле, мунса ҡап-ҡара була бит, ниңә һин аҡ көйө йөрөйһөң, ә?
Хахылдашҡан эйәрсендәренә ныҡ итеп тоторға ҡушты ла, үҙе ҡайҙандыр ҡором килтереп сығарып, уның биттәрен буяй башланы. Муса бөтә көсөнә ҡаршылашып ҡараһа ла, көстәр тигеҙ түгел ине. Уны йығып, ике яҡтан ике ҡулын ҡайырҙылар, берәүһе аяҡтарына ултырҙы. Малай ғәрлегенән, көсһөҙлөгөнән илай башлағансы, күмер менән битен ҡап-ҡара итмәйенсә туҡтаманы Малик...
Күктә ҡояш көлә, йәшеллеккә күмелгән тәбиғәт шундай матур, ҡоштар береһенән-береһе уҙҙырып һайрай. Был иҫ киткес матурлыҡҡа күл буйында йыуынып, кейемдәрен таҙартып ултырған ун өс йәштәрҙәге малай ғына ҡыуанмай. Маликты нисек тә аҡылға ултыртыу хыялы тынғы бирмәй уға. Их, көсө генә етмәй шул.
***
Муса иртәнсәк атаһы менән әсәһенең әкрен генә һөйләшеүенә уянып китте.
– Еҙем буйына балыҡ ҡармаҡларға төшөп киләм әле, иртән шәп ҡаба торған, – ти атаһы. – Вәкил дә ялға ҡайтҡан, бергәләп барайыҡ, ти ине.
Ял көнө булғас, оҙағыраҡ йоҡлау ниәте менән ятҡан Мусаның ҡолағы ҡарп итеп ҡалды. Вәкил, тиме, данлыҡлы ауылдаштары, көрәш буйынса республика чемпионы ҡайтҡанмы әллә?
– Атай, мин дә һеҙҙең менән барам. – Йоҡоһо ҡасҡан малай тороп ултырҙы ла кейенә башланы.
Балыҡтың иң шәп ҡапҡан мәле шул. Май айында, Еҙем ярҙарына һыймай ҡотороноп аҡҡанда, балыҡ та үрләй. Селәүсенде ҡармаҡҡа эләктереп ырғытып өлгөрмәйһең, сиртә лә башлай. Ҡояш арҡан буйы күтәрелеүгә атаһы ла, Вәкил ағай ҙа берәр табалыҡ ҡаптырып та өлгөрҙө. Муса ғына өс алабуғанан арттыра алманы. Үҙе ғәйепле: йә ҡалҡыуысты уйната башлағас та тарта, йә, киреһенсә, һуңлай. Балыҡ ҡайғыһы юҡ шул бөгөн, нисек тә Вәкил ағай менән һөйләшкеһе килеп, уның яғына төбәлеп, албырғап тик ултыра.
Оҙаҡламай атаһы ҡайтырға ҡуҙғала башланы. Вәкил ағаһына иптәшкә тороп ҡалған малай йәнә ауылдашына һоҡланып ҡарап ҡуйҙы. Ана бит ниндәй таҙа кәүҙәле ул, мускулдары уйнап тора, муйыны, беләктәре бүрәнә кеүек йыуан. Ауыл осондағы йөҙйәшәр тирәк кеүек бәһлеүәнде Малик ун эйәрсене менән дә еңә алмаҫ ине. Их, уның көсөнөң яртыһы, юҡ, сиреге генә булһа ла Мусаға бирелһә ине. Һөмһөҙ Маликка күрмәгәнен күрһәтер ине. Малай ҡалҡыуысының батыуын да күрмәйенсә, хыялға бирелде. Бына ул Маликка бер генә һелтәнгәйне, тегеһе, кинолағы кеүек, әллә ҡайҙа барып төштө. Унан, ғәфү ит, тип Мусаның алдына теҙләнеп илай башланы.
– Вәкил ағай, һин нисек чемпион булдың? – Малай ҡалҡыуысына төбәлеп тын ғына ултырған көрәшсегә һорау биргәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
– Көслө булғың киләме? – Баһадир малайға ҡарап ихлас йылмайып ҡуйҙы.
– Эйе, – тине малай, чемпиондың ауыҙына керерҙәй булып.
– Турникта күтәрел һин, көн һайын 15 тапҡыр эйәк һал. Бер йылда көсөң ике тапҡырға артыр.
– Шул ғынамы? – малай һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Шул ғына! – Вәкил ағай Мусаның ышанғыһы килмәй тороуын күреп, һүҙен ихлас дауам итте. – Ҡайтҡас, атайыңдан һорарһың әле, беҙҙең тиҫтерҙәр араһында мин иң сибеге инем. Күрше ауылға йөрөп уҡыйбыҙ, юлда ла, мәктәптә лә малайҙарҙан эләгеп тора. Бер мәл атайың менән ҡанға туҙғансы һуғыштыҡ. Ул ҡалҡыуыраҡ та, көслөрәк тә ине. Еңде. Армиянан ағайым ҡайтып төшкән ваҡыт ине. Минең күҙ төбөндәге синәктәрҙе күреп баш сайҡап торҙо ла турник эшләп бирҙе. Атайыңды барыбер еңәм, тигән сәм менән шул көндән алып турникта күтәрелә башланым, аҙаҡ көрәш менән мауығып киттем. Секцияға йөрөүсе малайҙарҙың барыһы ла мине еңә ине. Өс ай үткәс, күнекмәлә тәү тапҡыр бер малайҙы атып бәрҙем. Шул саҡта тренерҙан башлап маҡтау һүҙен ишеттем. Вәкилдән рәт сығыр, чемпион булыр әле, тине. Дәртләндерер өсөн әйткәндер инде. Тырышлыҡ менән алдырҙым шул. Бер күнекмәне лә ҡалдырманым, беренсе булып киләм, иң аҙаҡ ҡайтам, көрәш тураһында китаптар табып уҡыйым. Мәктәпте тамамлағас та тап аграр университетты һайлап, уҡырға индем. Сөнки унда бик көслө көрәш секцияһы бар. Студент саҡта уҡ республика чемпионы булдым, аҙағыраҡ ил, донъя беренселектәрендә ҡатнашыу хоҡуғын яуланым. Шулай ҙа иң элек атайыңа һәм турникка рәхмәт уҡыйым. Улар мине спорт юлына баҫтырҙы, көслө кеше итте.
– Атайым менән аҙаҡ һуғыштығыҙмы?
– Бына быныһы сер булып ҡалһын, – бәһлеүән башын артҡа ташлап рәхәтләнеп көлдө. – Уның ҡарауы, хәҙер беҙ – йән дуҫтар. Ярай, ҡайтыу яғына ҡуҙғалайыҡ, эләкмәй башланы бит.
***
– Муса-мунса, быныһы – уҡыу йылы бөтөүе менән, быныһы – йәйге каникулды ҡотлап, – малайҙар ҡулында сәбәләнгән Мусаны ҡором менән буяған Малик, ниһайәт, арыны, буғай, синыфташын яфалауҙан туҡтаны.
– Эй, һин, Малик, минең менән бергә-бер сыҡ, әтеү гел күмәкләшеп бер үҙемә йәбешәһегеҙ, – ҡап-ҡара битенән тәгәрәгән күҙ йәштәрен һөрткән Муса нәфрәтләнеп атаманға төбәлде.
– Ә-ә, нимә тинең, һинең менәнме? Бергә-берме? – Малик үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы, ахыры, унан еңдәрен һыҙғана башланы. – Әйҙә һуң!
– Бөгөн түгел, 1 сентябрҙә, ошо мәктәп алдында мин һине эт итеп туҡмайым.
– Үәт, теле сыҡҡан, ә, Джеки Чан табылған, күрҙегеҙме, малайҙар? Еңелһәң, нишләтәбеҙ һине? – Мыҫҡыллы йылмайған Малик Муса алдына килеп баҫты.
– Еңелһәм, аҙна буйы ҡоромдо һөртмәй йөрөйөм.
– Мәктәптә ләме?
– Мәктәптә лә!
– Өйөңдә лә һөртмәйһеңме?
– Юҡ! – тип ярһып ҡысҡырҙы Муса.
– Атайың кәрәгеңде бирһә?
– Уныһы һинең эш түгел!
Малайҙарҙың ихахайлап көлөүен дә, үҙен ирештереүҙәрен дә ишетмәне Муса. Ул үҙенән бер башҡа оҙон, ерән сәстәре елгә туҙғыған Маликтың йәшкелт күҙҙәренә нәфрәтләнеп ҡараны. Барыбер кәрәген бирәсәк уның, барыбер еңәсәк!
***
Муса гараждағы иң ҙур ломды алып лапаҫ эсендәге мөйөшкә нығытып ҡуйҙы. Бейеклеге һәйбәт булды, ҡулдарын һоноп, саҡ ҡына һикерһә, буйы етә. Ул, ынтылып, эйәген турник өҫтөнә һалырға тырышты. Тик нисек кенә маташмаһын, берәүҙән арттыра алманы. Кискә тиклем көс-хәл менән йәнә бер тапҡыр күтәрелде.
Иртәгеһен уянып киткәндә бөтә тәне һыҙлай, муйыны ауырта ине. Турникта күтәрелеү хаҡында уйларлыҡ та түгел. Ул төшөнкөлөккә бирелде. Алдаған Вәкил ағай, турник ярҙамында ғына уның кеүек бәһлеүән булыу мөмкин эшкә оҡшамаған. Сентябрҙә аҙна буйы йөрөр инде ҡоромға буялып. Ояты ни тора. Телеңде тыймаһаң, шулай була ул. Район үҙәгенә, гимназияға бармайым, тип ҡырталашҡан булды былтыр, әллә быйыл барырғамы? Малайҙар, ҡурҡҡан, тип көлөрмө икән? Маликтың мыҫҡыллы йөҙөн күҙ алдына килтереү менән үҙе лә һиҙмәҫтән йәнә турник янына барып баҫты.
Ун көндән ул алты тапҡыр күтәрелә ала ине инде, бер айҙан был һанды ун икегә еткерҙе.
***
1 сентябрҙә ул иртүк уянды. Урамға сыҡҡас, бер аҙ гимнастика яһаны, гантелдәрҙе алмаш-тилмәш күтәргеләне. Турникта еңел генә 20 тапҡыр күтәрелде лә лапаҫ мөйөшөндә торған, яртылаш ҡом тултырылған тоҡто оҫта ғына төрткөләп алды. Интернеттан бокс менән шөғөлләнеү буйынса күнекмәләр яһау программаһын табып, көн һайын иртәле-кисле күп «туҡманы» был тоҡто. Йыуынғас, иғтибар менән көҙгөгә күҙ һалды. Яурындары бер аҙ киңәйгән, мускулдары тулышҡан кеүек, әллә үҙенә генә шулай күренә. Йәйге каникул бушҡа үтмәне. Ныҡлыраҡ, ышаныслыраҡ һиҙә хәҙер үҙен. Һуңғы ике айҙа һәр иртәлә өсәр саҡрым йүгереп тә килә ине әле. Мәктәптәге көрәш секцияһына йөрөй башларға булды ул. Ә Малик менән бөгөн иҫәпләшергә кәрәк. Муса үҙенең тыныс булыуына аптырап ҡуйҙы. Элек уның исеме иҫкә төшһә лә ҡалтырап төшә ине бит.
Муса кейенеп сығып, турникка йәнә бер күҙ ташланы ла урам ҡапҡаһын асты. Уның кәйефе шәп, аҙымдары ышаныслы ине.
Марат ӘМИНЕВ.